Ҡамышлы (Свердловск өлкәһе)
Ҡамышлы | |
Байраҡ[d] | |
Нигеҙләү датаһы | 1668 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ үҙәге | Камышловский район[d] һәм Камышловский уезд[d] |
Административ-территориаль берәмек | Свердловск өлкәһе, Камышловский район[d], Камышловский уезд[d] һәм Шадринский округ[d] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+05:00[d] |
Халыҡ һаны | 26 933 кеше (2023)[1] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 95 метр |
Майҙан | 52 км² |
Почта индексы | 624860 |
Рәсми сайт | gorod-kamyshlov.ru |
Урындағы телефон коды | 34375 |
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы | Категория:Похороненные в Камышлове[d] |
Ҡамышлы Викимилектә |
Ҡамышлы (рус. Камышло́в) — Рәсәйҙең Свердловск өлкәһендәге ҡала, өлкә кимәлендәге статусҡа эйә категориялы административ-территориаль берәмек; Ҡамышлы районының административ үҙәге, Ҡамышлы ҡала округы составындағы муниципаль берәмек ойошторған берҙән-бер тораҡ пункт.
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Көнсығыш идара итеү округының «Ҡамышлы ҡала округы» муниципаль берәмеге Ҡамышлы ҡалаһы Екатеринбургтан көнсығыштараҡ, Пышма йылғаһының һул ярында Ҡамышлы йылғаһы ҡойған урында урынлашҡан. Автомобиль юлдары үҙәге. Свердловск тимер юлының тимер юл станцияһы, Екатеринбург — Төмән участкаһы ошонан үтә. Екатеринбургҡа тиклемге ара — 128 саҡрым (автомобиль трассаһы буйынса — 140 саҡрым), Төмәнгә — 183 саҡрым. Ҡала янында Пышма яры буйында ботаник тәбиғәт ҡомартҡыһы — Ҡамышлы Ҡарағайлығы, шулай уҡ «Обухов» бальнеология курорты урынлашҡан, унда «Обухов» минераль һыуҙар ҡойоу цехы эшләй.[2].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Слобода
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1668 йылдың ноябрендә Пышма слободаһы приказчигы Семен Миронович Будаков тарафынан воевода И. Я. Колтовскийға, бында 1966—1668 йылдарҙа Ирбит һәм Пышма слободаларынан күсереп килтерелгән крәҫтиәндәр һәм казактар Ҡамышлы слободаһына нигеҙ һалған, тип хәбәр ебәрелә. Верхотур воеводаһы күрһәтмәһе буйынса, Будаков «Пышма йылғаһы үренә сығып, нығытма төҙөрлөк урын табырға» тейеш булған, 1668 йылда Ҡамышлы йылғаһы буйында Ҡамышлы нығытмаһы нигеҙләнә. «Ҡалмыҡ һәм башҡорт һуғышсан кешеләренән һаҡланыу» («оберегания от калмыцких и башкирских воинских людей») өсөн нығытма төҙөү 1678—1679 йылдарҙа тамамланған.
1687 йылдан Ҡамышлы слободаһы тип атала.
XVIII быуат башында халыҡтың төп шөғөлө — игенселек, шулай уҡ крәҫтиәндәр Уктус һәм Каменск ҡаҙна заводтарына беркетелгән булған [2].
1763 йылда слобода аша Себер тракты үтә, ул иген менән сауҙа итеү үҙәгенә әйләнә[3]
Иген Тобольскиға тиклем барып етә. Слобода батша һарайын ыласын менән тәьмин итеүсе булып тора[2].
1773—1775 йылдарҙа слобода һәм уның тиәрһендәге тораҡ пункттар Пугачев ихтилалы солғанышында ҡала.[4]
Өйәҙ ҡалаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1781 йылдан Ҡамышлы Пермь наместниклығының өйәҙ ҡалаһы булып китә[3].
1885 йылдың декабрендә Транссебер тимер юлы буйынса хәрәкәт асыла, вокзал бинаһы төҙөлә. 1871 йылда ҡыҙҙар гимназияһы, 1907 йылда — ир-егет прогимназияһы асыла, 1888 йылдан — дини училище, 1899 йылда ҡала училищеһы, шулай уҡ ике сиркәү приходы мәктәбе эшләй[2].
Совет власы йылдарында
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1918 йылдың июлендә Ҡамышлыны — Себер армияһы, 1919 йылдың июлендә — Ҡыҙыл Армия көстәре баҫып ала. Ҡамышлы өйәҙе территорияһы 1921 йылғы 1921 йылғы Көнбайыш Себер ихтилалы солғауында ҡала.
1924—1934 йылдарҙа — Урал өлкәһенең , 1934 йылдан — Свердловск өлкәһе район үҙәге.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Ҡамышлының шифалы, яра уңалтыу сифаттарына эйә диатомиты (аҡ балсыҡ) яралыларҙы дауалағанда киң ҡулланыла. 1941 йылда диатомит комбинатына Ленинградтан электротехник фарфор етештереүсе «Пролетарий» изолятор заводы эвакуациялана, «Урализолятор» заводына шулай нигеҙ һалына[2].
1960 йылда паровоз депоһы элемтә һәм сигнализация оҫтаханалары базаһында электротехника заводы, металл эшкәртеү заводы, 1967 йылда — елем заводы, юл машиналары заводы, 1975 йылда — хром күн заводы, ҡошсолоҡ фабрикаһы, һөтсөлөк һәм икмәк комбинаттары, 1953 йылда тегеү фабрикаһы төҙөлә[2].
1963 йылдың 1 февралендә Ҡамышлы хеҙмәтсәндәр депутаттары Советы Свердловск өлкә хеҙмәтсәндәр депутаттары Советы ҡарамағына тапшырыла[5].
2016 йылдың 15 февралендә Ҡамышлы ҡала суды бөтөрөлә.
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2016 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халҡы буйынса ҡала Рәсәй Федерацияһының 1112[6] ҡалаһы араһында [7] 375-се урында була2016 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халҡы буйынса ҡала Рәсәй Федерацияһының 1112[6] ҡалаһы араһында [8] 375-се урында була
Халыҡ иҫәбе | ||||||
---|---|---|---|---|---|---|
1856[9] | 1897[9] | 1913[9] | 1926[9] | 1931[9] | 1959[10] | 1967[9] |
1700 | ↗8200 | ↗9000 | ↗9900 | ↗10 300 | ↗30 137 | ↗32 000 |
1970[11] | 1979[12] | 1989[13] | 1992[9] | 1996[9] | 1998[9] | 2000[9] |
↘30 770 | ↗31 939 | ↗33 462 | ↘33 000 | ↘32 300 | ↘31 800 | ↘31 600 |
2001[9] | 2002[14] | 2003[9] | 2005[9] | 2006[9] | 2007[9] | 2008[9] |
↘31 400 | ↘28 914 | ↘28 900 | ↘28 600 | ↘28 400 | ↘28 300 | ↗28 400 |
2009[15] | 2010[16] | 2011[9] | 2012[17] | 2013[18] | 2014[19] | 2015[20] |
↘28 368 | ↘26 870 | ↗26 900 | ↗26 983 | ↘26 782 | ↘26 732 | ↘26 573 |
2016[21] | ||||||
↘26 566 |
2002 йылғы халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса, милли составы: урыҫтар — 96,8 %[22].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2023 года (с учётом итогов Всероссийской переписи населения 2020 г.) (урыҫ) — Росстат, 2023.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 Рундквист Н., Задорина О. Свердловская область. От А до Я: Иллюстрированная краеведческая энциклопедия. — Екатеринбург: Квист, 2009. — 456 с. — ISBN 978-5-85383-392-0.
- ↑ 3,0 3,1 Камышлов // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- ↑ КАМЫШЛОВ • Большая российская энциклопедия - электронная версия . Дата обращения: 25 июль 2020. 2020 йыл 5 февраль архивланған.
- ↑ Об укрупнении сельских районов, образовании промышленных районов и изменении подчиненности районов и городов Свердловской области - Российский Правовой Портал . Дата обращения: 20 май 2018. 2018 йыл 20 май архивланған.
- ↑ 6,0 6,1 с учётом городов Крыма
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года. Таблица «31. Численность населения городов и пгт по федеральным округам и субъектам Российской Федерации на 1 января 2016 года». RAR-архив (1,0 Mб)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года. Таблица «31. Численность населения городов и пгт по федеральным округам и субъектам Российской Федерации на 1 января 2016 года». RAR-архив (1,0 Mб)
- ↑ 9,00 9,01 9,02 9,03 9,04 9,05 9,06 9,07 9,08 9,09 9,10 9,11 9,12 9,13 9,14 9,15 9,16 Народная энциклопедия «Мой город». Камышлов . Дата обращения: 24 июнь 2014. Архивировано 24 июнь 2014 года.
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1959 года. Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу . Демоскоп Weekly. Дата обращения: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1970 года Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Демоскоп Weekly. Дата обращения: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1979 года Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Демоскоп Weekly. Дата обращения: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1989 года. Численность городского населения . Архивировано 22 август 2011 года.
- ↑ Всероссийская перепись населения 2002 года. Том. 1, таблица 4. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более . Архивировано 3 февраль 2012 года.
- ↑ Численность постоянного населения Российской Федерации по городам, посёлкам городского типа и районам на 1 января 2009 года . Дата обращения: 2 ғинуар 2014. Архивировано 2 ғинуар 2014 года.
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Свердловской области . Дата обращения: 1 июнь 2014. Архивировано 1 июнь 2014 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года . Дата обращения: 31 май 2014. Архивировано 31 май 2014 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов) . Дата обращения: 16 ноябрь 2013. Архивировано 16 ноябрь 2013 года.
- ↑ Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года . Дата обращения: 2 август 2014. Архивировано 2 август 2014 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года . Дата обращения: 6 август 2015. Архивировано 6 август 2015 года.
- ↑ Предварительная оценка численности населения Свердловской области по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года и в среднем за 2015 год . Дата обращения: 28 ғинуар 2016. Архивировано 28 ғинуар 2016 года.
- ↑ Национальный состав по переписи 2002 года . std.gmcrosstata.ru. Дата обращения: 13 март 2016. Архивировано 15 июнь 2018 года. 2018 йыл 15 июнь архивланған.