Әмиров Родион Руслан улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Родион Әмиров
Позиция

һөжүмсе

Буйы

185 см

Ауырлығы

87 кг

Гражданлығы

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Тыуған көнө

2 октябрь 2001({{padleft:2001|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:2|2|0}})
Ишембай, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй[1]
Салауат, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй[2]

Вафат булған көнө

14 август 2023({{padleft:2023|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})[3] (21 йәш)
Мюнхен, Германия

Карьера
2017—2022
Хоккейсы карьераһы
2017—2019 Рәсәй флагы Толпар
2019—2022 Рәсәй флагы Салауат Юлаев
2019—2021 Рәсәй флагы   Толпар
2019—2022 Рәсәй флагы   Торос

Әмиров Родион Руслан улы (2 октябрь 2001({{padleft:2001|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}), Ишембай, Башҡортостан Республикаhы[1] или Салауат, Башҡортостан Республикаhы[2]14 август 2023({{padleft:2023|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})[3] (21 йәш), Мюнхен) — Рәсәй хоккейсыһы, һөжүмсе.

Уйын карьераһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Родионды ЙХЛ клубы «Толпар»ға сығарылыш миҙгеле барышында уҡ йәлеп итә башлайҙар. Даими чемпионаттың ун ике матчының беренсеһен Әмиров октябрҙә үткәрә, ә профессиональ кимәлдә дебют шайбаһы бер аҙ һуңыраҡ — 2018 йылдың 14 февралендә ул Усть-Каменогорскиҙың «Алтайы» менән осрашыуҙа шайба индерә һәм икенсе көндө шулай уҡ шайба индерә. ЙХЛ-дың 2018/19 йылдар миҙгеле — беренсе тулы миҙгел була, һәм Әмиров 25 (13+12) мәрәй менән яҡшы статистика күрһәтә. Был күрһәткес буйынса ул команда форвардтары араһында алтынсы була. Әммә бер мөһим аныҡлыҡ менән: уның «Толпар» буйынса бөтә партнерҙары 50 матч үткәрә, ә Әмиров —.ни бары 31.

2019/20 йылдар миҙгелендә үҙенең тәүге матчтарын КХЛ-да «Салауат Юлаев» командаһы составында уйнай. Дебют миҙгелендә даими миҙгелдә бөтәһе 21 матч үткәрә, 2 мәрәй йыя (0+2). Шул уҡ миҙгелдә ЮХЛ-да өфөләрҙең фарм-клубы — Нефтекаманың «Торос» клубы матчтарына йәлеп ителә.

17 йәштән 20 йәшкә тиклем Рәсәй юниорҙар йыйылма командаһы өсөн сығыш яһай. 2020 йыл аҙағында Рәсәй йыйылма командаһы өсөн тәүге матчтарын үткәрә.

Ауырыуы һәм үлеме[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2022 йылдың февралендә хоккейсының баш мейеһендә яман шеш табылыуы билдәле була. Германияла дауалана[4]. 2023 йылдың 14 авгусында 22 йәшендә вафат була.

Ҡаҙаныштары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 1 2001 йылғы егеттәр араһында Рәсәй беренселегенең бронза призёры.
  • 1 Глинка/Гретцки кубогоның бронза призёры — 2018 (U-18)
  • 2 Юниорҙар донъя чемпионатының көмөш призёры — 2019 (U-18)
  • ЙХЛ 2019/2020 йылдар миҙгелендә «Көнсығыш» конференцияһы еңеүсеһе

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 https://www.youtube.com/watch?v=D9eS32IfX3Q
  2. 2,0 2,1 https://en.khl.ru/news/2023/08/14/515547.html
  3. 3,0 3,1 https://www.sportsnet.ca/nhl/article/former-maple-leafs-first-round-pick-rodion-amirov-passes-away-at-21/
  4. Если в шаблоне {{cite web}} задаётся параметр archive-url=, должен задаваться и параметр archive-date=, и наоборот. Необходимо задать параметр url= в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметр title= в шаблоне {{cite web}}. [ ]. Дата обращения: 23 февраль 2022.