Әхмәров Хәсән Нурый улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Хасан Нуриевич Ахмеров
Хәсән Нурый улы Әхмәров
Тыуған ваҡыты

1866({{padleft:1866|4|0}})

Тыуған урыны

Ырымбур

Үлгән ваҡыты

билдәһеҙ

Вафат урыны

билдәһеҙ

Хеҙмәт иткән урыны

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы

Хеҙмәт итеү йылдары

Рәсәй флагы ?1917
Рәсәй Совет Федератив Социалистик Республикаһы 19191920

Хәрби звание

полковник

Хәрби алыш/һуғыш

Беренсе донъя һуғышы,
Рәсәйҙә Граждандар һуғышы

Әхмәров Хәсән Нурый улы (1866—?) — хәрби эшмәкәр, Рәсәйҙәге Граждандар һуғышы һәм Башҡорт милли  хәрәкәтенда ҡатнашыусы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әхмәров Хәсән Нурый улы 1866 йылда Ырымбур ҡалаһында тыуған.

Ырымбурҙа Неплюев кадет корпусын, унан һуң — хәрби училищеһын тамамлаған.

Һуңынан рус армияһында хеҙмәт иткән. Полковник званиеһына лайыҡ булған. 1917 йылға тиклем Беренсе донъя һуғышында   ҡатнашҡан.

1918 йылдан алып Үҫәргән кантонында Башҡорт хөкүмәтенең вәкиле булып эшләгән.

1919 йылдан  — Эшсе-крәҫтиәндәр Ҡыҙыл армияһының (РККА) Көнсығыш фронты Көньяҡ төркөмө армиялары штабы янындағы  <ашҡортостан Хәрби-революцион комитетының хәрби бүлеге буйынса вәкил урынбаҫары. 

1919-1920 йылдарҙа Ҡыҙыл Армия сафтарында хеҙмәт итә. 49-сы Себер уҡсылар полкы командиры була.  Автономиялы  Башҡорт Совет Республикаһының хәрби эштәр буйынса халыҡ комиссариатының тәьмин итеү бүлеге начальнигы ярҙамсыһы итеп тәғәйенләнә.

1919 йылдың июненән Бәләбәй ҡалаһында РККА-ның айырым Башҡорт уҡсылар бригадаһы частарын булдырыу менән шөғөлләнә. Ә шул уҡ йылдың авгусынан алып Башҡорт айырым уҡсылар бригадаһы командиры итеп тәғәйенләнә.

1919 йылдың октябрь — ноябрь айҙарында Петроградты обороналауҙа ҡатнаша.  Аҡтарҙың генерал Н. И. Юденич етәкселендәге Төньяҡ - Көнбайыш армияһын тар-мар итеүҙә ҡатнаша.

1920 йылдың февраленән алып октябргә тиклем  — Автономиялы Башҡорт Совет Республикаһының запас ғәскәрҙәре идаралығы начальнигы була. Шул уҡ ваҡытта Әхмәров Хәсән Нурый улы башҡорт ғәскәрҙәренең ойоштороуы һәм фронтҡа ебәреүе менән етәкселек иткән.

Уның артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Ярмуллин А. Ш. Автономиялы Башҡортостан байрағы аҫтында. Өфө, 2009. (башк.) Таймасов Р. С. Участие башкир в Гражданской войне: книга первая. В лагере контрреволюции (1918 — февраль 1919 гг.): Монография.- Уфа:РИЦ БашГУ, 2009. - 200 с.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]