Ҡытаутамаҡ вагондар эшләү заводы
Ҡытаутамаҡ вагондар эшләү заводы | |
Тармаҡ | Вагондар эшләү[d] |
---|---|
Нигеҙләү датаһы | 1758 |
Ҡыҫҡаса атамаһы | UKCP[1] һәм УКВЗ[2] |
Кем хөрмәтенә аталған | Киров Сергей Миронович |
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Ҡытаутамаҡ ҡала округы |
Ойоштороу-хоҡуҡ формаһы | унитар предприятие[d] һәм акционерҙар йәмғиәте |
Баш компания (ойошма, предприятие) | Федераль космос агентлығы[d] |
Штаб-фатирҙың урынлашыуы |
Ҡытаутамаҡ, Силәбе өлкәһе, Рәсәй Силәбе өлкәһе, Рәсәй |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Рәсми сайт | ukvz.ru |
Ҡытаутамаҡ вагондар эшләү заводы Викимилектә |
С. М. Киров исемендәге «Ҡытаутамаҡ вагондар эшләү заводы» Федераль дәүләт унитар предприятиеһы — оборона әһәмиәтендәге предприятиеһы, Силәбе өлкәһендәге Ҡытаутамаҡ ҡалаһындағы вагондар эшләү заводы. 1947 йылдан һәм XX быуат аҙағына тиклем (КТМ-8 серияһына тиклем) завод трамвайҙары КТМ маркаһы аҫтында етештерелә. КТМ маркаһы йыш ҡына артабанғы рәсми булмаған моделдәрҙе билдәләгәндә ҡулланыла (мәҫәлән, 71-619-сы трамвай шулай уҡ КТМ-19 булараҡ билдәле).
Металлургия заводы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Элгәре вагондар эшләү заводы урынында тимер яһау заводы булған, уның тирәләй Ҡытаутамаҡ ҡалаһы барлыҡҡа килгән. 1758 йылда Я. Б. Твердышев һәм И. С. Мясниковтарҙың берлектәге предприятиеһы булараҡ булдырылған. XIX быуатта заводҡа Мясниковтың вариҫтары — Белосельский-Белозерский кенәздәре (атап әйткәндә, Эспер һәм Константин) хужа булалар. Ҡытаутамаҡ заводы Ҡытау-Ивановка заводының ярҙамсы предприятиеһә була. Ҡытаутамаҡта 4 крица горнлыҡ һәм 5 сүкешлек сүкеш фабрикалары була. Ҡытаутамаҡ заводында ағас бысыу машинаһы, тирмән һәм ағас әйберҙәр оҫтаханаһы, шулай уҡ баржа-коломенкаларҙы төҙөү өсөн ҙур булмаған верфь (суднолар эшләү һәм ремонтлау урын) һәм якорь оҫтаханаһы була[3].
Завод 1773—1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышы осоронда
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Пугачев ихтилалы, дөйөм алғанда, Уралдағы 68 заводты ҡыйрата, Усть-Ҡытау заводы тулыһынса талана һәм яндырыла, эргәләге өс ауыл да үртәлә[3]. Усть-Ҡытау аша баш күтәреүселәр һәм хөкүмәт көстәренең отрядтары үтә. Ҡасаба халҡы ихтилалды хуплап ҡаршы ала. 1774 йылдың июнендә Салауат Юлаевтың атаһы — Юлай Аҙналиндың ихтилалсылар отряды заводты һәм ҡасабаны үртәй. 1775 йылдың ноябрендә (башҡа мәғлүмәттәр буйынса, 1776 йылда) предприятие ҡыҫҡа ваҡыт эсендә етештереү цехтарын тергеҙә. Төрлө сәбәптәр арҡаһында Усть-Ҡытауҙы эшселәрҙең башҡа болалары ла тетрәтә[4].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Завод трамвайҙарҙы 1901 йылдан эшләй башлай. Беренсе асыҡ типтағы трамвай Тифлис ҡалаһы өсөн эшләнелә. 1960 йылда предприятиела трамвай хәрәкәтсән составын проектлау буйынса махсус конструкторҙар бюроһы булдырыла. Бюро трамвай вагондарының 20 моделен уйлап сығара. Бер модель вагонын сығарыу һаны буйынса завод донъя рекордын ҡуйҙы (КТМ-5М (71-605) моделендәге 14991 вагон).
Хәҙерге ваҡытта завод 71-623 и 71-631 моделдәренең төрлө модификациялы түбән иҙәнле (низкопольный) трамвай вагондарын етештерә.
Бынан тыш, заводта газды көйләүсе ҡорамалдар, торба үткәргес арматураһы, насостар, халыҡ ҡулланыу тауарҙары етештерелә.
2011 йылдың 11 июнендәге Рәсәй Федерацияһы Президентының 772-се һанлы Указына һәм 2011 йылдың 7 июлендәге Рәсәй Федерацияһы хөкүмәте 1159-р-һанлы ҡарарына ярашлы С. М. Киров исемендәге «Усть-Ҡытау вагондар эшләү заводы» Федераль дәүләт унитар предприятиеһы «М. В. Хруничев исемендәге Космос дәүләт ғилми-производство үҙәге» тип үҙгәртелә.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- История промышленности России в фотографиях: Усть-Катавский вагоностроительный завод им. С. М. Кирова
- Усть-Катавский вагоностроительный завод им. С. М. Кирова: описание, история, производство и отзывы
- История города 2018 йыл 8 апрель архивланған.
- Официальный сайт Усть-Катавского вагоностроительного завода имени С. М. Кирова
- Омнибус. 2018 йыл 11 май архивланған. Усть-Катавский вагоностроительный завод: страницы истории 2018 йыл 11 май архивланған.
- Журнал «Прямые инвестиции». Трамвай желаний
- Усть-Катав. Как делают трамваи. Репортаж с Усть-Катавского вагоностроительного завода