Әмиров Рәсим Зәкир улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Әмиров Рәсим Зәкир улы
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 28 февраль 1923({{padleft:1923|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:28|2|0}})
Тыуған урыны Рәсәй, Бүздәк районы
Вафат булыу көнө 1995
Һөнәр төрө ғалим
Эш биреүсе Башҡортостан Фәндәр Академияһы

Әмиров Рәсим Зәкир улы (28 февраль 1923 йыл — 2 декабрь 1995 йыл) — терапевт, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почетлы академигы (1991), медицина фәндәре докторы (1968), профессор (1970). СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1977)[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әмиров Рәсим Зәкир улы 1923 йылдың 28 февралендә БАССР-ҙың Бүздәк районы Бүздәк ауылында тыуған. Ейәнен тәрбиәләү менән уның БАССР-ҙың Әлшәй районы Ниғмәтулла ауылында йәшәгән олатаһы менән өләсәһе шөғөлләнгән.

Рәсим Зәкир улы мәктәпте тамамлағандан һуң 1-се Мәскәү медицина институтына уҡырға инә һәм уны бик яҡшы тамамлай, һуңынан Бөтә Союз ҡолаҡ институты аспирантураһын физиология һөнәре буйынса тамамлай, ионлаштырыусы нурланыштың еҫ һиҙеү һәләтенә тәьҫире эҙемтәләрен өйрәнеү менән шөғөлләнә.

Әмиров Рәсим Зәкир улы аспирантураны тамамлағас, 1952 йылдан алып Мәскәүҙә Үҙәк оториноларингология ғилми-тикшеренеү институтында эшләй. 1960 йылдан алып А. Н. Бакулев исемендәге йөрәк-ҡан тамыры хирургияһы ғилми-тикшеренеү институтында, 1964 йылдан — СССР-ҙың Медицина фәндәре академияһы эргәһендәге туҡланыу ғилми-тикшеренеү институтында эшләй, 1985 йылдан физиология һәм курортология Үҙәк фәнни-тикшеренеү институтының клиник физиология бүлеге мөдире.

Әмиров Рәсим Зәкир улы — медицина фәндәре докторы (1964), профессор (1970).

Профессор Р. З. Әмиров үҙе тәҡдим иткән электрокардиотопография ысулы ярҙамында йөрәктең электр ҡырын өйрәнеүгә ҙур өлөш индерә, йөрәк потенциалын карталаштырыу методикаһын эшләй.

Р. З. Әмиров «Йөрәктең электр ҡырын тикшереү ысулы» уйлап таба, был йөрәк потенциалын карталаштырыу өсөн «Кардиаг» аппаратты эшләргә мөмкинлек бирә. Был хеҙмәте өсөн уға «СССР-ҙың уйлап табыусыһы» билдәһе тапшырыла.

1995 йылда Р. З. Әмиров Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почетлы академигы итеп һайлана[2] (Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының медицина фәндәре бүлексәһе).

Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Йөрәк потенциалын карталаштырыу ысулын уйлап тапҡаны өсөн 11 авторлыҡ таныҡлығы ала.

Әмиров Рәсим Зәкир улы етәкселегендә 38 диссертация яҡлана, шуларҙың 4 докторлыҡ һәм 34 кандидатлыҡ диссертациялары.

Р. З. Әмиров электрокардиология буйынса халыҡ-ара журнал мөхәрририәте составына инә.

1989 йылда ул 1990 һәм 1991 йылдарға Элект-Президент итеп һайлана, ә 1987 йылда (Вашингтон, Дюрен һәм Кливленд) университеттарына, 1990 йылда — Барселона ҡалаһына (Испания) университеттарҙа лекция уҡыу өсөн саҡырыла.

Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Чехия физиологы Эдвард Бабактың иҫтәлекле миҙалы һәм дипломы — Чехословакия академияһы наградаһы
  • Электрокардиографияға нигеҙ һалыусы В. Эйнтховен миҙалы (1977).

Библиография[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Р. Зәкиров — 200-ҙән артыҡ баҫылып сыҡҡан ғилми мәҡәләләр һәм өс монография авторы: Электрокардиография, М., 1965 г.; Интегральные топограммы потенциалов сердца, М. Наука, 1973; Electrocardiotopographie. — Akademie-Verlag-Berlin, 1974 (немец телендә).

Амиров Р. З. Интегральные топограммы потенциалов сердца, М. 1973

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Башкирская энциклопедия — АМИРОВ Расим Закареевич (Тикшерелгән 23 февраль 2018)(Проверено 23 февраля 2018)
  2. Академия Наук Республики Башкортостан - Амиров Расим Закареевич. Тәүге сығанаҡтан архивланған 26 ғинуар 2013. 2 ғинуар 2013 тикшерелгән.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Башкирская энциклопедия. Уфа, 2006.
  • Татарский энциклопедический словарь. — Казань: Институт Татарской энциклопедии АН РТ, 1998—703 с., илл

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]