Эстәлеккә күсергә

Көйәҙе (ҡасаба)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Ҡойоҙо (ҡасаба) битенән йүнәлтелде)
Посёлок
Көйәҙе
ru/Куеда
Герб
Герб
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Пермь крайы

Муниципаль район

Көйәҙе районы

Ауыл

Көйәҙе

Координаталар

56°25′42″ с. ш. 55°35′26″ в. д.HGЯO

Халҡы

9551 кеше (2010)

Телефон коды

+7 34262

Почта индексы

617700

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

59, 81, 159

ОКАТО коды

57 228 000 001

ОКТМО коды

57 529 000 101

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Көйәҙе (Рәсәй)
Көйәҙе
Көйәҙе
Көйәҙе (ҡасаба) (Пермь крайы)
Көйәҙе

КөйәҙеПермь крайының көньяғында урынлашҡан ҡасаба, Көйәҙе районы административ үҙәге[1].

Ҡасаба үҙенең исемен Көйәҙе ауылы атамаһынан алған. Бер фараз буйынса, был ауылға 1812 йылғы һуғыштан ҡасҡан дезертирҙар нигеҙ һалған.

Икенсе фараз буйынса, был урынға 1816 йылда Вятка крәҫтиәндәре, барлығы 60 кеше, килеп ултырған. Ҡаҙна палатаһы рөхсәте менән рәсми ҡарарға таянып, ауыл барлыҡҡа килгән.

«Көйәҙе» тигән географик атама башҡорттарҙың боронғо Уҡъяҙы ырыуынан килә тигән фараз да бар.

«Ҡойо» башҡортса "ҡойо" (колодец). Уйһыу һәм һаҙлама урын, моғайын, шундай атамаға алып килгәндер. Көнбайыш башҡорттары диалектында ҡойоло тигән һүҙ ҡойоҙо тип әйтелә, тип фекер йөрөтөлә. Шулай уҡ, ҡуй йәки һарыҡ-кәзә утлай торған үләнле урын атамаһы тип тә фаразлап була[2].

Ҡасабаның килеп сығыу тарихы ҠазанЕкатеринбург тимер юл тармағын төҙөү менән бәйле. 1914 йылда картала Көйәҙе станцияһы барлыҡҡа килә. Атамаһы күрше Көйәҙе ауылы исеменән үҙләштерелгән.

1926 йылда РСФСР-ҙың Урал өлкәһе Сарапул округы Көйәҙе ауыл советына ҡараған станция ҡасабаһы Көйәҙела 50 хужалыҡта 167 жителей (82 ир-ат, 85 ҡатын-ҡыҙ) (барыһы ла тиерлек — урыҫтар), почта-телеграф-телефон станцияһы, кооператив булған[3]. 1926–1927 йылдарҙа яңы тимер юл вокзалы бинаһы төҙөлә.

1930-сы йылдарҙа ҡасаба шәп үҫкән, 1931 йылдан Көйәҙе районы үҙәгенә әйләнә. Ун йыллыҡ башында «Ҡыҙыл байраҡ» исемле инвалидтарҙың хеҙмәт артеле, май заводы, промкомбинат, пожарный часть, фотография, бөҙрәхана барлыҡҡа килә, 1932 йылда яңы китапхана бинаһы асыла. 1935–1937 йылдарҙа Красный (хәҙер Комсомол) урамында дауахана, шулай уҡ 1937 йылда башланғыс мәктәптең ике ҡатлы бинаһы төҙөлә. 1931 йылдан район гәзите (хәҙер — «Көйәҙе хәбәрсеһе») баҫыла[4].

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Көйәҙе ҡасабаһында госпиталь һәм осоусылар (пилот) мәктәбе урынлашҡан.

1957 йылдан Көйәҙе — ҡала тибындағы ҡасаба. 1960 йылға тиклем кирбес заводы булған[5]. 1962 йылда һыра-консерва заводы төҙөлә башлай, 1963 йылда май заводы асыла[6]. 1970—1980-се йылдарға ҡасаба Пермь өлкәһенең көньяғында ҙур хакимиәт үҙәгенә әүерелә. Ул осорҙа ҙур торлаҡ һәм инфраструктура төҙөлөшө алып барыла, ҙур предприятиелар: район-ара «Сельхозтехника» берекмәһе, леспромхоз, ит комбинаты, колхоз-ара лесхоз, аҙыҡ-түлек комбинаты, нефтебаза, май заводы, ПМК, «Пермсельхозмонтаж», СУ–4, ХРПУ, Сельхозхимия, район-ара база, һыра-консерва заводы, ДРСУ һ. б. эшләй[4].

1994 йылдан Көйәҙе — ауыл тораҡ пункты (ҡасаба). 2001 йылда крайҙы өйрәнеү музейы асыла.

2006 йылдан — шулай уҡ Көйәҙе ауыл биләмәһе үҙәге[7].

Йыл Халыҡ һаны
1926 167 [8]
1939 2831 [9]
1959 5315 [10]
Йыл Халыҡ һаны
1970 7479 [11]
1979 8363 [12]
1989 9613 [13]
Йыл Халыҡ һаны
2002 9809 [14]
2010 9551 [15]
2021 9457 [16]
  • 6 балалар баҡсаһы
  • «П. П. Балахнин исемендәге 1-се Көйәҙе урта дөйөм белем биреү мәктәбе» муниципаль дөйөм белем биреү учреждениеһы (интернаты бар)
  • 2-се һанлы Көйәҙе урта мәктәбе
  • Көйәҙе «Чернушинский механика-технология техникумы» урта һөнәри белем биреү дәүләт белем биреү учреждениеһы
  • балалвр һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе
  • балалар музыка мәктәбе
  • Балалар ижады йорто
  • киске (сменалап эшләүсе) мәктәп[17]

Успения Пресвятой Богородицы православие сиркәүе (2009 йылда асыла), мәсет (2004 йылда асыла)[6].

Топографик карталар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Лист карты O-40-124 Куеда. Масштаб: 1 : 100 000. Состояние местности на 1982 год. Издание 1985 г.
  1. Галина Баловина. Проект «История Куеды»
  2. Куеда
  3. Список населённых пунктов Уральской области, т. 9: Сарапульский округ
  4. 4,0 4,1 История Куединского района 2019 йыл 12 февраль архивланған.
  5. Энциклопедия «Пермский край» 2019 йыл 12 февраль архивланған.
  6. 6,0 6,1 Путеводитель по Куединскому району 2021 йыл 29 август архивланған.
  7. Галина Баловина. Проект «История Куеды»
  8. Список населённых пунктов Уральской области. Том IX. Сарапульский округ (урыҫ)
  9. Всесоюзная перепись населения 1939 года. Численность сельского населения СССР по районам, крупным селам и сельским населённым пунктам - районным центрам (урыҫ)
  10. Всесоюзная перепись населения 1959 года. Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу (урыҫ)Демоскоп Weekly.
  11. Всесоюзная перепись населения 1970 года Численность городского населения РСФСР, ее территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. (урыҫ)Демоскоп Weekly.
  12. Всесоюзная перепись населения 1979 года Численность городского населения РСФСР, ее территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. (урыҫ)Демоскоп Weekly.
  13. Всесоюзная перепись населения 1989 г. Численность городского населения РСФСР, ее территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу (урыҫ)
  14. Всероссийская перепись населения 2002 года. Численность населения субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более (урыҫ)
  15. ВПН-2010. Численность и размещение населения Пермского края (урыҫ)
  16. Итоги Всероссийской переписи населения 2020 года (по состоянию на 1 октября 2021 года) (урыҫ)
  17. Галина Баловина. Проект «История Куеды»

Ҡалып:Населённые пункты Куединского района