Эстәлеккә күсергә

Ҡотоев Альберт Әсхәт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡотоев Альберт Әсхәт улы
Зат ир-ат
Тыуған көнө 1940
Тыуған урыны Бүздәк районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө яҙыусы

Ҡотоев Альберт Әсхәт улы (10 декабрь 1940 йыл — 25 май 1998 йыл) — журналист, шағир һәм яҙыусы. 1973 йылдан «Кызыл таң» республика гәзите хеҙмәткәре, Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы ҡарамағындағы Матбуғатта дәүләт серҙәрен һаҡлау идаралығы мөхәррире. Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Альберт Әсхәт улы Ҡотоев 1940 йылдың 10 декабрендә Башҡорт АССР-ының Бүздәк районы Иҫке Бүздәк ауылында тыуған. Урта мәктәпте тамамлағас, колхозда эшләй, аттар көтә. Бер аҙҙан Бүздәк районының «Алға» район гәзитенә әҙәби хеҙмәткәр итеп эшкә алалар.

1973 йылда Ҡазан дәүләт университетының журналистика факультетын тамамлай һәм тыуған Башҡортостанына, «Кызыл таң» гәзитенә эшкә ҡайта.

Һуңынан егерме йылға яҡын Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы ҡарамағындағы Матбуғатта дәүләт серҙәрен һаҡлау идаралығында мөхәррир вазифаһын үтәй.

1998 йылдың 25 майында Өфөлә вафат була.

Альберт Ҡотоев колхозда эшләгән сағында район гәзитенә хәбәрҙәр яҙа башлай, үҙен һәләтле хәбәрсе итеп таныта. «Алға» гәзитендә әҙәби хеҙмәткәр булып эшләгән сағында тәүге хикәйәләре донъя күрә. Һуңынан таланты шағир булараҡ ныҡлы асыла. Балалар өсөн 1980 йылда баҫылған тәүге шиғри китабы «Төймәле йондоҙ» тип атала. 1985 йылда — «Ҡояш күтәрелгәндә», 1990 йылда — «Офоҡтарҙа — аҡ томан» исемле шиғри, ә 1996 йылда, үҙе вафат булғас, «Еләк тәме» тигән хикәйәләр йыйынтығы донъя күрә.

Альберт Ҡотоев шиғырҙарына ҡыҫҡалыҡ, афористиклыҡ хас, фәлсәфәүи йүнәлештән мәхрүм түгел. Лирик геройы тормош әүҙемлеге, маҡсатына ынтылыусанлығы менән үҙенсәлекле. Тыуған яҡ, әхлаҡ темалары, тормош һәм ғүмер фәлсәфәһе, тәбиғәт лирикаһы Альберт Ҡотоев шиғриәтендә төп урынды биләп тора. «Еләк тәме» китабына тупланған хикәйәләре матур тел һәм тәрән психологик алым менән ижад ителгән. Уның геройҙары үҙҙәренең күркәм кешелек сифаттары менән иғтибарҙы йәлеп итә.

  • Төймәле йондоҙ. Шиғырҙар. Өфө. 1980.
  • Ҡояш күтәрелгәндә. Шиғырҙар. Өфө. 1985.
  • Офоҡтарҙа — аҡ томан. Шиғырҙар. Өфө. 1990.
  • Еләк тәме. Хикәйәләр. Өфө. 1996.
  • Писатели земли башкирской [Текст]: справочник/сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — С. 264.
  • Сабитов Р. М. Күңелдәрҙә ҡалды яҡтыһы. — «Ағиҙел» ж., 2000 й., № 12, 167—170-се биттәр.