Әкәүәҙ
| Әкәүәҙ | |
| Ҡайҙа ҡоя | Ағиҙел |
|---|---|
| Һыу йыйыу бассейны | Волга бассейны[d] |
| Дәүләт |
|
| Административ-территориаль берәмек | Башҡортостан Республикаһы |
| Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 224 метр |
| Оҙонлоҡ | 13 km |
![]() | |
Әкәүәҙ (рус. Акаваз) — йылға. Башҡортостандың Күгәрсен районы биләмәләре аша аға. Ағиҙелдең һул ҡушылдығы.

Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йылға оҙонлоғо 13 км (Ҡоро Әкәүәҙ башынан)[2]. Йомағужа һыуһаҡлағысынан көньяҡтараҡ урмандар биләмәләрендә аға. Ямантауҙың көнбайыш битләүендә (Көньяҡ Урал тауҙары алды), Бикбулат ауылынан төньяҡҡа табан 11 км алыҫлыҡта баш ала [3]. Төньяҡ-төньяҡ-көнбайыш йүнәлешендә ағып, Йомағужа ГЭС-ынан 16 км өҫтәрәк Йомағужа һыуһаҡлағысына ҡушыла[4] (Ағиҙел тамағынан 965 км алыҫлыҡта).
Түбәнге ағымы «Башҡортостан» милли паркы территорияһы аша тамағы эргәһендә йылға кимәленән 200 метр бейеклектә ярлауҙары булған тәрән үҙәндән аға[3]. Йылға бассейнында ауылдар юҡ.
Төп ҡушылдығы (һул ярҙан): Кәмиә.
Һыу реестры мәғлүмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәттәре буйынса Кама бассейны округына ҡарай, һыу хужалығы участкаһы — Ағиҙел Йомағужа һыуһаҡлағысынан Арский ташы һыу үлсәү посына тиклем, бәләкәй йылға бассейны — Ағиҙел. Йылға бассейны — Кама[2].
Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 10010200212211100017635[2].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ GEOnet Names Server — 2018.
- 1 2 3 «Акаваз (Сухой Акаваз)» — информация об объекте в Государственном водном реестре
- 1 2 Лист карты N-40-114. Масштаб: 1 : 100 000. Состояние местности на 1983 год. Издание 1985 г.
- ↑ Федеральное агентство водных ресурсов. Правила использования водных ресурсов Юмагузинского водохранилища (2016).
