Әхмәҙуллин Кәшфулмәғән Әхмәҙулла улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әхмәҙуллин Кәшфулмәғән Әхмәҙулла улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
 Совет Рәсәйе
Тыуған көнө 4 ғинуар 1904({{padleft:1904|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:4|2|0}})
Тыуған урыны Шаранбаш-Кенәз, Мичуринск ауыл Советы (Шаран районы), Шаран районы, СССР
Вафат булған көнө 7 декабрь 1968({{padleft:1968|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (64 йәш)
Хәрби звание адъютант[d] һәм ҡыҙылармеец[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]

Әхмәҙуллин Кәшфулмәғән Әхмәҙулла улы (4 ғинуар 1904 йыл7 декабрь 1968 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, ҡыҙылармеец[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Кәшфулмәғән Әхмәҙулла улы Әхмәҙуллин 1904 йылдың 4 ғинуарында хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Шаран районы Шаранбаш-Кенәз ауылында күп балалы ғаиләлә дүртенсе бала булып тыуа. Ата-әсәһе заманына күрә белемле кешеләр була, уҡый, яҙа белә. Кәшфулмәғән белемде мәҙрәсәлә ала. Ғәрәп, латин телдәрен белә, кириллица менән таныш була. Йәш сағында Үзбәкстан яҡтарында балаларға белем биреп йөрөй. Өйләнә, Бөйөк Ватан һуғышына тиклем биш, һуғыштан һуң тағы ла дүрт балалары тыуа[2].

Хәрби юлы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1941 йылдың ноябрендә Шаран районы хәрби комиссариаты тарафынан фронтҡа саҡырыла. Әхмәҙуллин Кәшфулмәғән Әхмәҙулла улы 112-се башҡорт кавалерия дивизияһының 313-сө кавалерия полкына эләгә. Полктың командиры, майор Ғариф Дәүләт улы Макаевтың адъютанты булып хеҙмәт итә. 1943 йылда ғаилә Кәшфулмәғән Әхмәҙулла улының хәбәрһеҙ юғалыуы тураһында хәбәр ала. Бәхеткә күрә ул иҫән ҡала. Һуңғы яуҙа ул ҡаты яралана, контузия ала, госпиталгә эләгә. Һаулығына бәйле 1944 йылдың мартында тыуған яҡтарына ҡайтарыла. Һуғыш яралары, һуғыштан һуңғы ауыр ваҡыт үҙен белгертә, һаулығы ҡаҡшай. 1968 йылдың 7 декабрендә вафат була[2].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]