Әхмәҙуллин Ғабдрахман Хәйрулла улы
| Әхмәҙуллин Ғабдрахман Хәйрулла улы | |
| Зат | ир-ат |
|---|---|
| Гражданлыҡ |
|
| Тыуған көнө | 1911 |
| Тыуған урыны | Ҡарамалы, Аҡбирҙе ауыл Советы (Иглин районы), Иглин районы |
| Хәрби звание | өлкән сержант |
| Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
| Ғәскәр төрө | кавалерия[d] |
| Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Әхмәҙуллин Ғабдрахман Хәйрулла улы (1911 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия өлкән сержанты, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры[1][2].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әхмәҙуллин Ғабдрахман Хәйрулла улы 1911 йылда хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Иглин районы Ҡарамалы ауылында тыуған[2]. Ҡыҙыл Армия сафына 1942 йылдың 5 декабрендә Өфө ҡалаһы Ленин районы (икенсе мәғлүмәттәр буйынса Киров районы) хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла[1][2].
16-сы гвардия кавалерия дивизияһының 62‑се гвардия кавалерия полкында 76-мм батарея старшинаһы булып хеҙмәт итә. Һуғышта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн 1945 йылдың 8 апрелендә Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә[2].
Ҡаһарманлыҡ күрһәткән көндәре: 16.02.1945, 17.02.1945. 1945 йылдың 8 апрелендә подразделениеның 22/н номерлы приказы[1].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Память народа. Ахмадулин Габдрахман Хайрулович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 12 июль 2021)
- Шаймуратовцы. АХМАДУЛИН Габд(у)рахман Хайрулович (Хайруллинович) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 12 июль 2021)