Һабыр мәктәбе
Һабыр мәктәбе | |
Нигеҙләү датаһы | 1830 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Башҡортостан Республикаhы, Йылайыр районы һәм Һабыр |
Электрон почта | school9@roozilair.ru |
Рәсми сайт | zih9.02edu.ru |
Һабыр мәктәбе — Башҡортостан Республикаһы Йылайыр районы Һабыр ауыл Советы биләмәһендәге уҡыу йорто. Һабыр ауылы, Мәктәп урамы, 1 адресы буйынса урынлашҡан
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һабыр урта мәктәбе республиканың иң боронғо мәктәптәренең береһе булып тора, уның барлыҡҡа килеүе 19-сы быуат башына тура килә. Архив документтары нигеҙендә Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе 4-се Үҫәргән улусының үҙәге булған, яҡын-тирәләге 35 ауылды берләштергән Һабыр ауылында мосолман мәктәбе асылыу йылы тулыһынса аныҡланған. Ул 1830 йылда була, мулла 25 малайҙы һәм 20 ҡыҙҙы мосолман дине нигеҙҙәренә һәм уҡыуға, яҙыуға өйрәтә. Аҡрынлап, мәсет булған һәр башҡорт ауылында тиерлек бындай мәктәптәр асыла, әммә белем биреүҙә уңыштары һиҙелерлек булмай. Грамотаға һәм фәнгә өйрәткән донъяуи мәктәптәрҙе асыу мәсьәләһе килеп тыуа.
1876 йылдың 12 октябрендә 4-се Үҫәргән улусының ауыл старосталары Һабыр ауылына сходҡа йыйыла, унда улусҡа ингән ауылдарҙың бар вәкилдәре лә ҡатнаша. Йыйылышта яҡын-тирәләге ауыл балаларын грамотаға өйрәтеү өсөн Һабыр ауылында мәктәп асыу мәсьәләһе ҡарала.
Йыйылыш түбәндәге ҡарар ҡабул итә:
1. Мәктәп өсөн улус башҡармаһынан ике бүлмә: бер бүлмә — уҡыусыларға, икенсеһе уҡытыусыға бүлергә.
2. Мәктәпте һәм уҡытыусылар йортон йылытыу буйынса сығымдарҙы улус үҙ өҫтөнә ала.
3. Кәримовты (уның тейешле белеме була) уҡытыусы итеп тәғәйенләргә.
4. Урыҫ-башҡорт мәктәбенә уҡыусыларҙы ата-әсәләрҙең ризалығы менән генә ҡабул итергә.
Ошо сходтың 1876 йылдың 3 ноябрендә мировой судья һәм улус старшинаһы Кулибаев тарафынан раҫлаған ҡарары 1877 йылдың 25 февралендә донъя аралашсыһы, статский советник Н. Смолянцевҡа тапшырыла. Артабан был документтар Ырымбур округы попечителенә ебәрелә. Ахыр килеп, Рәсәй Халыҡ мәғарифы министрлығының 1877 йылдың 7 майындағы ҡарары менән Һабыр ауылында мәктәп асыуға рөхсәт бирелә. Әммә мәктәп 1879 йылдың 13 февралендә генә асыла.
Мәктәптең айырым өс бүлмәле бинаһы 1907 йылда төҙөлә. Уҡыусылар күп була.
1919 йылда мәктәпте «Һабыр училищеһы» тип үҙгәртәләр, һәм ул башланғыс белем биреү системаһына инә. Мәктәптә дүрт класлы уҡытыу системаһы эшләй. 1919 йылда 1-се класта — 21, 2-се класта — 16, 3-сө класта — 13, 4-се класта — 20 ир-ат бала уҡый.
20 ҡыҙ уҡый. Ул ваҡытта ҡыҙҙарҙы малайҙарҙан айырым уҡытырға тырышҡандар. Уҡытыу маҡсаты ауыл ере өсөн оҫталар, хужабикәләр әҙерләү була. Балта оҫталары, тимерселәр әҙерләү менән 1919 йылда мәктәп мөдире Уҡыусылар — ҡыҙҙарға 20 уҡыусы күрһәтелгән. Ул ваҡытта ҡыҙҙарҙы малайҙарҙан айырым уҡытырға тырышҡандар. Уҡытыу маҡсаты ауыл ере өсөн оҫталар, хужабикәләр әҙерләү ине. Балта оҫталары, тимерселәр әҙерләү менән 1919 йылда мәктәп мөдире Сәйфетдин Дәүләтбаев һәм 2 уҡытыусы — Хөсәйен Күсәкәев һәм Мәрзүкә Юлдашева шөғөлләнә.
Кластарға бүлеү шартлы рәүештә була. Йыл һайын уҡыу йылы аҙағында мәктәпкә инспектор килә һәм бөтә предметтар буйынса имтихандар ҡабул итә.
Бөтә илдә дөйөм башланғыс белем биреүгә күскәс, Һабыр хеҙмәт мәктәбе Крәҫтиән йәштәре мәктәбе тип үҙгәртелә. 1927 йылда Һабыр ауылында ете йыллыҡ мәктәп төҙөлә башлай.
Артабанғы статустары:
- 1969 йылда мәктәп 8 йыллыҡ
- 1978 йылда мәктәпкә урта мәктәп
- 1991 йылда мәктәптең яңы заманса бинаһы төҙөлә[1].
Мәктәптең ҡаҙаныштары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Уҡытыусылар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Республика кимәлендә
- Ҡудашева Ф.Ғ. — «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы — 2003» конкурсы лауреаты. Башҡортостан Республикаһы Президенты премияһы лауреаты
- Игебаев А. Н. — ағас эшкәртеү буйынса «Оҫталыҡ класы — 2003» конкурсы еңеүсеһе
2002 йылда «Башҡортостан аҫыл таштары» республика халыҡ биҙәү сәнғәте күргәҙмәһендә ҡатнашҡаны өсөн диплом
2006 йылда Рәсәй Федерацияһының иң яҡшы уҡытыусылары конкурсы еңеүсеһе
2004 йылда Салауат Юлаевтың тыуыуына 250 йыл тулыуға арналған «Халыҡ кәсептәрен тергеҙеү» республика ағас эшкәртеү оҫталығы конкурсында беренсе урын
2005 йылда Ағасты художестволы эшкәртеү буйынса республика оҫталыҡ конкурсында авторҙың юғары художестволы эше өсөн Почет грамотаһы
- Атанғолова Л. И. — (рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы) «Йыл уҡытыусыһы-2004» республика конкурсында ҡатнашыусы. Почет грамотаһы менән бүләкләнгән (2004 йыл)
- Г. Б. Дилмөхәмәтова — (мәктәп яны участкаһы мөдире) — 2005 йылда «Йәшел ҡалҡан» республика конкурсында икенсе урын.
- Игебаев А. Н. — (технология уҡытыусыһы) 2006 йылғы «Мәғариф» өҫтөнлөклө милли проекты сиктәрендә инновацион белем биреү программалары конкурсында еңеүсе.
- Дилмөхәмәтова Г. Б. — (өлкән вожатый) 2006 йылда «ХХ быуат лидеры» балалар һәм йәштәр йәмәғәт берләшмәләре лидерҙары һәм етәкселәренең бөтә Рәсәй конкурсының республика финалында ҡатнашыусы
- Ҡудашев И. И. — (Башҡортостан тарихы уҡытыусыһы) — 2009 йылда өҫтөнлөклө милли «Мәғариф» милли проекты сиктәрендә инновацион белем биреү программалары конкурсы еңеүсеһе
- Дилмөхәмәтов Р. Р. (тарих уҡытыусыһы), М. З. Ҡаҙнабаева (математика уҡытыусыһы), Теүәлбаева З. Д. (биология уҡытыусыһы) — «Уҡытыусы эшендә мәғлүмәти-коммуникацион технологиялар» республика конкурсы дипломанттары, 2010[2]
Уҡыусылар
- Торомтаева Ғ. — «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүселәр республика конкурсында Гран-при (2002 йыл)
- Атанғолов А. — «Урал батыр» эпосын һөйләүселәрҙең республика конкурсында Гран-при, 2003 йыл
- Торомтаева Г. — Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк олимпиадаһында III урын, 2003 йыл
- Торомтаева Г. — БР Президенты стипендияһы, 2004 йыл
- Торомтаева Г. — «Урал батыр» эпосын башҡарыусыларҙың республика конкурсында «Үҙ ҡобайырым» номинацияһында I урын (2005 йыл)
- Бағышаева З. — «Тамсы йыры» шиғырҙар йыйынтығын сығара, 2006 йыл
- Бағышаева З. — Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк олимпиадаһында I урын, 2007 йыл
- Бағышаева З. — 2008 йылғы башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк олимпиадаһында I урын
- Бағышаева З. — РФ Президенты һәләтле йәштәргә ярҙам премияһы, 2008 йыл.
- Атанғолова Т. — «Урал батыр» эпосы сәсәндәре республика конкурсында III урын (2009 йыл)
- Атанғолова Т. — Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк олимпиадаһында I урын, КБ буйынса урын, 2010 йыл.
- Аҙнабаева Л. — «КРИТ» республика конкурсында 2-се урын, 2010 йыл
- Атанғолова Таңсулпан — «Урал батыр» эпосы сәсәндәренең республика конкурсында 3-сө урын 2009 йыл. Башҡорт теле буйынса республика олимпиадаһы еңеүсеһе. Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте буйынса 2-се урын. БР Президенты стипендияһы, 2010 йыл
- Тапаҡов И., Мырҙабаев Р. — милли көрәш буйынса зона-республика ярыштарында 3-сө урын, 2010
- Мырҙабаев Р. — гер спорты буйынса зона-республика ярыштарында 2-се урын, 2010
- Әҙеһәмова Гулира — Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте буйынса республика конкурсында 3-сө урын[3]
Етәкселәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мәжитов
- Сәйфетдин Дәүләтбаев (1919)
- Ғималов
- Рысымбәтов Барый
- Атанғолова Әлифә Ҡотой ҡыҙы (1944−1946)
- Аллабирҙин Рауил Сәйфулла улы (1967 - 1979)
- Уразғолов Юлай Яныбай улы Рәсәй Федерацияһының почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре
- Солтанова Розалия Сабит ҡыҙы
Уҡытыусылары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Хөсәйен Күсәкәев
- Мәрзүкә Юлдашева
- Камалова
- Ниәтшин Сәйет
- Теләшев Әхмәҙулла (Ырымбур педагогия училищеһын тамамлай, 1930 йылда килә)
- Түләшева-Айсыуаҡова Нәфисә Абулла ҡыҙы
- Исмәғилев Ғарифйән Нәжип улы
- Исмәғилева Нурйыһан Зиннәтулла ҡыҙы
- Атанғолова Фәғилә Ғәлиәхмәт ҡыҙы
- Түләшев Ғөмәр Ғатаулла улы
- Игебаева Гөлнур Яныбай ҡыҙы — математика уҡытыусыһы, Башҡортостан Республиканың атҡаҙанған уҡытыусыһы
- Әҙеһәмова Гөлфиә Сәғәҙи ҡыҙы (08.11.1985) — Башҡорт дәүләт университеты, башланғыс кластар уҡытыусыһы
- Атанғолова Ләлә Иҙрис ҡыҙы (15.01.1969) — СДПИ, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
- Байғолова Зилә Дамир ҡыҙы (3.01.1962) — технология уҡытыусыһы.
- Билалова Гөлсөм Мөхәмәтйән ҡыҙы (2.7.1970) — СиБДУ, башланғыс кластар уҡытыусыһы
- Булатова Әсмә Нуретдин ҡыҙы (15.03.1974) — БДУ, БР география һәм мәҙәниәт уҡытыусыһы
- Дилмөхәмәтов Рөстәм Ришат улы (3.01.1982) — СиБДУ, тарих һәм тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре уҡытыусыһы
- Солтанов Илшат Сәғәҙи улы (12.05.1989) — СДПА, инглиз теле уҡытыусыһы.
- Ҡаҙнабаева Мәрзиә Зәкәриә ҡыҙы (14.01.1960) — СДПИ, математика уҡытыусыһы
- Ҡудашева Римма Сәмиғулла ҡыҙы (2.11.1967) — СиБДУ, башланғыс кластар уҡытыусыһы
- Ҡудашев Илдар Ильяс улы — (12.08.1954) — БДУ, технология һәм рәсем уҡытыусыһы
- Ҡужабекова Әлфиә Сәлихйән ҡыҙы (13.04.1957) — Башҡорт дәүләт университеты, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
- Таһиров Илназ Әмир улы (18.04.1989) — СДПА, физик культура уҡытыусыһы һәм өлкән вожатый.
- Теүәлбаева Зөлфиә Дамир ҡыҙы (21.01.1973) — СиБДУ, биология һәм химия уҡытыусыһы
- Тулыбаева Нәилә Әҙеһәм ҡыҙы (24.10.1956) — БДПИ башланғыс синыф уҡытыусыһы[4]
- Әхмәрова Фәнүзә Әхмәтсәғит ҡыҙы — СДПИ, башланғыс кластар уҡытыусыһы
- Кадаев Факил Нурғәле улы — тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре, технология, физик культура уҡытыусыһы
- Мурадова Рәзилә Фәтих ҡыҙы — БДУ, алгебра, геометрия, информатика һәм мәғлүмәт-коммуникация технологиялары уҡытыусыһы
- Солтанғужина Нәйлә Фәнил ҡыҙы — Магнитогорск дәүләт университеты, тарих, йәмғиәтте өйрәнеү, технология уҡытыусыһы
- Солтанова Гөлимә Урал ҡыҙы — инглиз теле уҡытыусыһы
Мәктәпте тамамлаусы билдәле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Атанғолова Әлифә Ҡотой ҡыҙы
- Тапаҡов Хәйҙәр Ниғәмәт улы
- Түләшев Ғөмәр Ғатаулла улы
- Әбсәләмов Салауат Сабирйән улы
Мәктәпте тамамлап, башҡа мәктәптәрҙә эшләүсе уҡыусылары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Атанғолова Фирүзә Фәрит ҡыҙы 1961 йылдың 2 апрелендә Йылайыр районы Һабыр ауылында тыуған. 1978—1983 йылдарҙа Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтында уҡый. Уҡыуҙы тамамлағас, Йылайыр районы Байғужа мәктәбендә эшләй.
- Ускова (Аллабирҙина) Зөлфиә Рауил ҡыҙы — Йылайыр районы Һабыр ауылында тыуған. 1968—1978 йылдарҙа Һабыр мәктәбендә уҡый. 1983 йылда Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын тамамлағас, Йылайыр районы Васильевка ауылы һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. 2002—2006 йылдарҙа ошо уҡ мәктәп директоры вазифаһын башҡара. 2006—2008 йылдарҙа Йылайыр урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. 2008—2014 йылдарҙа Йылайыр ауылы Ириков исемендәге урта дөйөм белем биреү мәктәбе" директорының ғилми-методик буйынса урынбаҫары. 2014 йылдан Шәйехзада Бабич исемендәге башҡорт гимназияһында эшләй. Социаль педагог, директорҙың уҡыу-уҡытыу эштәре урынбаҫары вазифаларын башҡара. 2015 йылдан алып гимназияла рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Мәктәп тураһында матбуғатта
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Йәшлек гәзите 14 апрель 2021 Йылайыр районының Һабыр урта мәктәбе коллективы
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Һабыр (Йылайыр районы)
- Социаль сетәрҙәрҙә Һабыр мәктәбенә йыр.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мәктәп сайты сайт МОБУ «СОШ с. Сабырово» Зилаирского района Республики Башкортостан.
- Мәктәп сайты Муниципальное общеобразовательное бюджетное учреждение «Средняя общеобразовательная школа с. Сабырово» муниципального района Зилаирский район Республики Башкортостан 2022 йыл 2 апрель архивланған.