Эстәлеккә күсергә

Һырғатуй

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Һырғатуй (рус. Сыргатуй, ҡолаҡ тешләтеү) — башҡорттарҙа 5—12 йәшлек балаларҙы йәрәштереү йолаһы. Ул ке­ше ғүмерендәге беренсе мөсәл, ҡыҙ сөннәте — алҡа тағыуҙы, ир сөннәте — бағышланыуҙы сағыл­дырған йола. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла таралған[1].

Маҡсаты һәм бурыстары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғаиләнең социаль статусын һәм матди хәлен яҡшыртыу, ҡалым түләү мөҙҙәтен оҙайтыу маҡсатында башҡорттар төрлө ырыу ғаиләләре араһында һырғатуй үткәрә, һырға һабағы бирешә. Ҡыҙ баланың ата-әсәһе йортонда үткәреләсәк Һырғатуй алдынан яҡтар ҡалым, бирнә күләме үҙ-ара бурыстар тураһыда килешелә, Ҡөрьән сүрәләре уҡыған һәм килешеү хөрмәтенә бер туҫтаҡтан ҡымыҙ йәки бал эскән.

Һуңынан көс һынашыу ойошторола. Әгәр малай яғының көрәшсеһе еңһә, буласаҡ ир ике ҡатын алыу хоҡуғын алған, ҡыҙ яғыныҡы еңһә, был хоҡуҡтан мәхрүм була, ҡыҙҙың ата-әсәһе уға ҡыҙын бирмәү һәм никах ваҡытында ҡалым йәки бирнә күләмен үҙгәртеү мөмкинлеген ала. Еңеүсе бүләк рәүешендә йылҡы, һыйыр малы йәки һарыҡ түшкәһенең ҡабырға өлөшөн (һөбә ҡабырғаһы), еңелгәне муйын өлөшөн (муйын һөйәге) алған, икеһенә лә билбау бирелгән.

Йола ваҡытында ир балаға — ҡыҙыл, ҡыҙ балаға зәңгәр йәки йәшел төҫтәге бөркәнсек ябалар. Уларҙы ҡара-ҡаршы баҫтыралар. Бөркәнсекте малай аса, йәрәшелгән ҡыҙҙың ҡолағын еңелсә генә тешләй, уға һырға [2] һәм шәл, ҡыҙ уға сигелгән билбау йәки түбәтәй бүләк итә. Ошонан һуң ҡыҙ кәләшкә әйләнә. Атаһы уны башҡа кешегә кейәүгә бирә алмай.

Ҡыҙын бирергә баш тартҡан атай кейәүҙең ата-әсәһенә ҡалым күләмендәге мөлкәт: мал-тыуар, аҡса бирергә тейеш була. Йола никах һәм ғаилә тураһында һамаҡтар әйтешеү менән башҡарыла. Ҡунаҡтар йәрәшеүселәр хөрмәтенә йырҙар йырлап күңел асҡан. Кәләштең тыңлаусан, баҫалҡы, егәрле булыуын теләп, һырғатуй һыйлау менән тамамлана. Табын һыйына бәлеш, бауырһаҡ, бишбармаҡ, ҡаҙы, тултырма, Сәк-сәк бешерелә. Шулай итеп, теләктәр, фатихалар бирелеп, ике үҫмерҙең ҡотло киләсәге ил алдында нығытыла[1].

Ҡыҙҙы күрһәтерҙән әүәл кейәү егеткә лә, ҡыҙға ла үҙен нисек тоторға өйрәтеп, өгөт-нәсихәт әйтәләр[1].

Ҡыҙға:

Ҡушағаңды күргәндә,

Ҡулың ҡалтырамаһын;

Кейәүең айбарһыҙ тип,

Юҡ-барға бойоҡмаһын.


Егеткә: Әйҙә, егет, шәл ябындыр,

Буйын биҙәп торһон тип.

Иәш елкенсәк һүҙ ҡушҡанда,

Битен ҡаплап торһон тип.

Йәш елкенсәк һүҙ ҡушҡанда,

Йөҙөн ҡаплап торһон тип.

Йола әҙәби әҫәрҙәрҙә

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һәҙиә Дәүләтшина 1935 йылда яҙған «Һырға һабағы» хикәйәһендә Юлдаш әбей яҙмышы аша был йоланы тасуирллай. Яҙыусы Юлдаш әбейҙең һырға һабағы алыу эпизодын ейәнсәре Мәрйенгә бәйләп башлай:

Быйыл бына ҡырпаҡ ҡарҙа ун бише тулып, ун алтыға сыға инде. Хәҙер бына һырға һабағы алып, килен булырға әҙерләнеп йөрөр сағы ла бит, ул рәхәтләнеп уҡып, пионер булып тик йөрөй. Беҙгә ундай саҡтарҙы күреү ҡайҙа ул, ҡарғалай ҡалҡҡандан биреп ашай торғайнылар[3].

Юлдаш әбейҙең буласаҡ ҡайныһы менән беренсе осрашыу:

Мин тиҙ генә ағас күнәгемдән бер туҫтаҡ ойотҡан алдым да, һыуыҡ һыу ҡойоп, көбөлә бешә һалып, айран һыулап, өлкән алдыр менән ике ҡуллап бабайға һуҙҙым. Бабай уны һемереп эсте лә: — Ярай, ҡыҙым, күп йәшә, ҡулыңдан һөйөн, — тине лә, миңә кеҫәһенән егерме тинлек ҡыя сапҡан көмөш тәңкә сығарып бирҙе. Үҙе, битен һыйпап, доға ҡылды. «Юлсының юлда барғаны яҡшы, рәхмәт яуһын, китәйем», — тине. Бабай ҡайтып китте. Мин тәңкәне эсемдән ҡыуанып алдым да, ул киткәс үк тишә һалып, түшемә, күлдәк иҙеүемә таҡтым. Атайым: — Был кеше Ҡайынлы ауылынан Байрамбай тигән ҡарт була, — тине. Мин, тәңкә менән булышып, уның һүҙенә ҡолаҡ һалманым. Күрше тирмәләге Аллағыуат ағайым кәләше Алтын еңгәмә тәңкәмде күрһәтергә йүгерҙем. Ул быны күргәс: — Уй, алйот. Ул ҡарттың бына тигән еткән, матур улы бар. Ул һиңә, улай булғас, һырға һабағы биргән бит, — тине. Мин ҡыҙарҙым, бүртендем, илар сиккә етеп, үҙебеҙгә ҡайттым да тәңкәне өҙөп алып, һандыҡ төбөнә ырғыттым. Ләкин эш үткәйне инде. Ҡорғоро, был ҡарттың күңеленә бик оҡшағанмын да, ул мине үҙенең улына яраҡлы, килен булырлыҡ ҡыҙ икән тип, миңә ошо тәңкәне биргән, имеш. Мин, бала кеше, уны-быны байҡамағас ни, алдым да түшемә таҡтым. Белгәндә ҡыла торғаным ни — оло башын кесе итеп, берәү ҡомартҡы биреп торғас, ҡалайтып кире ҡайтараһың[3].

Икенсе осрашҡанда буласаҡ ҡайны кеше тағы ла «рәхмәт, күп йәшә, балам» тигәндән һуң, кеҫәһенән көмөш сытыралы, ысын аҡыҡ ҡашлы, баштарына егерме бишәр тинлек иҫке аҡсалар таҡҡан ҡуш сулпы сығарып бирә.

Мин ҡалтыраған ҡулдарым менән матур сулпыларҙы алдым да, тас- ҡомғанды күтәреп алып, тиҙерәк усаҡ янына йүгерҙем. Был ваҡытта минең биттәрем ут кеүек яна, йөрәгем дөпөлдәп һуға, үҙем бер ояла, бер асыулана, шул уҡ ваҡытта сулпының матурлығына ҡыуана инем.

… Алтын еңгәм минең сулпыларымды күреп ғәжәп итте: — Атаҡ, ҡалай аҫыл ҡомартҡылар биргән әле был бабай. Ҡалай ҙа ҡаштары һәйбәт инде, ысын аҡыҡ бит, — тип телен шапылдатып ҡуйҙы. Уйлана биреп: — Миңә ҡайным һырға һабағы биргән саҡта мин дә ун өс кенә йәштә инем, — тине[3].

Еңгәһе ҡайтып киткәс, Юлдаш сулпыларҙы сисеп һандыҡ төбөндәге тәңкә янына ташлай.

Бата ҡылыу

Булсаҡ ҡайны өсөнсөгә бата (фатиха) ҡылдырырға ҡыҙ йортона килә. Был юлы ул һыбай түгел, арбала үҙе янына башына ҡыҙыл фәс кейгән, бер күҙенә аҡ һалған Бөрйән ауылының Аллағыуат суфыйын ултыртҡан.

Алтын еңгәм минең ҡолағыма ғына: – Юлдаш, һиңә бөгөн бата ҡылдыралар, беҙгә барып ултыр, – тине. Нүкә инәйем менән Алтын еңгәм аш-һыуҙы үҙҙәре яраштырҙы. Тирә-күршене саҡырҙылар. Беҙ, тиңдәш ҡыҙҙар, бергә йыйылдыҡ та ситке аулаҡ тирмәлә төнө буйы ҡумыҙ тартып бейешеп, ҡурай тартып йырлашып ултырҙыҡ. Иртәгеһенә, ҡоҙалар киткәс кенә, мин үҙ тирмәмә ҡайттым[3].

Буласаҡ кейәү менән осрашыу:

Ун ике йәшем тулып, ун өскә ҡараным. Быға тиклем булған уйҙарым, ғәмдәрем, үҙемдең кейәүгә бирелгән ҡыҙ булыуым да онотолғайны инде. Алтын еңгәмдәр тирмәһе алдына былтырғы ерән ҡашҡаны менгән ҡупшы оҙон буйлы, киң яурынлы, ҡара кәзәкейле, башына аҡ ҡырпыулы бүрек, аяғына бейек дағалы ҡара итек, яҫы яғалы күлдәк кейгән бер егет килеп төштө лә, ҡаршы сыҡҡан Бикбулат ағайым менән күрешеп, уларҙың тирмәһенә инеп китте. «Кейәү тигәндәре ошолор инде» тигән уйҙан минең ҡотом осто. Ҡурҡышымдан ыумас һоҫоп торған ҡоштабағымды ергә төшөрөп ебәрҙем.

Шуға күрә ҡурҡыуымдан, ғәрлегемдән ҡалтырай-ҡалтырай илай башланым. Кейәү кеше, көлөп, балаларҙы әүрәткән һымаҡ: — Ҡурҡма, Юлдаш, мин һине ашамайым бит, һин минән улай ҡурҡма, — тип әүрәтте[3].

  1. 1,0 1,1 1,2 Башҡорт халыҡ ижады. «Йола фольклоры» I том. — Өфө: «Китап», 1995 й. — С. 371-373-сө б.б..
  2. ҡолаҡ йомшағына таға торған түңәрәк йәки һалбырап торған биҙәнеү нәмәһе; алҡа
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 Һәҙиә Дәүләтшина. «Айбикә». — Өфө: «Башҡортостан китап издательствоһы», 1960 й. — С. 156-157.