Ҡырғауыл тауы
Ҡырғауыл тауы | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Өфө районы |
Ҡырғауыл тауы (рус. Чесноковская гора) — Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһы Өфө янында, Чесноковка ауылы эргәһендәге тау.
Урынлашыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тау итәге эргәһенән Ағиҙел йылғаһы аға, уға элек Чесноковка тип йөрөтөлгән Бәрҫеүән килеп ҡушыла, ул Ҡырғауыл тауынан йыраҡ түгел аға. Ҡырғауыл тауының бейеклеге 175,4 метр.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1624 йылда уҡ батша Михаил Федоровичҡа поп Антоней менән дин ҡәрҙәштәре[1] монастырь өсөн ер һораған. Уларҙың һорауы буйынса Ҡырғауыл тауы һәм уның тирәһендә 50 сирек һөрөнтө ер һәм сабынлыҡтар (82 гектар) бүленгән, башҡорттарға үҙ биләмәһендә һунар һәм балыҡ тотоу ҡалған.
Әммә монахтар, башҡорт ерҙәренә инеү тыйылған булһа ла, баҫыша башлаған. Шулай уҡ Чесноковка ауылы кешеләре лә башҡорт биләмәләренә инеп, зыян һала. 1690 йылда Табын улусы башҡорто Өмөтбай Мырҙашевтың батшаға яҙған ялыуы һаҡланған[2].
Башҡорттарҙың Өфө тирәһенән ҡыҫырыҡлана барыуы тураһында 1886 йылда башҡорт мəғрифəтсе-шағиры, тәржемәсе, филолог, тарихсы, этнограф, йəмəғəт эшмəкəре, публицист Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев та яҙған. [3]
Башҡорттар өсөн Ҡырғауыл тауы уның итәгендәге атаҡлы Хажи мәсете менән ҡәҙерле булған[4].
Ҡырғауыл тауы һәм Бәрҫеүән йылғаһы ҡала сиген генә түгел, ике хакимиәт үҙәге — Рәсәй хакимиәте һәм башҡорт йыйыны осрашҡан сик тә була. XVIII быуаттың 30-сы йылдары аҙағына тиклем бында төбәк яҙмышын билдәләүсе мөһим мәсьәләләр хәл ителә.
Мәктәп дәреслектәре аша Ҡырғауыл тауы 1774 йылда Өфө ҡалаһын яуларға тырышҡан Чика Зарубин етәкселегендәге Пугачев ғәскәре урынлашыуы менән дә билдәле[4]
Ҡырғауылдың бөгөнгөһө
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡырғауыл тауында хәҙер Өфө ҡалаһының Киров районына ҡараған Чесноковка коттедж ҡаласығы барлыҡҡа килгән[5].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ «Успенья пречистой Багородицы монастаря и государева ангела Михаила поп Антоней да старцы з братьею»
- ↑ «Уфимского Успенского монастыря деревни Чесноковки крестьяне в речках, озерах и на истоках и по Белой реке рыбу ловят, и в займищах хмель щиплют, и всякое насильство чинят, да у них ж в тех вотчинах пропадает мед со пчелами, а они платят с той вотчины великих государей в казну по 16 куниц на год». Башҡорттар монахтарҙы «ҡаратундар» тип йөрөткән, хатта атышыр урындар әҙерләгән булғандар Чесноковская гора и речка Чесноковка
- ↑ Русские все время старались оттеснить башкир от Уфы. Для этого и попытались было передать земли, что между Агиделью и озером Ювалы-Куль, Успенскому монастырю. С другой же стороны вторгались на башкирские земли чесноковские мужики. «Каратонами» называли их башкиры, то есть «черными кафтанами». По преданиям, башкиры долгое время не давали чесноковским крестьянам поселиться здесь. Даже соорудили на Каратонской горе ложементы для перестрелки. Так пытались они препятствовать расширению городских земельМухаметсалим Уметбаев: Башкиры
- ↑ 4,0 4,1 Чесноковская гора и речка Чесноковка
- ↑ ЗАКОН Республики Башкортостан от 15.12.2002 № 386-з «ОБ ОПИСАНИИ ГРАНИЦЫ МУНИЦИПАЛЬНОГО ОБРАЗОВАНИЯ КИРОВСКИЙ РАЙОН ГОРОДА УФЫ РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН»(принят Законодательной Палатой Государственного Собрания РБ 21.11.2002) 2014 йыл 13 ноябрь архивланған.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Синенко С. Г. Уфа старая и новая. — Уфа: Государственное республиканское издательство «Башкортостан», 2007. — 272 с. — 3000 экз.