Эстәлеккә күсергә

Һәүәҙе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Хауазе
башҡ. Һәүәҙе
Характеристикалары
Абсолют бейеклеге586[1] м
Урынлашыуы
53°14′44″ с. ш. 56°22′49″ в. д.HGЯO
Страна
РФ субъектыБашкортостан
Тау системаһыЮжный Урал 
Рәсәй
Красная точка
Хауазе
Ишембай районы
Красная точка
Хауазе
 Һәүәҙе Викимилектә

Һәүәҙе (урыҫ. Хауазе) — Рәсәй Федерацияһы Башҡортостан Республикаһының Ишембай районындағы тау. Туристар өсөн иҫтәлекле урын. Маҡар ауылы эргәһендә, Маҡар — Ҡолғона юлында урынлашҡан (Р316-сы участка). 1-се һәм 3-сө километрҙар араһында туристар өсөн иҫтәлекле урындар — Салауат Юлаев мәмерйәһе, Кәлим осҡан ҡаяһы, тап шул урында Һикәҙе йылғаһы карст ҡатламынан урғылып сыға ла, йәй етһә, ер аҫтына кире инеп китә. Ошо ҡаяға ҡапма-ҡаршы ғына Күк-Ҡарауыҡ шарлауығы шарлап ағып ята. Был шарлауыҡ яҙын мул һыуҙарын тирә-йүнгә 10-15 метрға тиклем атып аға. Ошо тирәлә үк Ҡыҙылташ әрәмәлеге урынлашҡан.

Һәүәҙе тауынан ҡояш байыуын күҙәтергә була

Һәүәҙенең төньяҡ итәгенән Һыуалған йылғаһы аға, йылға ярынан ғына урман юлы үтә. Ә көнбайыш битләүенән Һикәҙе йылғаһы аға.

Тауҙың атамаһы буйынса бер нисә фараз бар. Тау, башлыса, онталырға торған һәүерташтарҙан тора, шуға ла урындағы халыҡ, һәүерташ (тимгелләнеп, ҡатланып онталырға торған мурт таш) һүҙенән алынған, тип иҫәпләй[2]. Тауҙың яҙ башында уҡ ҡарҙан әрселә башлауын иҫәпкә алып, уның атамаһын һәүер һүҙе менән дә бәйләйҙәр (ҡояш календары буйынса икенсе айҙың ғәрәпсә исеме)[3].

Топографик картаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Лист карты N-40-89. Масштаб: 1 : 100 000. Состояние местности на 1983 год. Издание 1985 г. Картаға яҙылмаған.

  1. [maps.vlasenko.net/?lon=56.678695&lat=53.616193 Топографическая карта России, Украины, Беларуси (53.616,56.678)]
  2. Башҡорт теленең һүҙлеге. 2-се том. Мәскәү. "Русский язык". 1993. Т. 6060. 638-се бит
  3. Башҡорт теленең һүҙлеге. 2-се том. Мәскәү. "Русский язык". 1993. Т. 6060. 638-се бит
  • Башҡорт теленең һүҙлеге. 2-се том. Мәскәү. "Русский язык". 1993. Т. 6060. 814 б.