Имашева Ғәлиә Шакир ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Ғәлиә Имашева битенән йүнәлтелде)
Ғәлиә Шакир ҡыҙы Имашева
Тыуған:

17 май 1915({{padleft:1915|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})

Тыуған урыны:

Рәсәй империяһы Томск губернаһы Каменск-на-Оби ҡалаһы

Үлгән:

5 ғинуар 1995({{padleft:1995|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (79 йәш)

Үлгән урыны:

Рәсәй Федерацияһы БашҡортостанӨфө ҡалаһы

Гражданлығы:

{Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Жанр:

театр рәссамы

Уҡыған урыны:

Өфө театраль-художество училищеһы

Наградалары:
«Почёт Билдәһе» ордены  — 1949 «Почёт Билдәһе» ордены  — 1971
«1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы
«1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы
Исемдәре:
РСФСР халыҡ рәссамы— 1973

Хата: рәсем асылмай йәки юҡ.

Премиялары:

РСФСР-ҙың К. С. Станиславский исемендәге дәүләт премияһы лауреаты — 1967

Имашева Ғәлиә Шакир ҡыҙы (17 май 1915 йыл — 5 ғинуар 1995 йыл) — совет театр рәссаме. РСФСР-ҙың (1955) һәм БАССР-ҙың (1943) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. БАССР-ҙың (1970) һәм РСФСР-ҙың халыҡ рәссамы (1973).

Рәссамдар союзы ағзаһы (1938). Башҡорт профессиональ театр декорацияһы сәнғәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары араһынан беренсе профессиональ рәссам. К. С. Станиславский исемендәге дәүләт премияһы лауреаты. Ике «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғәлиә Шакир ҡыҙы Имашева[1] 1915 йылдың 4 (17) майында Рәсәй империяһы Томск губернаһының (хәҙерге Алтай крайы) Камень-на-Оби ҡалаһында тыуған.

Бәләкәйҙән сәнғәт донъяһына ғашиҡ була. Өфө сәнғәт техникумында Ҡ. С. Дәүләткилдиев һәм А. Э. Тюлькин класында уҡый һәм уны 1931 йылда тамамлай һәм Өфө художество музейында экскурсовод булып эшләй башлай.

Музейҙа бер кем юҡ саҡта ла рәссамдарҙың һүрәттәре янына килеп оҙаҡ-оҙаҡ һоҡланып ҡарап тора. Музей директоры Ю. Блюменталь быға иғтибар итә һәм Ғәлиәгә сәнғәт белгесе булырға тәҡдим итә. Әммә йәш рәссам Ғәлиә сәхнә биҙәү хыялы менән яна. Шуның өсөн дә, 1934 йылда Баймаҡ колхоз-совхоз театрына эшкә барырға тәҡдим иткәс, икеләнмәйенсә унда китә. Күп тә үтмәй, уны баш ҡала театрына эшкә күсерәләр.

1936 йылдан башлап Башҡорт академия драма театрында эшләй. Ул биҙәгән әҫәрҙәрҙә осош, шиғриәт, юғарылыҡ тойола. Рәссам сәхнә әҫәрҙәренең йөкмәткеһенә, милли психологияһына, идея йүнәлешенә тәрән төшөнөп эш итә. Шуға күрә лә, ул биҙәгән сәхнә әҫәр йөкмәткеһен асыуҙа, тамашасыға йоғонтололоғон көсәйтеүҙә әһәмиәтле роль уйнай.

1944 йылда Учалы колхоз-совхоз театрында рәссам була. 1946—1988 йылдарҙа БАДТ-ның баш рәссамы булып эшләй. 1965—1970 йылдарҙа БАССР-ҙың Рәссамдар союзы идараһы рәйесе вазифаһын башҡара.

Башҡортостанда профессиональ театр декорацияһы сәнғәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. 200-ҙән ашыу спектаклде биҙәй. Сәхнә биҙәлешен юғары кимәлдә башҡарған Имашева Башҡортостанда ғына түгел, тотош Советтар Союзы театр рәссамдары араһында бармаҡ менән һанарлыҡ гүзәл зат вәкилдәренең береһе була.

1938 йылдан СССР рәссамдар союзы ағзаһы була.

«Ай тотолған төндә» трагедияһы тәүге тапҡыр М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында 1964 йылда ҡуйыла. Режиссеры — Шәүрә Мортазина, рәссамы — Ғәлиә Имашева, композиторы — Хөсәйен Әхмәтов.

Төп ролдәрҙә: Зәйтүнә Бикбулатова (Тәңкәбикә), Рәғиҙә Янбулатова (Шәфәҡ), Илшат Йомағолов (Аҡйегет), Дәриға Фәйзуллина (Зөбәржәт), Шамил Рәхмәтуллин (Диуана), Ғәзим Туҡаев (Дәрүиш) була.

1968 йылда ошо әҫәр өсөн Мостай Кәримгә, режиссёр Шәүрә Мортазинаға, рәссам Ғәлиә Имашеваға, актриса Зәйтүнә Бикбулатоваға РСФСР-ҙың К. С. Станиславский исемендәге дәүләт премияһы бирелә.

Ғәлиә Шакир ҡыҙы был спектаклгә эскиздарын[2] Өфө, Горький, Брест, Златоуст, Салауат драма театрҙары өсөн эшләй.

Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ рәссамы Ғәлиә Шакир ҡыҙы Имашева — Мостай Кәримдең «Ай тотолған төндә» трагедияһының беренсе сценографы. 1965—1971 йылдарҙа — БАССР Рәссамдар союзы идараһы рәйесе.

Учалы драма театрын башлап ебәреү өсөн эшкә ебәрелгән саҡта, ире, башҡорт сәнгәтендә яҡты эҙ ҡалдырған күренекле режиссёр Булат Имашев, фажиғәле вафат була. Ғәлиә Имашева ике бәләкәй улы, ауырыу әсәһе менән япа-нңғыҙ тороп ҡала. «Юғалтыу ҡайғыһын баҫырға ижадым ярҙам итте», — ти ул. Ауыр ҡайғыны ижад менән еңерлек көс табыу — үҙе үк оло батырлыҡ.

Ижадта ла, шәхси тормошта ла рухи ныҡлыҡҡа, ихтыяр көсөнә эйә булған рәссам Ғәлиә Имашева илһам сығанағын халҡын һөйөүҙә һәм халҡының һөйөүендә таба.

Улдары — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, республика телевидениеһының алтын фондына ингән фильмдар төшөргән режиссёр Рафаэль Мөхәммәт улы Арыҫланов һәм профессор, химия фәндәре докторы, Башҡортостан Фәндәр академияһы академигы, БАССР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре Урал Булат улы Имашев.

Өфөлә йәшәй һәм эшләй. Был ифрат талантлы шәхес, оҙон ғүмер кисереп, 1995 йылдың 5 ғинуарында, 80 йәшен үтеп, яҡты донъянан китә. Уның иҫтәлегенә Өфө ҡалаһы, Коммунистик урамы, 75/1 номерлы йортта (оҙаҡ йылдар йәшәйгән өйө) Ғәлиә Шакир ҡыҙына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Әҫәрҙәре М. В. Нестеров исемендәге Башҡортостан дәүләт художество музейында, А. А. Бахрушин исемендәге Театр музейында (Мәскәү) һәм башҡа урындарҙа һаҡлана.

Күргәҙмәләре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төп эше[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡорт драма театрында — «Башмағым» Л.Чеховтың «Ваня ағай» (1954);

Вольтерҙың «Магомет» пьесаһы б-са «Мөхәммәт, йәки Нур һәм гүр» (1965);

И. Х. Йомаголовтың «Нәркәс» (1967);

М.Кәримдең "Айгөл иле', «Ай тотолган төндә», «Салауат. Өн аралаш ете төш» (1972);

Ә.М.Мирзаһитовтың «Әсәләр көтәләр улдарын» (1975) спектаклдәре;

рус драма театрында -Ҡ.Даяндың «Таңсулпан» (1957);

Опера һәм балет театрында — Н. К. Чемберджиҙың «Аҡбуҙат», «Ҡарлуғас» (1941) опералары, «Сыңрау торна» балеты һ.б.

Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле өсөн, «Алтын атлы һыбайлы» («Всадник на золотом коне», «Мосфильм» к/ст; 1980) кнно фильмы, БАДТ-ның байтаҡ спектаклдәре өсөн костюм эскиздары авторы.

«Ғәлиә Имашева кеше кисерештәрен яҡшы аңлай. Әҫәр геройҙарының кейемен, кейем төҫөн, улар йәшәгән мөхитте оҫта сағылдыра. Мин күп кенә геройҙарымдың образы өҫтөндә эшләгән саҡта, уның кәңәштәренә ҡолаҡ һалдым», — ти СССР-ҙың халыҡ артисткаһы Гөлли Мөбәрәкова.

Х. Ибраһимовтың «Башмағым», Мирхәйҙәр Фәйзиҙең «Ғәлиәбаныу», Мәжит Ғафуриҙың «Ҡара йөҙҙәр», Баязит Бикбайҙың «Ҡарлуғас», Мостай Каримдең «Ай тотолған төндө», «Салауат» трагедиялары, Исмағоловтың «Нәркәс», А. Чеховтың «Дядя Ваня» , Вольтерҙың «Мөхәммәт» һәм башҡа тиҫтәләгән сәхнә биҙәү эштәре юғары баһалана.

Шулай уҡ, рәсем сәнгәте һәм графика әлкәһендә лә ижад итә. 1937 йылдан алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. 1975 йылдан халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә, Мәскәүҙә Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнгәте декадаһында (1955), Ленинградта БАССР Мәҙәниәте көндәрендә (1969) ҡатнаша.

Шәхси күргәҙмәләре: Мәскәүҙә (1972, 1974. 1985), Ленинградта (1973, 1975), Алма-Атала (1977, 1978), Ташкентта (1978), Өфө (1978. 1979) ҡалаларында ойошторола.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • К. С. Станиславский исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, (1967).
  • Ике «Почёт Билдәһе» ордены (1949, 1971)
  • Миҙал «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында маҡтаулы хеҙмәте өсөн» (1946)
  • Халыҡ рәссамы, РСФСР-ҘЫҢ (1973)
  • БАССР-ҙың Халыҡ рәссамы.(1970)
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1955)
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1943)
  • Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумы Почёт грамотаһы, 1969

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Белешмә «Совет Башҡортостаны Рәссамдары». Төҙөүсе — автор Э. П. Фенин, Башҡортостан китап нәшриәте, Өфө-1979
  • БСЭ, т. 3, «Башҡорт АССР-Ы» бүлеге. Нәшриәт «Совет энциклопедияһы», Мәскәү, 1970.
  • Э. П. Фенина: М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт Дәүләт художество музейы, белешмә. Башҡортостан китап нәшриәте. Өфө, 1974.
  • Г. С. Башҡорт АССР-ының һынлы сәнғәте. Нәшриәт. «Совет рәссамы», Мәскәү, 1974.
  • Р. Г. Пикуноа. Ғәлиә Имашева. Башҡортостан китап нәшриәте. Өфө, 1968.
  • Р. Г. Пикунова. Буклет «Ғ. Имашева». Башҡортостан китап нәшриәте. Өфө, 1969.
  • Журнал «театр тормошо», 1973, № 16. Г Пикунов: Үҙәктән ситтәге ҡала.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Страница Галии Имашевой на сайте Союза художников Республики Башкортостан
  2. http://www.shrb.ru/painting/Imasheva/1.jpg

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]