Эстәлеккә күсергә

Үҙъйылға (Мейәс ҡушылдығы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Үҙъйылға
Ҡайҙа ҡоя Мейәс
Ҡушылдыҡ Миҙийәк (йылға)
Һыу йыйыу бассейны бассейн Тобола[d]
Бассейн майҙаны 990 км²
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Силәбе өлкәһе
Оҙонлоҡ 65 km
Карта

Үҙъйылға — Көньяҡ Уралдағы йылға. Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһе биләмәләрендә аға. Бәләкәй йылғалар исемлегенә индерелгән. Мейәс йылғаһының иң эре ҡушылдыҡтарының береһе.

Йылға оҙонлоғо 65 км, бассейны майҙаны — 990 км²[2].

Йылға Арғаяш районы Байрамғол ауылынан көнсығыштараҡ ятҡан һаҙлыҡта башлана. Үҙъйылға Мейәс йылғаһына һул яғынан тамағынан 326 км алыҫлыҡта ҡушыла. Арғаяш һәм Сосновка райондары биләмәләренән аға .

Үҙъйылғаның иң эре ҡушылдыҡаты — Миҙиәк һәм Ключевка ауылында Ключек.. Бынан тыш Үҙъйылғаның тағы ла бәләкәй ҡушылдыҡтары бар, уларҙың исемдәре аныҡланмаған

Йылға буйҙарында бик күп ауылда урынлашҡан, шул иҫәптән, Ключевка ауылы һәм Сосновка районы үҙәге Долгодеревенск ауылы. Әлеге ауылдарҙың күпселеге 200 йыл элек нигеҙләнгән. Мәҫәлән, 1693 йылда йылға буйында Үҙъйылға лободаһына нигеҙ һалына, әммә урыҫ күскенселәре бер нисә йыл ғына бында йәшәп өлгөрә, сөнки урындағы халыҡтың даими һөжүмдәре арҡаһында биҫтәне ташлап китергә мәжбүр булалар[3].

Үҙъйылға эргә-тирәләге ҡасабаларҙы һыу менән тәьми итеү өсөн ҡулланыла.

Йылға Долгодеревенск ауылы тирәһендә бысратылған.

Төрлө сығанаҡтарҙа исеме төрлөсә бирелә: Изюлга, Юзелга, Юзя, Изюлге, Изюелга, Изюльга, Изюлька,, Исюсильга, Узюлга, Зюелга. 1736 йылғы Исәт провинцияһының ландкартаһында Мейәс йылғаһының бер ҡушылдығы башҡорт диалект зильга һүҙе менән билдәләнгән — «йылға» һүҙенән. Урындағы башҡорт халҡы әле лә йылғаны Йылға тип йөрөтәләр. Ошо уҡ картала башҡа бер йылға — Тинес йылғаһының ҡушылдығы, ул Узя, Узю тип билдәләнгән — боронғо башҡорт үҙән һүҙенән. Хәҙерге ваҡытта урыҫ фонетикаһы ҡағиҙәләрнә яраҡлаштырылған бер нисә йылға исеме нығынған: Зюзелга, Зюзелка, Узелга (Урал бассейны).

Силәбе өлкәһендә Зюзелга йылғаһынан тыш ике Зюзелка исемле йылғалар билдәле, уларҙың береһе Итҡул күленә ҡоя, икенсеһе — Тинес йылғаһына.[3]

Һыу реестры мәғлүмәттәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәғлүмәттәр буйынса Рәсәй дәүләт һыу реестры мәүғлүмәттәренә ярашлыИртыш һыу бассейны округына ҡарай, һыу хужалығы участкаһы — Мейәс ҡалаһы Силәбе ҡалаһынан алып тамағына тиклем, бәләкәй бассейны — юҡ. Йылға бассейны — Иртыш[2].

  1. GEOnet Names Server — 2018.
  2. 2,0 2,1 «Зюзелга (Зюзелька)» — информация об объекте в Государственном водном реестре
  3. 3,0 3,1 Река Зюзелга 2020 йыл 9 июль архивланған. на туристическом портале Челябинской области Карта74.рф.