Әмирова Гөлнара Ирнес ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Әмирова Гөлнара Ирнес ҡыҙы
Заты ҡатын-ҡыҙ
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 7 июль 1968({{padleft:1968|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (51 йәш)
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Өфө
Һөнәр төрө Артист
Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре

Әмирова Гөлнара Ирнес ҡыҙы (7 июль 1968 йыл) — башҡорт театр актёры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2008).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Гөлнара Ирнес ҡыҙы Әмирова 1968 йылдың 7 июлендә Өфө ҡалаһында тыуа. 1985 йылда Йәрмәкәй урта мәктәбен тамалағандан һуң «Ҡояшҡай» балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй. 1991 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр факультетын тамамлай, һөнәре буйынса драматик театр һәм кино актеры.

Театр эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Юғары һөнәри белем алғандан һуң Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында юғары категориялы драма актеры. Өфөлә, Ҡазанда, Түбәнге Новгородта, Мәскәүҙә һәм Минскиҙа Нәжиб Асанбаев, Флорид Бүләков, М. Ғилязев, Мостай Кәрим, Мирхәйҙәр Фәйзи һәм Уильям Шекспир пьесалары буйынса уңышлы сығыш яһай.

Виола («Ун икенсе төн» — У. Шекспир); Зарзария («Киске тамаҡ ялғау» — М. Кәрим); Катя («Яралы яҙмыш» — Н. Асанбаев); Мария («Аңлашылмаусанлыҡ» — А. Камю); Фатима («Яратам, яратмайһыңмы?» — Ф. Бүләков).

«МАҠТЫМҺЫЛЫУ, ӘБЛӘЙ ҺӘМ ҠАРА ЮРҒА», роле: Ҡара бейә

«БЕР МӘЛ САНАТОРИЙҘА», роле: Ирина

«КӘКҮК ОЯҺЫ ӨҪТӨНӘН ОСҠАНДА», роле: Кэнди

«ҠАРА ЙӨҘҘӘР», роле: Бәҙәр

«ИТЕКЛЕ БЕСӘЙ», роле: тылсымсы Этиссер

«ЙОСОФ ҺӘМ ЗӨЛӘЙХА», роле: 1-се)

«МИН ҺИНЕҢ ҠӘЙНӘҢ БУЛАМ», роле: Мәрйәм Иршатовна

«ДИҢГЕҘ. УТРАУ. ХАЗИНА», роле: боцман ҡатын

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

http://theatreinform.ru/bd/Actor/Details.php?A_Code=1913