Эстәлеккә күсергә

Ҡош-секретарь

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡош-секретарь
Рәсем
Ҡыҫҡаса атамаһы S. serpentarius
Масса 130 грамм[1] һәм 4,052 килограмм[1]
Халыҡ-ара ғилми атамаһы Sagittarius serpentarius J.F.Mill., 1779[2][3][4][…]
Таксономия рангыһы Төр[2][3][5][…]
Яҡындағы юғарыраҡ кимәлдәге таксон Птицы-секретари[d][2]
Таксондың халыҡ атамаһы aderyn y cwils[6], Secretarybird[3][7][4][…], Sekretär[3][4][8][…], Secretario[3][4][8][…], secretari[3][4][8][…], hadilov písař[3][4][8][…], kurgkotkas (sekretärlind)[3][4][8][…], Sekretærfugl[3][4][8][…], Птица-секретарь[3][4][8][…], ヘビクイワシ[3][4][8][…], Sekretærfugl[3][4][8][…], sihteeri[3][4][8][…], kígyászkeselyű[3][4][8][…], sekretarz[3][4][8][…], hadožrút nohatý[3][4][8][…], sekreterarfågel[3][4][8][…], Sekretarisvoël[3][4][8][…], Secretarisvogel[3][4][8][…], Messager sagittaire[3][4][8][…], Segretario[3][4][8][…], secretário[3][4][8][…], Serpentaire[7], Secretary Bird[7], sekretorius[3][4][8][…], секретар[8][9], Rúnai fadchosach, sekretar[9] һәм serpentariu[10]
Тәүге атамаһы F. serpentarius[d]
Халыҡ-ара тәбиғәтте һаҡлау берлегенең һаҡ статусы вымирающие виды[d][11]
Канатлары киңлеге 203 ± 12 сантиметр[12]
Төр ареалы картаһы
CITES Appendix Appendix II of CITES[d][13]
Суточный цикл дневной образ жизни животных[d][14]
Размер выводка 2[15]
Яиц инкубационный период 44 тәүлек[12]
 Ҡош-секретарь Викимилектә

Ҡош-сексретарь, йәки секретарь — ҡарсығалар һымаҡтар отрядына ҡараған ҡош-секретарҙар((Sagittariidae) ғаиләһенең берҙән-бер төрө. Фәнни атамаһы лат. Sagittarius serpentarius .Уның үҙенсәлекле исеме башындағы ҡара ҡауырһындарынан килеп сыҡҡан. Элек суд секретарҙары үҙҙәренең париктарына ҡаҙ ҡауырһындарын ҡуйырға яратҡан.

Ҙур ҡош, ҡауҙыға ҡыҫҡа суҡышлы булыуы менән оҡшаш. Уның оҙонлоғо-125 сантиметрҙан 155 см , ә ауырлығы 4 килограмға тиерлек етә Ҡанаттарының һелтәме яҡынса 210 см. Айырылып торған билдәһе булып, туй осоронда күтәрелгән башындағы ҡара ҡауырһындары тора. Шулай уҡ тағы бер үҙенсәлеге: ҡош- секретарҙар ҡыуанышҡанда (брачный период) ырылдаған һәм ҡарҡылдаған тауыштар сығара. Муйыны һәм ҡорһағы тирәһендәге ҡауырһындарының төҫө һоро һәм ул ҡойроғона табан ҡуйыра бара. Күҙҙәре әйләнәһенән суҡышына тиклем ҡауырһындары юҡ, һары тиреләре күренеп тора.

Ҡош -секретарҙың башы

Башҡа йыртҡыс ҡоштарҙан айырмалы рәүештә,секретарҙар күп ваҡыттарын ерҙә үткәрәләр. Ерҙә улар сағыштырмаса тиҙерәк күсеп йөрөйҙәр. Әммә ҡыуаныу соронда ата ҡоштоң оя өҫтөнән кәйелеп осҡанын күрергә була. Секретарҙар берәҙәк тормош алып бара. Аҙыҡ эҙләп, бер урындан икенсе урынға сәйәхәт итәләр. Был ике партнер (ата һәм инә ҡош) ғүмер буйы бер-берһенә тоғро ҡалалар,һәр ваҡыт бергә булалар, күҙ күреме алыҫлығында ғына айырым йөрөйҙәр. Ҡәтғи рәүештә ҡауышыу ваҡытында үҙ ареалдарын сикләйҙәр һәм теләһә ниндәй сикте боҙған атаны ҡыуып сығаралар.

Ҡош-секретарҙарының ареалы Африкала урынлашҡан һәм Сахараның көньяҡ сиктәренән Көньяҡ Африкаға тиклем йәйрәп ята. Иң элек уларҙы саванналарҙа һәм уларға оҡшаш урындарҙа осратырға була. Кеше күп ултырған урындарҙа уларҙың популяцияһы,ҡағиҙә булараҡ, ҙур түгел, сөнки оялары күп туҙҙырыла.


Ҡош-секретарҙарҙың төп аҙығы булып йыландар, әммә улар башҡа ер-һыу ер-һыу хайуандары, кеҫәрткеләр, бөжәктәр, ваҡ һөтимәрҙәр һәм ҡоштар менән дә туҡланалар. Һунар иткәндә улар ҡанаттары менән бәреп көслө тауыш сығаралар ҙа, үҙҙәрен йәшеренгән ҡорбан итеп күрһәтеп, йүгерергә тотоналар. Табышын шәйләү менән, улар кәкерсәкле хәрәкәттәр менән уны ҡыуып етә, шул арҡала, мәҫәлән, йыландар йүнәлешен юғалталар. Аяҡтарының ныҡлы тырнаҡтары менән көслө һуғып ҡорбанын үлтерә. Әгәр ҙә йылан ҡаршылашһа, оҫталыҡ менән уның сағыуынан ситкә тайпыла ла, яңынан һөжүм итә.Йылан менән көрәшкәндә секретарь бер ҡанатын төҙәйтеп, уны ҡалҡан итеп файҙалана.

Ҡош-секретарь

Ҡыуаныу осоро ямғырҙар осоро менән бәйләнгән, Был ваҡытта ата ҡош үҙе һайлаған инә ҡошто тулҡын һымаҡ осошо менән тәьҫирләндерергә тырыша. Шунан һуң ул инә ҡошто алдына ҡыуып сығара ла, үҙенсәлекле бейеүен күрһәтә башлай.

Инә ҡош берҙән алып икегә тиклем аҡ-зәңгәр йомортҡа һала, 45 көн буйы уларҙы баҫып ултыра. Ояһын алты метрҙан бейек булмаған ҡыуаҡ йәки ағас баштарының яҫы сатырына ҡора. Ояның диаметры 150 см.тәшкил итә, ә төҙөү өсөн ҙур булмаған ботаҡтар һәм үләндәр ҡуллана.. Себештәре йомортҡанан моронлап сыҡҡандан һуң,ояла 75 көндән алып 85 көнгә тиклем йәшәйҙәр. Тәүҙә уларҙы ата-әсәһе яртылаш сәйнәлгән ит, ә һуңғараҡ сей ит киҫәге менән туҡландыра. Ҡайһы берҙә ҡош балалары оса белеү оҫталыҡтарын һынар өсөн, оянан һикереп төшәләр. Әгәр ҙә улар ерҙән айырыла алмай икән, осорға өйрәнгәнсе ата-әсәһе ерҙә ашата. Сөнки ҡош балаларының тәбиғәттә дошмандары бик күп,үҫкәнсе уларҙан уртаса тик берәүһе генә ҡала.

Кеше һәм ҡош-секретарь

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Судан гербы

Көньяҡ Африкала ҡош-секретарҙар аҫыл ҡоштарҙан һанала һәм хатта Көньяҡ Африка Республикаһы гербында һүрәте төшөрөлгән. Уны ҡанатарын йәйҙереп һүрәтләгәндәр. Көньяҡ Африка милләтенең үҙенең дошмандарынан өҫтөнлөгөн белдереүсе символ булып тора.Шулай үк Судандың гербында ла һүрәтләнгән.

  1. 1,0 1,1 Lislevand T., Figuerola J., Székely T. Avian body sizes in relation to fecundity, mating system, display behavior, and resource sharing (ингл.) // Ecology / Ecological Society of AmericaUSA: ESA, 2007. — Vol. 88, Iss. 6. — P. 1605—1605. — 1 p. — ISSN 0012-9658; 1939-9170doi:10.1890/06-2054
  2. 2,0 2,1 2,2 Integrated Taxonomic Information System (ингл.) — 1996.
  3. 3,00 3,01 3,02 3,03 3,04 3,05 3,06 3,07 3,08 3,09 3,10 3,11 3,12 3,13 3,14 3,15 3,16 3,17 3,18 3,19 3,20 3,21 3,22 IOC World Bird List Version 6.3 — 2016. — doi:10.14344/IOC.ML.6.3
  4. 4,00 4,01 4,02 4,03 4,04 4,05 4,06 4,07 4,08 4,09 4,10 4,11 4,12 4,13 4,14 4,15 4,16 4,17 4,18 4,19 4,20 4,21 World Bird List (ингл.): IOC World Bird List — 6.4 — IOU, 2016. — doi:10.14344/IOC.ML.6.4
  5. IOC World Bird List. Version 7.2 — 2017. — doi:10.14344/IOC.ML.7.2
  6. Gwefan Llên Natur
  7. 7,0 7,1 7,2 Красная книга — 1964.
  8. 8,00 8,01 8,02 8,03 8,04 8,05 8,06 8,07 8,08 8,09 8,10 8,11 8,12 8,13 8,14 8,15 8,16 8,17 8,18 8,19 8,20 IOC World Bird List. Version 10.1 — 2020. — doi:10.14344/IOC.ML.10.1
  9. 9,0 9,1 IOC World Bird List. Version 10.2 — 2020. — doi:10.14344/IOC.ML.10.2
  10. http://www.sabencia.net/nomenclator.php
  11. The IUCN Red List of Threatened Species 2021.3 — 2021.
  12. 12,0 12,1 del Hoyo, J., Elliott, A., Sargatal, J., Christie, D.A. & de Juana, E. (eds.). Handbook of the Birds of the World (ингл.)Barcelona: Lynx Edicions.
  13. Species+ (ингл.)
  14. Anderson S. R., Wiens J. J. Out of the dark: 350 million years of conservatism and evolution in diel activity patterns in vertebrates (ингл.) // Evolution / M. NoorWiley, 2017. — Vol. 71, Iss. 8. — P. 1944—1959. — 16 p. — ISSN 0014-3820; 1558-5646doi:10.1111/EVO.13284PMID:28636789
  15. Jetz W., Sekercioglu C. H., Böhning-Gaese K. The worldwide variation in avian clutch size across species and space (ингл.) // PLoS Biol.PLoS, 2008. — Vol. 6, Iss. 12. — P. 2650—7. — ISSN 1544-9173; 1545-7885doi:10.1371/JOURNAL.PBIO.0060303PMID:19071959