Эстәлеккә күсергә

Әбдрәзәков Эльверт Рөстәмхан улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әбдрәзәков Эльверт Рөстәмхан улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 20 июнь 1947({{padleft:1947|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (77 йәш)
Тыуған урыны Шланлыкүл ауылы, Бүздәк районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө промышленник, директор
Эш урыны Автонормаль заводы
Уҡыу йорто ӨДНТУ
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Почёт Билдәһе» ордены Халыҡтар Дуҫлығы ордены

Әбдрәзәков Эльверт Рөстәмхан улы (20 июнь 1947 йыл) — сәнәғәт хеҙмәте ветераны. 1970 йылдан Бәләбәй «Автонормаль» заводыныңның яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән генераль директорҙың беренсе урынбаҫары; 20002008 йылдарҙа — Бәләбәй спирт-араҡы заводы директоры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған машина эшләүсеһе. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, Халыҡтар Дуҫлығы һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры.

Эльверт Рөстәмхан улы Әбдрәзәҡов 1947 йылдың 20 июнендә хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бүздәк районы Шланлыкүл ауылында тыуған. 1969 йылда Өфө авиация институтын[1] тамамлай.

1969—1970 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының Бәләбәй Автонормаль заводында диплом алды практикаһын үтә, тимерсе булып эшләй.

Артабан Бәләбәй Автонормаль заводында эшләүен дауам итә:

1970-1973 йылдарҙа — мастер,һалҡын килеш ултыртыу цехының өлкән мастеры вазифаһын башҡарыусы;

1973-1974 йылдарҙа — һалҡын килеш ултыртыу һәм эре беркетеү цехының участка мастеры;

1974-1977 йылдарҙа — гайка цехы начальнигы;

1977-1993 йылдарҙа — директорҙың производство буйынса урынбаҫары;

1993-1997 йылдарҙа — генераль директорҙың беренсе урынбаҫары — производство буйынса директор;

1997-2000 йылдарҙа — генераль директор урынбаҫары — төп производство буйынса директор.

2000 йылдың ғинуарынан — «Башспирт» дәүләт унитар предприятиеһы филиалының Бәләбәй спирт-араҡы комбинаты директоры[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • «Почет Билдәһе» ордены (?);
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (?);
  • Ххалыҡтар дуҫлығы ордены ();
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған машиналар эшләүсеһе (1983);
  • Автосәнәғәт министрлығының һәм Профсоюздар Үҙәк Комитетының Почёт грамотаһы.