Ихсанов Әхтәм Сөләймән улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Әхтәм Ихсан битенән йүнәлтелде)
Перейти к навигации Перейти к поиску
Әхтәм Ихсан
Ахтям Ихсан.jpeg
Исеме:

Ихсанов Әхтәм Сөләймән улы

Тыуған көнө:

16 декабрь 1908({{padleft:1908|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})

Тыуған урыны:

Ырымбур губернаһы, Ибрай ауыл[1]

Вафат булған көнө:

22 сентябрь 1992({{padleft:1992|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:22|2|0}}) (83 йәш)

Вафат булған урыны:

Өфө ҡалаһы

Гражданлығы:

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһыСовет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Эшмәкәрлеге:

Шағир, яҙыусы, тәржемәсе

Наградалары:

2-се дәрәжәле Ватан һуғышы ордены — 1989

Әхтәм Ихсан (16 декабрь 1908 йыл22 сентябрь 1992 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт шағиры һәм яҙыусыһы, тәржемәсе. 1935 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ихсанов Әхтәм Сөләймән улы 1908 йылдың 16 декабрендә хәҙер Күгәрсен районы Ибрай ауылында тыуған.

1930 йылда Өфө педагогия техникумында белем алғандан һуң, республикала сыҡҡан журналдарҙа һәм гәзиттәрҙә, радио, телевидениела эшләй.

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. 112-се Башҡорт атлы дивизияһының «Ҡыҙыл атлылар» гәзитендә мөхәррир урынбаҫары була. Һуғыштан ҡайтҡас, республика радиокомитетында, «Башҡортостан ауыл хужалығы» журналы редакцияһында эшләй.

Әхтәм Ихсандың «Элеватор» тип аталған беренсе китабы 1930 йылда донъя күрә.

1960 йылда Башҡорт атлы дивизияһы яүгирҙәре тураһында «Саҡма тояҡ аттарҙа» исемле документаль повесть яҙҙы, унда элекке яуҙаштарының дошманға ҡаршы нисек һуғышыуын ышандырырлыҡ итеп һүрәтләй.

1992 йылда Өфө ҡалаһында вафат була.

2-се дәрәжәле Ватан һуғышы ордены (24.12.1989)[2].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]