Эстәлеккә күсергә

Ғөзәйер (исем)

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Ғөзәир (исем) битенән йүнәлтелде)
Ғөзәйер

Ғөзәйер — башҡорт ир-ат исеме, башҡа төрки халыҡтарҙа осрай.

Ғөзәйер- көс, ярҙам тигән мәғәнәләрҙе аңлатҡан мосолман ир-ат исеме[1].

Йәнтилин Ғөзәйер Йыһанур улы — дәүләт эшмәкәре, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, БАССР Юғары Советының 7-се 8-се саҡырылыш депутаты.

Ғөзәйеров Морат Баҡый улы (22 октябрь 1950 йыл) — ғалим-инженер-электромеханик, юғары мәктәп һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1973 йылдан Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1999 йылдан университеттың уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса проректоры, 2003—2014 йылдарҙа ректоры, бер үк ваҡытта электротехниканың теоретик нигеҙҙәре кафдраһы мөдире. Башҡортостан Республикаһының 3-сө һәм 4-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. 2003 йылдан «Вестник УГАТУ» журналының баш мөхәррире. Техник фәндәр докторы (1998), профессор (2000). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2007) һәм атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (1997), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2006) һәм Рәсәй Хөкүмәтенең мәғариф өлкәһендәге премияһы лауреаты (2011).

Ғөзәйеров Радик Миңлемулла улы (14 февраль 1963 — 27 май 1982) Башҡорт АССР-ы, Күгәрсен районы, Үрге Бикҡужа ауылы. Афған һуғышында һәләк булған башҡорт егете, гранатометчик. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры.

https://vk.com/wall-146318230_139 Проект «100 имен Сибая» — Янтилин Гузаир Зиганнурович (25.11.1917-12.02.1985)


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ