Эстәлеккә күсергә

Ғаязов Әлфис Суфиян улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Әлфис Суфиян улы Ғаязов битенән йүнәлтелде)
Әлфис Суфиян улы Ғаязов
Файл:Alfis-gayazov.jpg
Тыуған көнө

3 июнь 1956({{padleft:1956|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (68 йәш)

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы Асҡын районы Иҫке Ҡаҙансы ауылы

Ил

СССР, Рәсәй Федерацияһы

Ғилми даирәһе

педагогика

Эшләгән урыны

Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы

Ғилми дәрәжәһе

Педагогия фәндәре докторы

Ғилми исеме

Рәсәй мәғариф академияһының ағза-корреспонденты

Ниндәй өлкәлә танылған

шағир, драматург

Награда һәм премиялары
Рәсәй Федерацияһының юғары һөнәри белем биреү почётлы хеҙмәткәре
Рәсәй Федерацияһының юғары һөнәри белем биреү почётлы хеҙмәткәре

Ғаязов Әлфис Суфиян улы (3 июнь 1956 йыл) — дәүләт һәм фән эшмәкәре, ғалим һәм яҙыусы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһы академигы (2016), Рәсәй Мәғариф академияһының мөхбир ағзаһы (2009), педагогия фәндәре докторы (1996), профессор (1997). Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2000), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1989), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2006). Башҡортостан комсомолы премияһы лауреаты (1985).

Әлфис Суфиян улы Ғаязов 1956 йылдың 3 июнендә Башҡорт АССР-ы Асҡын районының Иҫке Ҡаҙансы ауылында тыуған.

1977 йылда Бөрө педагогия институтын тамамлай һәм хеҙмәт эшмәкәрлеген 1977 йылда институттың ВЛКСМ комитеты секретары вазифаһында башлай. Совет Армияһы сафында хеҙмәт иткәндән һуң, ошо юғары уҡыу йортонда кесе ғилми хеҙмәткәр булып эшләй.

  • 1983—1986 йылдар — Силәбе педагогия институтының педагогика кафедраһы аспиранты.
  • 1986—1987 йылдар — Бөрө педагогия институты педагогика кафедраһының өлкән уҡытыусыһы.
  • 1987—1989 йылдар — Бөрө педагогия институтының биология факультеты деканы.
  • 1989—1997 йылдар — Бөрө педагогия институтының педагогика һәм психология факультеты деканы.
  • 1998—2000 йылдар — М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының педагогика кафедраһы мөдире.
  • 2000—2011 йылдар — Башҡорт дәүләт педагогия университетының Педагогика институты директоры.
  • 2011—2015 йылда — Башҡортостан Республикаһының мәғариф министры.
  • 2015 йылдан — 2021 йылдың 15 июненә тиклем — Башҡортостан Фәндәр академияһы президенты вазифаһын башҡарыусы һәм президенты[1][2].

Ижади эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әлфис Ғаязов шулай уҡ танылған шағир һәм драматург, 2013 йылдан Рәсәй Яҙыусылар Союзы ағзаһы, әҙәби ижад менән дә әүҙем шөғөлләнә, уның шиғырҙары республика гәзит-журналдарында даими донъя күреп килә.

Уның һүҙҙәренә профессиональ һәм үҙешмәкәр композиторҙар Альбина Имаева, Ришат Сәғитов, Шамил Шәрипов, Фирҙүс Шәрифуллин, Вәсил Ғәлимов, Афарим Аҡсурин, Нурия Абдуллина, Юлай Моратов, Әминә Бикташева, Рәдиф Зарипов, Зөлфиә Ғәйнуллина, Ринат Фәттәховтар яҙған бер нисә тиҫтә йырҙы Башҡортостандың һәм Татарстандың популяр сәхнә оҫталары үҙ репертуарына индергән, улар башҡарыуында халыҡ күңеленә хуш килгән был әҫәрҙәр радио һәм телевизорҙан йыш яңғырай.

Әҙиптең драматургия өлкәһендәге тәүге ижади емеше лә бик уңышлы булды. Йәш драматургтың «Яңғыҙҙар ташы» исемле драмаһы 2014 йылда Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә ҡуйылып (режиссеры Олег Ханов), тамашасылар тарафынан йылы ҡабул ителде, төрлө кимәлдәге тәнҡитселәрҙең иғтибарын йәлеп итте. Улар спектаклгә ыңғай баһа бирҙе.

Ғилми эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фәнни тикшеренеүҙәре үҫеп килгән быуынды тәрбиәләү, гражданлылыҡ формалаштырыу мәсьәләләренә арналған. 150-нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

  • Образование как пространство формирования личности гражданина. — М., 2006.
  • Ҡаҙансылар иле. — Өфө: ДизайнПолиграфСервис, 2007. — 192 с. — ISBN 978-5-94423-125-3.
  • Семь проблем современного образования. — Уфа, 2008.
  • Лидирующая роль образования в обществе. — Уфа, 2011.

Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитеты премияһы лауреаты (1985).
  • РСФСР—ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1989).
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2000).
  • Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2006).