Әмиров Хәлимулла Сәғиҙулла улы
| Әмиров Хәлимулла Сәғиҙулла улы | |
| Зат | ир-ат |
|---|---|
| Гражданлыҡ |
|
| Тыуған көнө | 1909 |
| Тыуған урыны | Мишкә, Мишкә районы |
| Вафат булған көнө | декабрь 1942 |
| Вафат булған урыны | Ростов өлкәһе, РСФСР, СССР |
| Һөнәр төрө | яугир |
| Хәрби звание | политрук[d] |
| Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
| Ғәскәр төрө | кавалерия[d] |
| Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы | яуҙа һәләк була[d] |
Әмиров Хәлимулла Сәғиҙулла улы — (1909—1943)[1]. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, политрук, эскадрон командиры урынбаҫары[2], ҡыҙылармеец.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әмиров Хәлимулла Сәғиҙулла улы 1909 йылда Башҡорт АССР-ының Мишкә районы Мишкә ауылында тыуа. Ҡыҙыл Армия сафына Мишкә районы хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла. Бөйөк Ватан һуғышында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында өлкән политрук, дивизияның химик һөжүмдән һаҡлау эскадроны командиры урынбаҫары булып хеҙмәт итә. Хәлимулла Әмиров 1942 йылдың декабрендә (башҡа сығанаҡтар буйынса 1943 йылда[3]) һәләк була, Ростов өлкәһенең Чернышевская станцияһында ерләнә[4].
Ғаилә хәле
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Өйләнгән. Ҡатыны Әмирова Анна Николаевна[3][5]. Балалары тураһында мәғлүмәт юҡ.
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әмиров Хәлимулла Сәғиҙулла улының исеме «Хәтер китабы. Башҡортостан» баҫмаһының 15-се томына[6] һәм Мишкә районының Мишкә ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.