Ҡайбышев Оскар Әкрәм улы
Оскар Әкрәм улы Ҡайбышев | |
рус. Оскар Акрамович Кайбышев | |
Файл:Оскар Кайбышев.jpg | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны | |
Вафат көнө | |
Вафат урыны |
Төркиә, Аланья |
Ғилми даирәһе |
физик |
Альма-матер |
Мәскәү ҡорос һәм иретмәләр институты |
Награда һәм премиялары | |
Ҡайбышев Оскар Әкрәм улы (28 март 1939 йыл — 2 июнь 2017 йыл) — СССР һәм Рәсәй ғалимы, металдар физикаһы белгесе, Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары институтына нигеҙ һалыусы һәм уның директоры (1987—2005), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы, Рәсәй Тәбиғәт фәндәре академияһының ижтимағи академияһы ағзаһы. 11-се саҡырылыш СССР Юғары Советы Милләттәр Советының Башҡорт АССР-ынан депутаты (1984—1989). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1980).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Оскар Әкрәм улы Ҡайбышев 1939 йылдың 28 мартында Мәскәүҙә тыуа.
1962 йылда Мәскәү ҡорос һәм иретмәләр институтын тамамлай. 1962 йылдан Өфө моторҙар эшләү заводында эшләй. 1967 йылда кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай. Ошо уҡ ваҡыттан Өфө авиация институтында эшләй. 1969 йылдан институттың кафедра мөдире була. 1974 йылда докторлыҡ диссертацияһы яҡлай. Өфө авиация институтының «Тантал» махсуслаштырылған конструкторлыҡ технологик бюроһы («Тантал» СКТБ-һы) директоры (1980—1986).[1] 1987 йылдан СССР Фәндәр академияһы (Рәсәй Фәндәр академияһы) Металдарҙың үтә һығылмалылыҡ проблемалары институтының директоры. 1991—1994 йылдарҙа Башҡортостан Фәндәр академияһы Президенты була.
Ҡайбышев ныҡлыҡ һәм һығылмалылыҡ физикаһы, конструкцион материалдар, материалдарҙың форма яһалыу проблемалары технологияһы өлкәһендә белгес була. Тикшеренеүҙәр юлы менән теләһә ҡайһы сәнәғәт иретмәләренең, шул иҫәптән интерметаллидтар һәм керамиканың да, үтә һығылмалы ағыу күренешенең универсаль булыуын асыҡлай һәм физиканың үтә һығылмалылыҡ теорияһын үҫтерә.
Суд
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2005 йылдың ғинуарында Рәсәй Федерацияһы Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы Ҡайбышевты ике яҡлы тәғәйенләнешле технологияларҙы Көньяҡ Кореяға биреүҙә ғәйепләй. Ошо ваҡыттан ул ғилми-тикшеренеү институты директоры вазифаһынан бушатыла. 2006 йылдың 9 авгусында Башҡортостан Республикаһының Юғары Суды уны ғәйепле тип таба һәм шартлы рәүештә 6 йылға иркенән, шулай уҡ 3 айға етәксе вазифалар биләү хоҡуғынан мәхрүм итә һәм Үтә һығылмалы металдар проблемалары институты файҙаһына 3 518 000 һум штраф һала. Шулай итеп, Ҡайбышев шпионаж өсөн хөкөм ителгән Рәсәй ғалимдары исемлегенә эләгә.[2]
Ҡайбышевтың һүҙҙәренә ҡарағанда, 2003 йылдың яҙында тикшереү барышында ФСБ оперативниктары институт сейфынан бер нисә тиҫтә мең долларлыҡ векселдәрҙе алған һәм ҡулаҡсаға әйләндергән. Суд була, уның һөҙөмтәһендә ФСБ майоры Арефьев урлашҡан өсөн хөкөмгә тарттырыла һәм шартлы рәүештә биш йылға иректән мәхрүм ителә[3][4].
Вафаты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Оҙаҡ ауырығандан һуң 2017 йылдың 2 июнендә Аланьяла (Төркиә) ял иткәндә мәрхүм була. Өфө ҡалаһында мосолман зыяратында ерләнә.[5]
Работы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 350 ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән 5 монография.
- 150 уйлап табыу.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1980)
- А. А. Бочвар исемендәге премия (2002 йылғы, О. Х. Фәтҡуллин, Г. Б. Строганов менән берлектә) — «Сверхпластичность при обработке материалов под давлением» һәм «Сверхпластичность и износостойкость в машиностроении» тигән монографиялар өсөн.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Кайбышев Оскар Акрамович на сайте АН Республики Башкортостан
- ↑ http://www.hro.org/node/5643/ 2017 йыл 13 июль архивланған.
- ↑ «МНЕ ЗВОНИЛИ И ГОВОРИЛИ: МЫ ВАС ЗАКОПАЕМ» 2017 йыл 22 ноябрь архивланған.
- ↑ Радиостанция «Эхо Москвы» / Передачи / Интервью / Понедельник, 31.10.2005: Эрнст Чёрный
- ↑ https://news.mail.ru/society/29961130/ 2018 йыл 4 февраль архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Профиль {{{2}}} РФА рәсми сайтында
- 28 мартта тыуғандар
- 1939 йылда тыуғандар
- 2 июндә вафат булғандар
- 2017 йылда вафат булғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Алфавит буйынса ғалимдар
- Алфавит буйынса физиктар
- СССР физиктары
- Рәсәй физиктары
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академиктары
- Шәхестәр:Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе
- Өфө мосолман зыяратында ерләнгән шәхестәр
- Мәскәүҙә тыуғандар
- Төркиәлә вафат булғандар
- Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусылары