Эстәлеккә күсергә

Әхмәтшин Марс Әһлиулла улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
17:02, 12 август 2021 өлгөһө; InternetArchiveBot (фекер алышыу | өлөш) (Rescuing 1 sources and tagging 0 as dead.) #IABot (v2.0.8)
Әхмәтшин Марс Әһлиулла улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 21 февраль 1948({{padleft:1948|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (76 йәш)
Тыуған урыны Сафар, Миәкә районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө яҙыусы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Әхмәтшин Марс Әһлиулла улы (рус. Ахметшин Марс Аглиуллович; 21 февраль 1948 йыл) — яҙыусы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2008) һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1997). Рәсәй Федерацияһының Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы (1993).

Биографияһы

Марс Әһлиулла улы Әхмәтшин 1948 йылдың 21 февралендә БАССР‑ҙың Миәкә районы Сафар ауылында тыуған.

Армияла хеҙмәт итеп, старшина дәрәжәһендә тыуған ауылына ҡайта[1].

1976 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған.

1970 йылдан алып «Башҡортостан пионеры» гәзитендә бүлек мөдире, яуаплы секретарь булып эшләй.

1980 йылдан башлап — «Башҡортостан ҡыҙы» журналының баш мөхәррир урынбаҫары.

1986 йылдан — БАССР‑ҙың телевидение һәм радио тапшырыуҙар буйынса дәүләт комитетында баш мөхәррир.

1991 йылдан — Халыҡ-ара Әҙәбиәт фонды ағзаһы булараҡ, Рәсәй Федерацияһы Әҙәбиәт фондының Башҡортостан бүлексәһе директоры.

Әхмәтшин ижадында этнопедагогика һәм төрлө быуын кешеләренең үҙ‑ара мөнәсәбәте проблемалары ҙур урын тота. Балалар өсөн яҙылған «Беҙ осрашырбыҙ, Ринго!» (1990), йәштәр тормошона арналған «Юлыма сыҡ, Гөлсирә!» (1993), «Янғын» (1999) повестар һәм хикәйәләр йыйынтыҡтарында хәҙерге заман проблемалары яҡтыртыла. Мәскәүҙә урыҫ телендә «Падение» тигән китабы сыға.[2],[3],

Әҫәрҙәре

  • Дүртенсе өҫтәл: повестар, хикәйәләр, парсалар. Өфө, 2008
  • Атайҙар менән бер сафта. Өфө, 2010
  • Падение: повести, рассказы, новеллы, сказки. М., 2005.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Иҫкәрмәләр

Сығанаҡтар

  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)
  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ.Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.
  • Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 стр. (рус.)