Эстәлеккә күсергә

Ҡатнашыусы:Регион102/Баш бит2/Ағымдағы һайланған мәҡәлә

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Ира́н Исла́м Респу́бликаһы (фарс. جمهوری اسلامی ایرانДжомхури-́йе Эслɒми́-йе Ирɒ́н, шулай уҡ ҡулланыла Ира́н (фарс. ایران [ʔiˈɾɒn]) йәки Пе́рсия) — Азияның көньяҡ-көнбайышындағы дәүләт. Баш ҡалаһы — Тегеран.

Көнбайышта Ираҡ, төньяҡ-көнбайышта Әзербайжан, Әрмәнстан, Төркиә менән сикләшә һәм шулай уҡ БМО ХШның 1993 йылғы ҡарарына ярашлы, әрмән көстәре тарафынан яулап алынған биләмә танылмаған Таулы-Ҡарабах Республикаһы, көнсығыштан — Афғанстан һәм Пакистан сиктәш. Төньяҡтан Каспий диңгеҙе, көньяҡтан Һинд океанының Фарсы ҡултығы һәм Ғосман ҡултығы.

Яҙмаларға ҡарағанда Иран тарихы биш мең йылды эсенә ала. Беренсе дәүләт булараҡ беҙҙең эраға тиклем 5 меңенсе йылда, Хузестанда Элам дәүләте төҙөлгән. Ә беҙҙең эраға тиклемге 3 меңенсе йылда инде Дарий I Ахеменид дәүере Фарсы империяһы булған. Ул Грек иленән алып Һинд йылғаһынаса киңәйгән. Ул ваҡытта ил зороастризм динендә булған. XVI быуатта ислам ҡабул ителгән.

1979 йыл Иранда Ислам революцияһы булып уҙа . Етәксеһе булып аятулла Хомейни торған. Ошо ваҡытта монархия ҡолатыла һәм Ислам Республикаһы төҙөлә.

↪ дауамы...