Эстәлеккә күсергә

Әхмәтов Хәмзә Рәис улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әхмәтов Хәмзә Рәис улы
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 3 июль 1958({{padleft:1958|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:3|2|0}})
Тыуған урыны Иҫке Ихсан ауылы, Саҡмағош районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 13 октябрь 2007({{padleft:2007|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:13|2|0}}) (49 йәш)
Һөнәр төрө сәйәсмән
Уҡыу йорто Башҡортостан ауыл хужалығы институты
Урал дәүләт хеҙмәте академияһы
Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһы
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы һәм Берҙәм Рәсәй
Хәрби звание подполковник[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу буйынса күрһәткән хеҙмәте өсөн» миҙалы Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре
 Әхмәтов Хәмзә Рәис улы Викимилектә

Әхмәтов Хәмзә Рәис улы (3 июль 1958 йыл — 13 октябрь 2007 йыл) — Рәсәйҙең дәүләт һәм сәйәси эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышының Вәкилдәр Палатаһы депутаты, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты[1], Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте башлығы (2000—2007)[2], Башҡортостан Республикаһының 3-сө класлы Действительный дәүләт кәңәшсеһе, Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәренең запастағы подполковнигы.[3]

1958 йылдың 3 июлендә БАССР-ҙың Саҡмағош районы Иҫке Иҡсан ауылында тыуа; Башҡортостан ауыл хужалығы институтын, ғалим агроном; Свердловск Юғары партия мәктәбен; Башҡортостан Республикаһы Президенты эргәһендәге Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идараһы академияһын тамамлай.

  • 1975—1980 — Башҡортостан ауыл хужалығы институты студенты
  • 1980—1983 — Ҡырмыҫҡалы районының Шаймуратов исемендәге колхозы агрономы[4]
  • 1983—1984 — ВЛКСМ-дың Ҡырмыҫҡалы район комитетының икенсе секретары[5]
  • 1984—1987 — ВЛКСМ-дың Ҡырмыҫҡалы район комитетының беренсе секретары[6]
  • 1987—1989 — Свердловск Юғары партия мәктәбе тыңлаусыһы[7]
  • 1989—1990 — КПСС район комитетының ойоштороу бүлеге инструкторы[8]
  • 1990—1992 — Шаймуратов исемендәге колхоз рәйесе урынбаҫары[9]
  • 1992—1998 — Шаймурат ауыл хакимиәте башлығы[10]
  • 1998—2000 — Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәтенең ауыл хужалығы идаралығы начальнигы, хакимиәт башлығының беренсе урынбаҫары[11]
  • 2000—2007 — Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте башлығы

2007 йылдың 13 октябрендә вафат була[12]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре[13]
  • «Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙы үткәреүҙәге ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы[14]
  • «Рәсәй Федерацияһының дөйөм мәғарифының Почётлы хеҙмәткәре» миҙалы[15]
  • «2006 йылда Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыуҙы үткәреүҙәге ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы[16]
  • «Берҙәмлек-Теләктәшлек-Ғәҙеллек» миҙалы
  1. Страница 404
  2. Указ Президента РБ №УП-27 от 19.01.2000 г.
  3. Присвоено приказом МО РФ № 029 от 10.05.2005 г. удостов. ГД № 1159435
  4. Пр. № 6 реш. засед. прав. кза от 1.09.1980 г.
  5. Прот. 6 Пленума райкома ВЛКСМ от 10.06.1983 г.
  6. Прот. 9 Пленума райкома ВЛКСМ от 31.08.1984 г.
  7. Пр. № 75 от 13.05.1987 г.
  8. Прот. № 13 бюро РК КПСС от 23.08.1989 г.
  9. реш. засед. от 1.09.1990 г.
  10. Пост. № 14 от 19.05.1992.
  11. Расп. № 19 § 2 от 28.05.1998 г.
  12. detailed information. Reviews, real experiences of people like you. — Ахметов Хамза Раисович(недоступная ссылка)
  13. УКАЗ Президента РБ от 28.07.1999 N УП-504 «О ПРИСВОЕНИИ ПОЧЕТНОГО ЗВАНИЯ „ЗАСЛУЖЕННЫЙ РАБОТНИК СЕЛЬСКОГО ХОЗЯЙСТВА РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН“ АХМЕТОВУ Х. Р.»
  14. Указ Президента Российской Федерации от 14.10.2002 г. удостов.№ 08019
  15. Приказ Минобрнауки России от 25.10.2005 г.№ 915/к-н удостов.№ 102085
  16. Приказ Федеральной службы государственной статистики от 29 декабря 2006 г. № 247 удостов.№ 28913