Ҡарағайлы (күл)

Координаты: пропущена долгота
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡарағайлы
Координаты: пропущена долгота
Страна
РегионБашҡортостан
Диңгеҙ кимәленән бейеклеге518 м
Оҙонлоғо2,4 км
Киңлеге1,5 км
Майҙаны3,84 км²
Уртаса тәрәнлек3,2 м
РДҺР12010000111112200000331 
Рәсәй
Башҡортостан Республикаһы

Ҡарағайлы — Башҡортостанда Яйыҡ йылғаһы басейнына ҡараған ҙур булмаған күл[1].

Атамаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тирә-яғында ҡарағай ылыҫлы ағасы күп үҫкәнлектән, күлде Ҡарағайлы тип атағандар.

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Күл диңгеҙ кимәленән 518 м бейеклектә. Һыу өҫтө майҙаны — 3,84 км²[2]. Һыу ағымы аша күрше Оло Учалы күле менән тоташҡан[3].

Император энәғарағы Скандинавиянан Африкағаса һәм Атлантик океандан Үҙәк Азия тауҙарынаса йәйелгән киңлектәрҙә таралған. Башҡортостаныбыҙҙа иһә был гүзәл бөжәкте Учалы районының Ҡарағайлы күле тирәһендәге мөхиттә генә осратырға мөмкин. Рәсәйҙә лә ул кәмегәндән-кәмей бара[4].

Географияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Күлдең тирә-яғында ҡарағай-ҡайын урмандары үҫә, һыу ятҡылығы ярында һирәк осрай торған күл ҡамышы, күрән, мамыҡбаш күрән, көньяҡ ҡамышы, тар япраҡлы екән үҫемлектәрен осратырға мөмкин[1].

Сығышы буйынса — тектоник күл, аҫҡы һəм урта девондың ирəндек свитаһы тоҡомдарында (базальттар, андезибазальттар, туфлы ҡомташтар, туффиттар) барлыҡҡа килгəн, соҡоро табаҡ һымаҡ. Төбө һөҙəк, мəтеле. Төньяҡ һəм көньяҡ- көнбайышта ҡалҡыулыҡҡа күсə. Күлдә табан балыҡ, суртан һәм башҡа балыҡтар тереклек итә[1].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]