Оло Кокшага (ҡурсаулыҡ)
Оло Кокшага дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы | |
---|---|
Категория МСОП — Ia (Ҡәтғи тәбиғи резерват) | |
Төп мәғлүмәт | |
Майҙаны | 21 428 га |
Нигеҙләнгән ваҡыты | 14 март 1993 йыл |
Идара итеүсе ойошма | Оло Кокшага дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы федераль дәүләт бюджет учреждениеһы |
Урынлашыуы | |
56°40′35″ с. ш. 47°16′21″ в. д.HGЯO | |
РФ субъекты | Марий Эл |
b-kokshaga.ru | |
Оло Кокшага Викимилектә |
Оло Кокшага дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы (рус. Госуда́рственный приро́дный запове́дник «Больша́я Кокша́га») — Рәсәйҙең Марий Эл Республикаһы Килемарский һәм Медведев райондары территорияһындағы ҡурсаулыҡ (айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәһе).
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1993 йылдың 14 мартында Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Министрҙар Советы ҡарары менән Оло Кокшага йылғаһы бассейнының уникаль тәбиғи комплекстарын һаҡлау һәм өйрәнеү маҡсатында ойошторола[1]. Элегерәк Марий Элдең был тәбиғәт биләмәһендә «Марий» ҡурсаулығы булған. 1972 йылдың эҫе, ҡоро йәйендә территорияһы тулыһынса янғандан һуң бөтөрөлә[2][3][4].
Элек ҡурсаулыҡ аша Нолка-Яңы Цинглок тимер юл линияһы үтә, әммә ул 1990-сы йылдарҙа һүтеп алына.
Урынлашыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шул уҡ исемле йылғаның урта ағымында, Йошкар-Оланан көнбайышҡа табан 40 км алыҫлыҡта, Старожильск ауылынан саҡ ҡына юғарыраҡ урынлашҡан. Ҡурсаулыҡтың майҙаны 21 428 гектар тәшкил итә[1].
Йылғалары һәм күлдәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡурсаулыҡ территорияһынан Оло Кокшага, Шеженер, Витьюм, Шамка, Арья йылғалары аға. Шушер күле бар.
Ҡурсаулыҡты һаҡлау режимы ҡәтғиләшеү сәбәпле, Оло Кокшага буйлап байдарка маршрутын Киров өлкәһенең Санчурск ауылынан түгел, ә Старожильск ауылынан башларға тура килә[5].
Рельефы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Климаты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Климаты уртаса континенталь. Ҡыш һыуыҡ, йәйен уртаса эҫе була. Яуым-төшөмдөң уртаса йыллыҡ күләме — 538 мм. Вегетация осоро 128 көн дауам итә[6][7].
Флора и фаунаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡарағай урмандары (лишайник, оҙон мүк, ҡара көртмәле, сфагнум үҫә) киң таралған. Ҙур майҙандарҙы ҡайын урмандары биләй. Оло Кокшага йылғаһы буйында йүкә, имән урмандары үҫә. Ҡара ерек осрай. Флораһында 700-ҙән ашыу төр үҫемлек иҫәпләнә.
Хайуандары: мышы, аҡ ҡуян, ҡабан, тейен. Йыртҡыстарҙан һыуһар, йәтсә, көҙән, бүре, һоро айыу бар.
86 төр ҡош йәшәй. Һуйыр һәм ҡор бар. Күсәр (һуна өйрәк, сыйылдаҡ сөрәгәй һәм сытырҙаҡ сүрәгәй, һоро торна, һоро ҡауҙы) һәм йыртҡыс (ҡор ҡарсығаһы, бүҙәнә ҡарсығаһы) ҡоштар, "Рәсәйҙең Ҡыҙыл китабы"на индерелгән һирәк ҡоштарҙан кәлмәргән оя ҡора.
Һыу ятҡылыҡтарында — суртан, йылға ҡондоҙо, сабаҡ, табан балыҡ, ҡарабалыҡ һ.б.[8].
Галерея
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Ҙур Кокшага йылғаһы
-
Сөсө һыулы моллюскыларҙың ҡабырсаҡтары — йылға уртаһында ҡомлоҡта
-
Сусак — Ҙур Кокшага флораһына хас һыу үҫемлеге
-
Текә ярҙа ҡарағайлыҡ
-
Ҡырағай өйрәк балалары
-
Айыу эҙҙәре
-
Ҙур Кокшага буйында боланут
-
Ҡырағай ҡыҙыл ҡарағат
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Постановление Совета Министров — Правительства РФ от 14 марта 1993 г. № 220 «О создании в Республике Марий Эл государственного природного заповедника „Большая Кокшага“ Министерства охраны окружающей среды и природных ресурсов Российской Федерации»
- ↑ Описание заповедника на сайте ООПТ России . Дата обращения: 23 февраль 2012. Архивировано 7 август 2011 года.
- ↑ Историческая справка на сайте заповедника . Дата обращения: 23 февраль 2012. Архивировано 20 июнь 2012 года.
- ↑ Доклад об экологической ситуации в Республике Марий Эл в 2013 году . Дата обращения: 24 август 2014. Архивировано из оригинала 26 август 2014 года.
- ↑ По просторам Марий Эл . Дата обращения: 17 октябрь 2013. Архивировано 17 октябрь 2013 года.
- ↑ Климатические условия территории заповедника — «Большая кокшага», Государственный природный заповедник . b-kokshaga.ru. Дата обращения: 15 апрель 2022. Архивировано 16 июль 2021 года.
- ↑ Государственный природный заповедник Большая Кокшага . Заповедники и национальные парки мира. Дата обращения: 15 апрель 2022. Архивировано 31 ғинуар 2020 года.
- ↑ Общая информация о заповеднике . Государственный природный заповедник «Большая Кокшага». Дата обращения: 11 февраль 2019. Архивировано 12 февраль 2019 года.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- О заповеднике на сайте Территория ГИС . Архивировано из оригинала 6 апрель 2016 года.
- Федеральная система ООПТ
- Государственный природный заповедник «Большая Кокшага»