Ҡадиров Урал Ғаян улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡадиров Урал Ғаян улы
Зат ир-ат
Тыуған көнө 10 март 1929({{padleft:1929|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})
Тыуған урыны Йылайыр кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Иҙәш, Үтәғол ауыл Советы, Ейәнсура районы
Вафат булған көнө 19 июнь 2017({{padleft:2017|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) (88 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Рәсәй
Һөнәр төрө ғалим, ветеринар
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә ветеринария фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Ҡадиров Урал Ғаян улы (10 март 1929 йыл — 19 июнь 2017 йыл) — ғалим-ветеринар, патологоанатом, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Ветеринария фәндәре докторы (1970), профессор (1972). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1988). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1980).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Урал Ғаян улы Ҡадиров Башҡорт АССР-ының Йылайыр кантоны Иҙәш‑Бикбирҙе ауылы, хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ейәнсура районы Иҙәш ауылында 1929 йылдың 10 мартында уҡытыусы ғаиләһендә тыуа. Уралдың әсәһе үлгәндән һуң, уның атаһы Ғаянды Әбүләис ете йыллыҡ мәктәбенә башланғыс кластар уҡытыусыһы итеп эшкә күсерәләр. Унда Уралды үгәй әсәһе Өмикамал ҡарап үҫтерә. Балалыҡ йылдары ошо уҡ райондың Әбүләис ауылында үтә. Урта белемде Абзан ауылы урта мәктәбендә ала. Артабан уҡыуын Силәбе өлкәһе Троицк ветеринария институтында дауам итеп, 1952 йылда ветеринар табип һөнәренә эйә була.

1962 йылдан алып Ҡаҙаҡ ССР-ы Ҡустанай ғилми‑тикшеренеү ветеринария станцияһында бүлек мөдире булып эшләй. 1965 йылдан башлап Семипалатинск зоотехния‑ветеринария институтында (Ҡаҙаҡ ССР‑ы) уҡыта, унда доцент вазифаһын биләй. 1971 йылдан алып Башҡорт дәүләт ауыл хужалығы институтында студенттарҙы уҡыта. 1971 йылдан алып Башҡорт ауыл хужалығы институтында анатомия, патологик анатомия, гистология кафедраһы мөдире вазифаһын биләй. 19952010 йылдарҙа Башҡорт дәүләт аграр университетында профессор булып эшләй. 150‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Ҡадиров Урал Ғаян улының фәнни хеҙмәттәре малдарҙың йоғошло, инвазиялы сирҙәренең тире, аяҡтары, тын алыу органдары, аш эшкәртеү һәм иммун системалары зарарланыу менән барған патологик морфологияһын, патогенезын өйрәнеүгә, уларҙы диагностикалау һәм дифференциялы диагностикалауға бағышланған. Ул шулай уҡ сусҡа дизентерияһын диагностикалау һәм дауалау юлдарын табыу менән шөғөлләнә, был эштәр буйынса үҙ тәҡдимдәрен индерә. Ғалим Ҡадиров Урал Ғаян улы Өфө ҡалаһында 2017 йылдың 19 июнендә вафат булған.

Наградалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1980).

Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Оспа животных. М., 1981.
  • Гастроэнтериты свиней в зоне Южного Урала. Уфа, 1983.
  • Патологическая анатомия сельскохозяйственных животных. М., 2003 (авторҙар менән берлектә).
  • Нарушения обмена животных и дерматиты животных. Уфа, 1990.
  • Патологическая анатомия сельскохозяйственных животных. М., 1995 (авторҙар менән берлектә).
  • Функциональная морфология при контагиозном пустулёзном дерматите овец. Уфа, 2008 (авторҙар менән берлектә).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Исянгулов Ш. Н. Абуляисово: материалы по истории деревни/Шамиль Исянгулов — Туймазы: ТИЦ — филиал ГУП РБ ИД «Республика Башкортостан», 2015. — 164 стр.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]