Эстәлеккә күсергә

Ҡуҙый Күрпәс һәм Баян Һылыу

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу менән бутамаҫҡа.

Ҡуҙый Күрпәс һәм Баян Һылыу
Ҡуҙый Күрпәс һәм Баян һылыу маҙары

Ҡуҙый Күрпәс — Баян һылыу — XIX быуат уртаһында яҙып алынған, XIII—XIV быуаттарҙағы ҡаҙаҡ лиро-эпик поэмаһы. Поэманың телдән башҡарылған варианты Сыбанбай, Бекбау, Жанака, Шоже аҡындар башҡарыуында билдәле була. 20-гә яҡын варианты араһында Жанака башҡарғаны — иң билдәлеләренең береһе. Киң таралған яҙма варианттағы версияһы фольклор йыйыусы Саблуков (1831 йыл), Г. Дербисалин (1834 йыл), А. Фролов (1841 йыл), Ч. Валиханов (1856 йыл) тарафынан яҙып алынған. 1865 йылда М. Путинцев поэманы рус телендә нәшер итә, артабан 1870 йылда В. Радловтың «Төрки ҡәбиләләрҙең халыҡ әҙәбиәте өлгөләре» йыйынтығының өсөнсө томына индерелә[1].

Ҡуҙый Күрпәс менән Баян Һылыуҙың фажиғәле һөйөүенең сюжеты түбәндәгеләрҙе бәйән итә: бала саҡтан дуҫ булған Һарыбай менән Ҡарабай, үҙҙәре тыумаҫ элек үк йәрәшеп ҡуйған балаларын өйләндерергә һүҙ ҡуйыша. Һунарҙарҙың береһендә, улы тыумаҫ элек үк, Сарыбай үлеп ҡала. Әле бер-береһен күрмәһәләр ҙә, никах килешеүе менән бәйләнгән үҫмер йәшендәге Ҡуҙый Күрпәс менән Баян һылыу, яратыша. Күпмелер ваҡыт үткәс, Ҡарабайҙың пландары үҙгәрә. Ул үҙенең ҡыҙын ҡасандыр ҡуй көтөүен йотлоҡтан һаҡлап алып ҡалған палуан Ҡодарға бирергә була. Ҡодар бер-береһен яратҡан йәштәр араһында кәртә булып тора. Был мөхәббәт өсмөйөшөндә беренсе булып Ҡуҙый Күрпәс баш һала. Ҡайғыға ҡалған Баян, һөйгәне өсөн үс алыу уйы менән хәйлә уйлап таба. Ул Ҡодар саф һыулы ҡоҙоҡ ҡаҙһа, уға кейәүгә сығырға вәғәҙә бирә. Ҡодар, Баяндың оҙон сәсенә тотоноп тәрәнгә төшә-төшә, эшкә тотона. Ҡыҙ күп уйлап тормай, сәсен киҫә. Ҡоҙоҡ төбөнә ҡолаған Ҡоҙар үлә. Шуның менән Ҡуҙый Күрпәс өсөн ҡон ҡайтарыла. Баян Һылыу Ҡуҙый Күрпәстең ҡәберендә үҙенә хәнйәр ҡаҙай.

Тикшеренеүҙәр һәм тәржемәләр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Ҡуҙый Күрпәс — Баян Һылыу» поэмаһын өйрәнеү һәм тәржемә итеү теләге Пугачёв етәкселегендәге Крәҫтиәндәр һуғышы тураһында «Пугачёв болаһы тарихы» һәм «Капитан ҡыҙы» повесы өсөн мәғлүмәттәр йыйыу маҡсатында Ырымбурға килгән А. С. Пушкинды ҡыҙыҡһындыра. Һуңынан уның архивында поэманы табалар һәм уның тексын 1837 йылда «Пушкин комиссияһы хәбәрҙәре»ндә баҫтырып сығаралар. Биш битлек яҙма ҡағыҙ билдәһеҙ кеше ҡулы менән яҙылған. Пушкиндың яҙмаһы дөйөм таралышта йөрөгән варианттыҡынан айырыла. Уральскийҙан тыуған яҡты өйрәнеүсе Николай Чесноков раҫлауынса, поэманы ҡаҙаҡ телен белгән Яйыҡ казагы яҙған. Әммә бөтәһенән дә элек, бөйөк рус шағиры өсөн ҡаҙаҡ поэмаһын Кесе жуз ханлығының Бокей ставкаһынан рус телен белгән кешеләре яҙған булырға тейеш. Фараз буйынса, «Ҡуҙый Күрпәс — Баян Һылыу» поэмаһы нигеҙендә Пушкин үҙе лә әҫәр яҙырға теләгән, әммә уның иртә үлеме ниәтен тормошҡа ашырырға ҡамасаулай.

Поэма С. А. Кастанье, Н. А. Абрамовтың һәм башҡа ғалимдарҙың юғары баһаһын ала. Уның рус телендәге сәсмә вариантын фольклорсылар Н. Н. Пантус, Р. Ш. Абдурахманов, Е. З. Барановтар баҫтырып сығара. Уның 1928, 1941, 1949 йылдарҙа рус телендәге тәүге тәржемәләрен баҫтырып сығарыу эше менән рус шағиры Г. Н. Тверитин шөғөлләнә. Совет осоронда М. О. Ауэзов Жанака вариантын 1925 йылда Мәскәүҙә, һуңынан 1936 йылда Алматыла нәшер итә.

Поэманың тарихи әһәмиәтен М. Ғабдуллин М., И. Дуйсенбаев, Али Коныратбаев өйрәнә. Уларҙың фекеренә ярашлы, урын-ерҙең, йылғаларҙың (Аягуз, Уржар, Лепсы, Калб) конкрет атамалары эпостың реаль тарихи шарттарҙа барлыҡҡа килеүе тураһында һөйләй. Көнсығыш Ҡаҙағстан өлкәһенең Аягуз районында Танһыҡ станцияһы янында Ҡуҙый менән Баян ҡәберлеге тип йөрөтөлгән һәйкәл бар. Поэманың 20-гә яҡын варианты йәшәй.

Аналогтары һәм эшкәртелеүҙәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡа төрки халыҡтары фольклорында поэманың төрлө аналогтары һәм ҡайтанан эшкәртелгән варианттары бар. Мәҫәлән, башҡорттарҙа уны «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу», бараба татарҙары — «Ҡуҙый Күрпәс», алтайҙар — «Ҡуҙый Эркеш» тип йөрөтәләр.

Поэма нигеҙендә 1954 йылда М. Г. Мусрепов «Ҡуҙый Күрпәс — Баян Һылыу» пьесаһын ижад итә, һәм М. Г. Мусрепов сценарийы буйынса «Мөхәббәт тураһында поэма» фильмы төшөрөлә.

1992 йылда билдәле ҡаҙаҡ актеры һәм режиссеры Асанали Ашимов «Ҡуҙый Күрпәс — Баян Һылыу» кинофильмын төшөрә.

  • Радлов В. В. Образцы народной литературы тюркских племен, живущих в Южной Сибири и Дзунгарской степи. Санкт-Петербург, 1872. 3, 4 часть
  • Казахская ССР: краткая энциклопедия / Гл. ред. Р. Н. Нургалиев. — Алма-Ата: Гл. ред. Казахской советской энциклопедии, 1991. — Т. 4: Язык. Литература. Фольклор. Искусство. Архитектура. — С. 324—325. — 31 300 экз.
  1. Казахская ССР: краткая энциклопедия / Гл. ред. Р. Н. Нургалиев. — Алма-Ата: Гл. ред. Казахской советской энциклопедии, 1991. — Т. 4: Язык. Литература. Фольклор. Искусство. Архитектура. — С. 324—325. — 31 300 экз.