Һыу объекты
Һыу объекты | |
Ҡайҙа өйрәнелә | гидрография[d], гидрология, лимнология һәм Океанология[d] |
---|---|
Берекмәләре | исемлекте ҡарағыҙ[d] |
Ҡапма-ҡаршыһы | Ҡоро ер[d] |
Категория-эпоним | Категория:Категории водных объектов[d] |
Һыу объекты Викимилектә |
Һыу объекты — яһалма йәки тәбиғи һыу сығанағы, даими йәки ваҡытлыса һыу ҡаплаған, һыу режимына хас булған формалары һәм билдәләре булған объекттар[1].
диңгеҙҙәр, океандар, йылғалар, күлдәр, һаҙлыҡтар, һыуһаҡлағыстар, ер аҫты һыуҙары, шулай уҡ һыу каналдары, быуа һәм ҡоро ер өҫтөндәге даими һыу сығанағы (мәҫәлән, ҡар ҡатламы рәүешендә) булған урындар һыу объекттары булып тора.
Һыу объекттары һәм һыу ресурстарының нигеҙен тәшкил итә.
Һыу объекттарын тикшереү менән күп фәндәр шөғөлләнә.
Һыу объекттарын һәм уларҙың режимын өйрәнеү өсөн гидрологик үлсәү һәм анализ ысулдары ҡулланыла. Экология күҙлегенән ҡарағанда, һыу объекттары экологик системанан ғибәрәт.
Һыу объекттарының режимы, уның физик-географик, морфометрик һәм башҡа үҙенсәлектәренә ҡарап, ошолай бүленә:
- өҫкө һыу объекттары;
- ер аҫты һыу объекттары.
Өҫкө һыу объекттары:
- диңгеҙ йәки уларҙың айырым өлөшө (боғаҙы, ҡултығыы, шул иҫәптән бухта, лиман һәм башҡалар);
- һыу ағымы (йылға, шишмә, канал);
- һыу ятҡылыҡтары (күлдәр, быуалар, һыулы карьерҙар, һыуһаҡлағысытар);
- һаҙлыҡтар;
- тәбиғи ер аҫты һыуҙары (инеш, гейзер);
- боҙлоҡ, ҡарлыҡ.
Ер өҫтө һыуҙары объекттарына ер өҫтө һыуҙары һәм һыу ҡаплаған яр һыҙаттары инә.
Башҡортостандың һыу объекттары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Республикабыҙ һыу объекттарына бай. Урал һәм Ағиҙел йылғалары, Ағиҙелдең иң ҙур ҡушылдыҡтары — Ҡариҙел, Дим, Эҫем, Ашҡаҙар, Йор Танып, Йүрүҙән, Ыҡ, Һаҡмар, Таналыҡ, Уй менән Мейәс йылғалары, башҡа бик күп вағыраҡ йылғалары бар. Күлдәргә, шишмәләргә лә бай.
Галерея
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Ағиҙел йылғаһы
-
Оло Инйәр йылғаһы. Белорет районы
-
Ҡариҙел
-
Нөгөш һыуһаҡлағысы
-
Дим йылғаһы
-
Һаҡмар
-
Йүрүҙән йылғаһы
-
Яҡтыкүл
-
Асылыкүл
-
Ҡорғаҙаҡ
-
Ҡашҡаҙан
-
Талҡаҫ
-
Ҡалҡан күле
-
Оҙонкүл
-
Ҡыҙыл шишмә
-
Көйөргәҙе районы. Шифалы ләмле күл
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ «Водный кодекс Российской Федерации» от 03.06.2006 N 74-ФЗ (ред. от 07.05.2013)
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Чеботарев А. И. Гидрологический словарь. Л., Гидрометеоиздат, 1978.