Эстәлеккә күсергә

Ҡаштаҡ ҡарағайлығы

Координаты: пропущена долгота
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡаштаҡ ҡарағайлығы
урыҫ Каштакский бор
Координаты: пропущена долгота
Ил
РегионСиләбе өлкәһе
Рәсәй
Точка
Ҡаштаҡ ҡарағайлығы
Силәбе өлкәһе
Точка
Ҡаштаҡ ҡарағайлығы
 Ҡаштаҡ ҡарағайлығы Викимилектә

Ҡаштаҡ ҡарағайлығы (рус. Каштакский бор) — Силәбе өлкәһендә урынлашҡан ҡарағай урманы. Өлкә әһәмиәтендәге Ботанк тәбиғәт һәйкәле. Силәбе өлкәһенең айырыусы һаҡланған тәбиғәт территориһы.

Координаталары: 55°19′7″N 61°23′0″E

1976 йылдан урман паркы статусына эйә. Майҙаны 1 543 гектар.

Силәбе ҡалаһынан төньяҡтараҡ, Металлургия районына сиктәш, Мейәс йылғаһының уң яҡ ярында урынлашҡан. Убалы-арҡалы рельефҡа эйә.

Силәбе өлкәһенең топонимикаһын, башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижадын өйрәнгән географ, топонимист Н. И. Шувалов үҙенең «От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь» тигән һүҙлегендә Ҡаштаҡ атамаһы тураһында ошоларҙы яҙа:

Ҡаштаҡ, ауыл, Уйылға районы; ҡасаба, Силәбе ҡалаһы территорияһы.

Атама төрки ҡыштаҡ, ҡышлаҡ — «ҡышҡа туҡталған урын», «ҡуналҡа», «торған урын», ҡыш һүҙенә -таҡ, -лаҡ — һүҙ яһаусы аффикстар ҡушылып яһалған. Шулай уҡ башҡорт һүҙе ҡаштаҡ — «текә, ярлау, төшөү юлы» тигән мәғәнә менән дә аңлатып була.

Ҡаштаҡ ҡарағайлығы уртаһында — Соколинка тауы. Был атаманы, ыласын ҡош исеме менән бәйле тип түгел, ә ошо урында ҡалҡып торған гранит ҡаяларҙы сокол тип йөрөтөлгән стена ватыу ҡоралына оҡшатып аталған, тип аңлатып булалыр, моғайын[1].

Үҫемлектәр донъяһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ағаслығы башлыса бер яруслы, һирәкләнгән. Һалынып үҫкән ҡайын менән ҡатнаш ябай ҡарағай өҫтөнлөк итә, түбәнерәк урындарҙа уҫаҡ һәм ялбыр ҡайын, бәлзәм тирәге үҫә. Шулай уҡ һуңғы йылдарҙа ябай имән һәм йәсин (дардар) ағасыныҡына оҡшаған япраҡлы сағандар ултыртылған[1].

Тәпәш урманда ҡара емешле ҡараған, аҡселек (кәзә таллығы), ҡурай еләге һәм дәрсен гөлйемеше өҫтөнлөк итә. Үлән япмаһы күп яруслы: себер балтырғаны, ҡамышлы ҡолонғойроҡ, ҡыңғырау сәскә, кесе эрегәй (василистник), бөрмәкәй (ҡыҙыл тамыр), ҡыҙыл бөрлөгән, купена многоцветковая һ. б. үҫә.

Хайуандар донъяһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хайуандар донъяһы ғәҙәти урман-дала ҡарағай урмандарындағыса. Аҡҡуян, тейен, һуҡыр сысҡан, йомран, һирәк амфибия — себер углозубы[2] тереклек итә.

Урман паркы территорияһында «Ҡаштаҡ ҡарағайлығы» ял үҙәге урынлашҡан.

  • Шувалов Н. И. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
  • Бакалов В. А. Каштакский бор и его роль в очистке воздушного бассейна города Челябинска
  • Вопросы географии Южного Урала. 1972. Вып. 5-6; Куклин С. Каштакский бор