Әхтәмов Шәймөхәмәт Әҙеһәм улы
| Әхтәмов Шәймөхәмәт Әҙеһәм улы | |
| Зат | ир-ат |
|---|---|
| Гражданлыҡ |
|
| Тыуған көнө | 1914 |
| Тыуған урыны | Белорет районы |
| Вафат булған көнө | 10 июль 1942 |
| Вафат булған урыны | Курск өлкәһе, РСФСР, СССР |
| Хәрби звание | өлкән сержант |
| Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
| Ғәскәр төрө | кавалерия[d] |
| Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы | хәбәрһеҙ юғалған[d] |
Әхтәмов Шәймөхәмәт Әҙеһәм улы (1914 йыл, Башҡортостан Республикаһы Белорет районы Абҙаҡ ауылы — 10 июль 1942 йыл Курск өлкәһе) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, өлкән сержант[1],[2].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әхтәмов Шәймөхәмәт Әҙеһәм улы 1914 йылда хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Белорет районы Абҙаҡ ауылында тыуған[1][2]. 1939 йылдың 4 декабрендә Белорет ҡала милиция бүлегенең 359 (п.2) номерлы бойороғо менән 3-сө разрядлы милиционер вазифаһына тәғәйенләнә. Повесткалар сығарыусы, КПЗ дежурныйы, тышта поста тороусы булып эшләй. 1940 йылдың 13 ғинуарында ҡала милиция бүлегенең дежурный ярҙамсыһы итеп тәғәйенләнә[3].
Ҡыҙыл Армия сафына Әбйәлил район хәрби комиссариаты тарафынан 1941 йылда саҡырыла. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 294-се кавалерия полкында отделение командиры булып хеҙмәт итә[2][3].
1942 йылдың 10 июлендә Курск өлкәһендә хәбәрһеҙ юғала[2][3].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Ахтямов Шаймухамет Адигамович 2021 йыл 24 июнь архивланған.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 Шаймуратовцы. АХТЯМОВ Шаймухамет Адигамович
- ↑ 3,0 3,1 3,2 Ахтямов Шаймухамет
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ахтямов Шаймухамет Адигамович 2021 йыл 24 июнь архивланған.
- Шаймуратовцы. АХТЯМОВ Шаймухамет Адигамович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 июль 2021)
- Память народа. Ахтямов Шаймухамет Адигамович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 июль 2021)
- Ахтямов Шаймухамет