Әхмәҙиев Әмир Муллағәле улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Әхмәҙиев Әмир Муллағәле улы
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 16 декабрь 1948({{padleft:1948|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (71 йәш)
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Раевка
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт аграр университеты

Әхмәҙиев Әмир Муллағәле улы (16 декабрь 1948 йыл) — партия һәм совет эшмәкәре, Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының һәм Башҡортостан Республикаһының 1-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Милләте — татар.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әмир Муллағәле улы Әхмәҙиев 1948 йылдың 16 декабрендә Әлшәй районы Раевка ҡасабаһында донъяға килгән.

Хеҙмәт юлын 1966 йылда Өфөлә 21-се төҙөлөш тресында балта оҫтаһы булып башлаған. Артабан Өфө синтетик спирт заводында өлкән машинист, техник быяла сүс заводында оператор булып эшләгән.

Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлағандан һуң Әлшәй районы комсомол райкомында беренсе секретарь булып һайланған.[1]

1979 - 1985 йылдарҙа Әлшәй районының "Родина" колхозы рәйесе булып эшләй.

1985 - 1988 йылдарҙа Яңы Раевка совхозы директоры итеп тәғәйенләнә.

1988 йылда Әлшәй районы партия райкомының беренсе секретары дәрәжәһенә күтәрелә.


1991 йылдан Халыҡ депутаттарының Әлшәй район Советы рәйесе вазифаһында эшлй.

Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының һәм Башҡортостан Республикаһының 1-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты итеп һайланған [2] .

Ғаиләһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Өйләнгән, ҡатыны менән өс ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр.

Ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Ахмадиев Амир Муллагалиевич/Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.удк 930 ISBN 5-8258-0204-5
  2. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 21.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 21.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]