Әбделҡадир
Әбделҡадир |
Әбделҡадир — башҡорт ир-ат исеме.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әбделҡадир исеме төрки телле халыҡтарға ислам дине менән бергә ғәрәп теле аша ингән, ғәрәпсәнән — әбдел + ҡадир; көслө, ҡөҙрәтле тигән мәғәнәгә эйә.[1].
Билдәле кешеләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әбделҡадир Инан (төп исеме — Фәтҡелҡадир Мостафа улы Сөләймәнов; 29 ноябрь 1889 йыл — 1 октябрь 1976 йыл) — шәрҡиәтсе, яҙыусы, башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре. Профессор (1936), ялан-ҡатай башҡорто. «Салауат батыр» исемле биш шаршаулы тарихи драма авторы.
Әлибаев Ҡадир Әхмәткирәй улы (17 июнь 1940 йыл — 4 декабрь 2003 йыл) — башҡорт шағиры. БР Яҙыусылар союзы ағзаһы (1990). 1968 йылда БДУ-ны тамамлай. Әҙәбиәткә 1970-се йылдарҙа килә. Хәйбулла һәм Учалы райондарында, Сибай мәктәп-интернатында уҡыта. Тәүге йыйынтығы — «Аҡ шишмә» (1982). «Йырлы ямғыр» (1989), «Әсәйем ҡулдары» (1991), «Самауыр йыры» (1995).
Ҡамбаров Әбделҡадир Миңлебай улы (Йәнәй улусының Ҡамбар түбәһенә ҡараған, һуңыраҡ — Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙенә — хәҙерге Татарстан Республикаһы Аҡтаныш районы Ҡарт (ауыл)ында тыуған) — хәрби эшмәкәр, 6-сы Башҡорт полкы составында 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан.
Әбделҡадир Ғила́ни (Жиләни) (ғәр. عبد القادر الجيلاني, перс. عبد القادر گیلانی; 1077 йыл — 1166 йыл) — фарсы ханбалит дин тәриҡәтсеһе һәм дин белгесе.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәхмәт Әбделҡадир әфәнде (1878 йыл — 1944 йыл) — Ғосман солтаны Әбделхәмит II-нең икенсе ҡатыны Бидәр Ҡатын әфәнденән тыуған улы.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |