Эстәлеккә күсергә

Әхтәмова Әлфинур Әхтәм ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әхтәмова Әлфинур Әхтәм ҡыҙы
Тыуған көнө 21 ғинуар 1930({{padleft:1930|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (94 йәш)
Тыуған урыны Салауат районы
Әхтәмова Әлфинур Әхтәм ҡыҙы
Тыуған көнө

21 ғинуар 1930({{padleft:1930|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (94 йәш)

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы Мәсәғүт кантонының Ҡалмаҡол ауылы[1]

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге

партия һәм дәүләт хеҙмәткәре

Атаһы

Әхтәм Сәйетғәле улы Сәйетғәлин

Әсәһе

Ғәйнинур Фәссәхетдин ҡыҙы Сәйетғәлина (Фәссәхетдинова)

Әхтәмова Әлфинур Әхтәм ҡыҙы (21 ғинуар 1930 йыл) — партия һәм дәүләт хеҙмәткәре.

Тормошо һәм хеҙмәт юлы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әлфинур Әхтәм ҡыҙы Әхтәмова 1930 йылдың 21 ғинуарында Башҡорт АССР-ы Мәсәғүт кантонының[1] (бөгөн Башҡортостан Республикаһының Салауат районы) Ҡалмаҡол ауылында тыуған. 1944-1946 йылдарҙа уға күҙҙәре һуҡырайыу янай. 1947 йылда Ҡалмаҡол ете йыллыҡ мәктәбен тамамлаған. 1931 йылғы һеңлеһе Зәғифә Әхтәм ҡыҙы менән бергә Мәсәғүт уҡытыусылар институтының ике курсын бөтә. Шунан уларҙы 2-се профилле Бәләбәй уҡытыусылар институтына ебәрәләр. Бер йыл уҡыуға Әлфинурға тағы ла һуҡырайыу ҡурҡынысы янай. Бәләбәйҙә уҡығанда, улар татар телен өйрәнгән. Зәғифә һеңлеһе 1951 йылда, Әлфинур апай — 1952 йылда уҡыуҙарын тамамлай.

  • 1947—1952 йылдар —Мәсәғүт педагогия училищеһы (бөгөн педагогия колледжы) уҡыусыһы.
  • 1952—1957 йылдар — ВЛКСМ-дың Ҡыйғы район комитетында мәктәп бүлеге мөдире булып эшләй.
  • 1958 йылдан — КПСС-тың Ҡыйғы район комитетының ойоштороу бүлеге инструкторы, пропаганда бүлегендә парткабинет мөдире.
  • 1958 йыл аҙағы — Ҡыйғы район Советы башҡарма комитетының мәҙәниәт бүлеге мөдире.
  • 1963—1965 йылдар — Дыуан, Ҡыйғы, Салауат райондарын ҡушып төҙөлгән һәм район үҙәге Мәсәғүттә урынлашҡан Ҙур Салауат районының Мәҙәниәт бүлеге мөдире.
  • 1965 йылдың көҙөнә тиклем Салауат районы уртаға бүленә һәм бер өлөшө Ҡыйғы районына бирелә (Лаҡлы, Лағыр, Мөрсәлим (Ҡалмаҡол) Ҡыйғыға ингән. Йүрүҙән йылғаһы буйы Дыуан районында тороп ҡалған.
  • 1965 йылдың 20 ғинуары — 1985 йылдың 20 марты Ҡыйғы район башҡарма комитетында секретарь (хәҙер эштәр идарасыһы) булып эшләй.
  • 1985—1987 йылдар — Ҡыйғы район РАПО-һында (Ауыл хужалығы идаралығы) кадрҙар бүлеге начальнигы.
  • Әлфинур Әхтәм ҡыҙы дәүләт һәм партия эшенә бирелгәнлеге, иңенә һалынған бурысына яуаплы ҡарауы, хеҙмәтсәндәр менән уртаҡ тел табып, төрлө шәп идеялар менән алға саҡырып тороусы етәксе, ойоштороусы булараҡ, халыҡ араһында ҙур абруй яуланы.

Ғаиләһе, туғандары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Атаһы Сәйетғәлин Әхтәм Сәйетғәле улы (1908 йылдың 8 декабре — 1987 йылдың 6 июне) Ҡалмаҡол ауылында тыуған. Уларҙың ғаиләһендә 16 бала булып, Әхтәм 15-се бала булған. Нахаҡҡа ғәйепләнеп ул 1931 йылда репрессияға дусар ителгән. «Беломорканал» төҙөлөшөндә эшләгән. Урмансынан хөрмәтле мулла бабайҙар шунда һуңғы сәғәтен тапты тип һөйләгән ул. Ер өйө соҡоп ятып йоҡлағандар, иртән тороуға 20-ләгән кеше туңып үлгән булған.

Әхтәм Сәйетғәле улы Сәйетғәлин Бөйөк Ватан һуғышы йылдарынан башлап Мөрсәлим нефть базаһы директоры булып оҙаҡ йылдар эшләгән.

  • Әсәһе Ғәйнинур Фәссәхетдин ҡыҙы Сәйетғәлина (Фәссәхетдинова) (1910 йылдың июне — 1994 йылдың 26 феврале) Башҡорт Илсекәйе-Башташ ауылында Фәссәхетдин Фәтхетдинов менән Фәхернисаның тәүге балаһы булып тыуған.
  • Әлфинур Әхтәм ҡыҙы ғаиләлә — тәүге бала (1930 йылдың 21 ғинуары —).
  • Зәғифә Әхтәм ҡыҙы — (1931 йылдың 28 декабре —)
  • Рәфиҙә Әхтәм ҡыҙы — () Өфө нефть техник институтын тамамлаған.
  • Әхләм Әхтәм улы — (1939 йылдың 5 ғинуары — 1999 йылдың 13 ғинуары), Өфө нефть техник институтын тамамлаған.
  • Мөнир Әхтәм улы — (1944 йылдың 7 ғинуары —) Өфө нефть техник институтын тамамлаған
  • Рәүфә Әхтәм ҡыҙы — (1941 йылдың 1 октябре —)

Маҡтаулы исемдәре һәм наградалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Сиҙәм ерҙәрен үҙләштергән өсөн миҙалы
  • Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Маҡтау грамотаһы
  • Ҡыйғы районының почётлы гражданы.
  • Хеҙмәт ветераны (О награждении медалью «Ветеран труда» трудящихся Кигинского района Указ Президиума ВС Башкирской АССР от 27.06.1985)
  • Земля салаватская, земля батыра./ Автор-составитель: Сабирьянова С. Г. — Уфа: АН РБ, Гилем, 2010. — 400 с.  (рус.)