Ҡушаев Ғөбәйҙулла Абдулла улы
Ҡушаев Ғөбәйҙулла Абдулла улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 1902 |
Тыуған урыны | Ҡазан, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 3 август 1937 |
Вафат булған урыны | Мәскәү, СССР |
Бер туғандары | Ğabbas Quşayıf[d] |
Эш урыны |
Татарстан йәштәре (газета) Молодежная газета Ватаным Татарстан[d] Q53952063? |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Ҡушаев Ғөбәйҙулла Абдулла улы (1902−1937) — журналист, РКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары (1922—1924). Сәйәси золом ҡорбаны (1937).
Ҡушаев Ғөбәйҙулла Абдулла улы 1902 йылдың июнь айында Ҡаҙанда тыуған[1]. Милләте буйынса татар. Ул билдәле сауҙагәр Ҡушаевтар нәҫеленән була, уның Мөхәммәт ҡартатаһы — сауҙагәрҙәр династияһына нигеҙ һалыусы, 1832 йылдан ғаилә бакалея (аҙыҡ-түлек) менән һатыу итә. Дүртенсе быуындағы Ғөбәйҙулла ғаилә эшенән ситләшә (уның ҡустыһы Ғәббәс тә) һәм үҙ ғүмерен йәмәғәт эшенә арнай.
1919 йылда Ғөбәйҙулла Ҡушаев коммунистар партияһына инә. 18 йәшендә Ҡаҙанда үткән 1-се өлкә комсомол конференцияһында ҡатнаша һәм уны РКСМ-дың Татар өлкә комитетының беренсе составына һайлайҙар[1].
1922—1924 йылдарҙа Ҡушаев йүнәлтмә буйынса Өфөгә ебәрелә һәм Рәсәй коммунистик йәштәр союзының беренсе секретары булып эшләй. Ул ваҡытта өлкә комсомол комитеты алдына сәнәғәт, ауыл хужалығы өлкәләрендә йәштәрҙең эшен ойоштороу, уларҙы хәрби-патриотик, мәҙәни яҡтан тәрбиәләү кеүек мөһим бурыстар ҡуйыла. Эшләгән йылдарында ул матбуғат сараларына, яңы баҫмалар асыуға ҙур әһәмиәт бирә. 1922 йылдың 7 декабрендә РКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты президиумы ултырышында РКСМ-дың башҡорт телендәге гәзитен сығарыу мәсьәләһе ҡарала. «Йәш юҡсыл» тип аталған гәзиттең беренсе һаны 1923 йылдың 12 ғинуарында донъя күрә. Гәзиттең тәүге мөхәррире — Ғөбәйҙулла Ҡушаев, мөхәрририәт ағзалары Д. Юлтый менән Ғ. Абдрахманов була[2].
1924 йылдың 2 — 7 апрелендә үткән РКЛСМ-дың 3-сө Бөтә башҡорт съезында Ғ. Ҡушаев «Йәш юҡсыл»ды башҡорт һәм татар телдәрендә сығарырға тәҡдим итә. 1925 йылдың 27 мартында башҡорт йәштәре өсөн өр-яңы гәзит асыла. Ул «Башҡортостан йәштәре» тип атала. «Йәш юҡсыл» артабан татар йәштәренә тапшырыла[2].
Артабан, 1924 йылдың авгусынан алып Ғөбәйҙулла Ҡушаев Ҡаҙанда эшләй. 1924—1925 йылдарҙа — «Йэш юксыл» гәзитенең мөхәррире, «Кызыл Татарстан» гәзитенең- мөхәррире урынбаҫары, «Колхозник Татарии» гәзитенең яуаплы мөхәррире, 1930—1937 йылдарҙа «Крылья Советов» гәзитенең мөхәррире булып эшләй.
1937 йылдың 31 ғинуарында ялған ошаҡ буйынса ҡулға алына. Уны милләтселек террористар төркөмөндә тороуҙа һәм идеологик фронтында ҡоротҡослоҡ эшен алып барыуҙа ғәйепләйҙәр. 1937 йылдың 3 авгусында СССР-ҙың Юғары Судының Хәрби Коллегияһы 58, п. 8, 58, п. 10 ч.1, 58, п. 11 статьялары буйынса уны үлем язаһына тарттыра, шул уҡ көндө Ғ. А. Ҡушаев атып үлтерелә. Мәскәүҙә Дон зыяратында ерләнгән. 1957 йылдың 13 авгусында тулыһынса реабилитациялана[3].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ПЕРВЫЕ СЕКРЕТАРИ БАШКИРСКОГО ОБКОМА КОМСОМОЛА 2017 йыл 8 декабрь архивланған. (рус.)
- Губайдулла Кушаев — один из первых комсомольских вожаков Башкирии (рус.)
- Йәшлек гәзитенең тарихы (баш.)
- Кушаев Губайдулла Абдуллович (1902) (рус.)