Эстәлеккә күсергә

Ҡаҙаҡ ханлығы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡаҙаҡ ханлығы
ҡаҙ. Қазақ хандығы

 
 
 
 
 
 
 
1465 — 1822
Баш ҡала

Созак (1465—1469)
Сығнаҡ (1469—1511)
Созак (1511—1521)
Сығнаҡ (1521—1599)
Төркөстан (1599—1729)

Телдәр

Төрки
Ҡаҙаҡ

Майҙаны

3,2 млн км²

Халҡы

ҡаҙаҡтар, ҡараҡалпаҡтар, ҡырғыҙҙар

 Ҡаҙаҡ ханлығы Викимилектә

Ҡаҙа́ҡ ха́нлығы (ҡаҙ. Қазақ хандығы) — XV быуаттың икенсе яртыһында Алтын Урҙаның тарҡалыу осоронда хәҙерге Ҡаҙағстан һәм уға күрше булған дәүләттәр территорияһында барлыҡҡа килгән ҡаҙаҡ дәүләте.

Ҡаҙаҡ ханлығының барлыҡҡа килеүе

Ҡаҙаҡ ханлығының иң юғары сәскә атыу осоро Ҡасим, Һаҡ-Назар, Тәүәкәл, Ишем хандары хакимлектәренә тура килә. XVII быуат башында ханлыҡ Оло, Урта һәм Кесе йөҙҙәргә тарҡала. Солтан Абылай хан осоронда барлыҡ йөҙҙәр уны Ҡаҙаҡ ханлығының ханы тип таный. Абылай хан вафат булғас, ханлыҡ йәнә йөҙҙәргә тарҡала.

XV быуаттың икенсе яртыһында Алтын Урҙаның тарҡалыу осоронда Ете йылға үҙәнендә Ҡаҙаҡ ханлығы барлыҡҡа килә. Сығышы менән Сыңғыҙхандың улы Жуси нәҫеленән булған Гәрәй (? — яҡ.1474) һәм Йәнбәк (?—1474) ханлыҡҡа нигеҙ һалып уның менән бергә хакимлек итәләр[1].

Ҡаҙаҡ ханлығының иң юғары сәскә атыу осоро Ҡасим (1511—1521), Һаҡ-Назар (1538—1580), Тәүәкәл (1583—1598), Ишем(1598—1628) хандары хакимлектәренә тура килә. Был ваҡытта Урта Азия ханлыҡтары һәм Нуғай Урҙаһы менән һуғыштар барышында ҡаҙаҡ хандары үҙ власын Төркөстән һәм Ташкент ҡалаларынан Уралға ҡәҙәр тарата. Беҙҙең көнгәсә һаҡланып ҡалмаған «Ишем хандың боронғо юлы» ҡанундар йыйынтығының барлыҡҡа килеүен риүәйәттәр Ишем хан исеме менән бәйләйҙәр[1].

XVII быуатта Ҡаҙаҡ ханлығы 3 урҙаларға йәғни йөҙҙәргә — Оло (ҡаҙ. Ұлы жүз), Урта (ҡаҙ. Орта жүз) һәм Кесе (ҡаҙ. Кіші жүз) йөҙҙәргә бүленә. Тәүке хан (1680—1718) хакимлеге осоронда Ҡаҙаҡ ханлығы бер аҙ үҫеш кисерә. Ҡаҙаҡтарҙың «Ете Устав» (ҡаҙ. Жеті Жарғы) ғәҙәти хоҡуҡ йыйынтығының барлыҡҡа килеүе Тәүке хандың идара итеү ваҡытына ҡарай[2].

Тәүке хан вафат булғас, 1718 йылда Ҡаҙаҡ ханлығы берҙәмлеген юғалта, йөҙҙәр ғәмәлдә айырым ханлыҡ булып китә. 1723 йылдан, өс тиҫтә тиерлек йылдар дауамында, улар Көнсығыш Төркөстанды һәм Көнбайыш Монголияны буйһондорған Жунғар ханлығы менән бик ҡаты көрәш алып бара. Был дәүер «Бөйөк афәт йылдары» (ҡаҙ. Ақтабан шұбырынды) исеме аҫтында ҡаҙаҡ халҡы хәтерендә ҡала. Жунғарлар һәм Хиуаны баҫып алған Иран хакиме Надир шаһ яғынан ҡурҡыныс янауы, ҡаҙаҡ ханы Әбелхәйерҙе 1731 йылда Рәсәй императорына тоғролоҡҡа ант итергә күндерә. Әбелхәйер ханға барған урыҫ илселеге составында башҡорт тархандары Алдар һәм Таймаҫ Шәимов була. Әбделхәйер хан етәкләгән Кесе йөҙҙөң күпселек ырыуҙары Рәсәй подданыйҙары булып китә. 1758 йылда Жунғар ханлығын Цин империяһы баҫып алғас, ҡаҙаҡ ханлыҡтарына йәнә ҡурҡыныс янай башлай һәм ҡаҙаҡ аҡһөйәктәрен Рәсәй империяһының ҡурсаулығын эҙләргә күндерә. Власы бөтә Ҡаҙаҡ далаһы буйлап танылыу алған Абылай хан, 1740 йылда рәсәй подданлығын ҡабул итеүенә ҡарамаҫтан, ул Рәсәй һәм Ҡытай араһында ярымҙаҡланыу сәйәсәте алып бара. Был бер ни тиклем ваҡытҡа Ҡаҙаҡ ханлығына сағыштырмаса бойондороҡһоҙлоҡ һаҡларға булышлыҡ итә[1].

Абылай хан вафат булғандан һуң уның улы Вәли хан бәйһеҙ сәйәсәт алып барыуҙан баш тарта һәм Рәсәй юғары власын таный. Артабанғы хандар рәсәй хөкүмәте менән тәғәйенләнгән. 1822 йылда рәсәй хөкүмәте Ҡаҙағстанда хан власы институтын бөтөрә, был үҙ сиратында 1824—1827 йылдарҙа солтан Ҡасим һәм 1837 йылда уның улы Кенесары Ҡасимов етәкселегендәге ихтилалдар тоҡаныуына сәбәпсе була. Кенесары үҙен хан итеп иғлан итә, әммә Ҡаҙаҡ ханлығын тергеҙеүҙә уңышһыҙлыҡҡа тарый[1].

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Арапов Д. Ю., Кадырбаев А. Ш. Казахское ханство // Большая российская энциклопедия. Т. 12: Исландия — Канцеляризмы. — М.: «Большая Российская энциклопедия», 2008. — 768 с. — ISBN 978-5-85270-343-9.
  2. Казахское ханство // Казахстан. Национальная энциклопедия. — Алматы: «Қазақ энциклопедиясы», 2005. — Т. III. — ISBN 9965-9746-4-0.
  • Абусеитов М. Х. Казахское ханство во второй половине XVI века. — Алма-Ата, 1985.
  • Ерофеева И. В. Казахские ханы и ханские династии в XVIII — середина XIX в. // Культура и история Центральной Азии и Казахстана: проблемы и перспективы исследования. — Алма-Ата, 1997.
  • Исин А. Казахское ханство и Ногайская Орда во второй половине XV—XVI вв. — Семипалатинск, 2002.
  • Касымбаев Ж. К. Государственные деятели казахских ханств. XVIII в. — Алма-Ата, 1999.
  • Кляшторный С. Г., Султанов Т. И. Государства и народы евразийских степей. Древность и средневековье. 2-е изд. — СПб., 2004.
  • Кушкумбаев А. К. Военное дело казахов в XVII—XVIII вв. — Алма-Ата, 2001.
  • Материалы по истории Казахских ханств. XV—XVIII вв. (извлечения из персидских и тюркских сочинений). — Алма-Ата, 1969.
  • Моисеев В. А. Джунгарское ханство и казахи. XVII—XVIII вв. — Алма-Ата, 1991.
  • Таймасов С. У. Башкирско-казахские отношения в XVIII веке. — М.: Наука, 2009. — 344 с. — ISBN 978-5-02-037567-3.
  • Трепавлов В. В. История Ногайской Орды. — М.: Восточная литература, 2001.