Әхмәтйәнов Альберт Мөхәмәт улы
Әхмәтйәнов Альберт Мөхәмәт улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй Башҡортостан Республикаhы |
Тыуған көнө | 18 февраль 1941 |
Тыуған урыны | Өфө, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 22 февраль 2001 (60 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө |
Һөнәр төрө | университет уҡытыусыһы, ғалим |
Эш урыны | Өфө дәүләт авиация техник университеты |
Уҡыу йорто | Өфө дәүләт авиация техник университеты |
Ғилми дәрәжә | техник фәндәр докторы[d] һәм профессор[d] |
Әхмәтйәнов Альберт Мөхәмәт улы (18 февраль 1941 йыл, Өфө – 22 февраль 2001 йыл, Өфө) — инженер-механик. Техник фәндәр докторы (1978), профессор (1980). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1994), Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1980). Башҡортостан Республиканың Дәүләт премия лауреаты (1999)[1][2].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Альберт Мөхәмәт улы Әхмәтйәнов 1941 йылдың 18 февралендә Өфө ҡалаһында тыуған.
1963 йылда Өфө авиация институтын (Өфө дәүләт авиация техник университетын) тамамлай. 1968 йылда - кандидатлыҡ, 1978 йылда докторлыҡ диссертацияларын яҡлай.
Институтты тамамлағас, унда эшләргә ҡала: 1976-1979 йылдарҙа - авиация двигателдәре факультеты деканы, 1980 йылдан - авиация двигателдәрен проектлау һәм һынау кафедраһы мөдире, 1983-2001 йылдарҙа - авиация двигателдәре кафедраһы мөдире[3].
2001 йылдың 22 февралендә Өфө ҡалаһында вафат була.
Фәнни эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Капиталь техник системаларҙың термогазодинамик процестарының математик моделен әҙерләү өлкәһендә ғилми мәктәп ойоштороуға етәкселек итә. Мәғлүмәт технологиялары уйлап табыу, индереү; традицион булмаған энергия үҙгәрткестәрен ҡулланыу базаһында яңы энергия һәм ресурстарҙы һаҡлаусы, экологик яҡтан таҙа технологиялар әҙерләү һәм производствоға индереү мәсьәләләрен комплекслы хәл итеү менән шөғөлләнә. Ил предприятиеларында һәм конструкторҙар бюроларында индерелгән двигателдәрҙе автоматлаштырылған проектлау системаһын эшләгән. Альберт Мөхәмәт улы ҡатнашлығында газ турбиналы ҡоролма уйлап табылған. Уйлап табыуҙарға 2 авторлыҡ таныҡлығы бар. 180 баҫма ғилми хеҙмәт авторы[3].
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[3]
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]— Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1994)
— Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1980).
— Башҡортостан Республиканың Дәүләт премия лауреаты (1999).
Хеҙмәттәре[4]
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Диагностика состояния ВРД по термогазодинамическим параметрам. М., 1983 (авторҙаш);
- Принципы эквивалентности в технике и жизни. М., 1996 (авторҙаш);
- Проектирование авиационных газотурбинных двигателей. М., 2000 (авторҙаш).
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ахмедзянов А. М.(недоступная ссылка)
- Әхмәтйәнов Альберт Мөхәмәт улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- УГАТУ Ахмедзянов 2022 йыл 29 апрель архивланған.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ УГАТУ Ахмедзянов 2022 йыл 29 апрель архивланған.
- ↑ Әхмәтйәнов Альберт Мөхәмәт улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 Ахмедзянов А. М.(недоступная ссылка)
- ↑ Әхмәтйәнов Альберт Мөхәмәт улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.