Эстәлеккә күсергә

Ғәмбәриә мәсете

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мәсет
Ғәмбәриә мәсете
ғәр. مسجد العنبرية‎

Ғәмбәриә мәсете
ИлСәғүд Ғәрәбстаны Сәғүд Ғәрәбстаны
ПровинцияӘл-Мәҙинә
ҠалаМәҙинә
йүнәлеш, мәктәпсөнни
Мәсет төрөЙәмиғ мәсете
Төҙөлөш???—1908 йыл йылдар
Көмбәҙҙәр һаны6
Манаралар һаны2
Торошоэшләй

Ғәмбәриә мәсете (ғәр. مسجد العنبرية‎; төр. Amberiye Mescidi; рус. Мечеть Амберийе, Мечеть Хамидие) — Мәҙинә ҡалаһы мәсете, Сәғүд Ғәрәбстаны. Шулай уҡ Хәмидиә мәсете булараҡ билдәле.

Ғәмбәриә мәсете Мәҙинәлә төрөктәр хакимлыҡ иткән осорҙа ғосмандар тарафынан төҙөлә.

Мәсет ғосман солтаны Әбделхәмит II бойороғо буйынса 1908 йылда Хижәз тимер юлы проекты сиктәрендә әл-Мөғәзим тимер юлы вокзалы янында төҙөлгән. Мәсет яҡын ғына урынлашҡан Ғәмбәриә ҡапҡалары хөрмәтенә шундай атама алған.

Ғосман империяһы Хижәзгә эйә булған осорҙа төҙөлгән һәм Сәғүд Ғәрәбстаны хөкүмәте емермәгән бик аҙ тарихи биналарҙың береһе — Ғәмбәриә мәсете.[1].

Ғәмбәриә мәсете ғосман архитектура стилендә төҙөлгән. Ике манараһы бар, көмбәҙҙәренең береһе ҙур, бишеһе бәләкәй[1].

  1. 1 2 Medine’de Görülebilecek Yerler – Tren istasyonu ve Amberiye Mescidi | Umre Bilgileri (төр.). www.umrebilgileri.com. Дата обращения: 18 август 2018. Архивировано 19 май 2015 года.