Уразмәтов Әхәт Сәлих улы
Әхәт Уразмәтов | |||
Исеме: |
Уразмәтов Әхәт Сәлих улы | ||
---|---|---|---|
Тыуған ваҡыты: | |||
Тыуған урыны: |
Башҡорт АССР-ы Шишмә районы Ҡалмаш ауылы | ||
Вафат ваҡыты: | |||
Вафат урыны: |
Өфө ҡалаһы | ||
Һөнәре: |
Эстрада артисы | ||
Гражданлығы: | |||
Әүҙем йылдары: |
1951—1999 | ||
Псевдоним: |
Кәтүк | ||
Амплуа: | |||
Театр: | |||
Наградалары: |
|
Уразмәтов Әхәт Сәлих улы (9 декабрь 1931 йыл — 2 июль 2015 йыл) — эстрада артисы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1983), БАССР-ҙың халыҡ (1977) артисы. Өфө ҡалаһының почётлы гражданы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әхәт Сәлих улы Уразмәтов 1931 йылдың 9 декабрендә Башҡорт АССР-ының Шишмә районы Ҡалмаш ауылында тыуған.
1951 йылда Өфө сәнғәт училищеһының театр бүлеген тамамлағандан бирле Башҡорт дәүләт филармонияһы артисы.
1952 йылдан актёрҙарҙың артабан киң билдәлелек аласаҡ «Кәтүк менән Бағанай» дуэты ойошторола. Унда «Кәтүк» — Әхәт Уразмәтов, «Бағанай» — БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы Ғәфүр Латипов була. Дуэттың репертуары ҡыҙыҡ-мәҙәктәр, төртмә таҡмаҡтар, юмор һәм сатиранан тора. Башҡорт эстрадаһының талантлы оҫтаһы, Уразмәтов лирик һәм публицистик монологтар менән сығыш яһаны, Ҡадир Даян, Агиш Ғирфанов, Шәриф Бикҡол, Фәтих Ихсанов, Шакир Насыров, Нәжибәк Хафизов һәм башҡаларҙың интеромедаларында 100-ҙән артыҡ саҡыу образ тыуҙырҙы. Башҡортостан һәм Рәсәй ҡалалары, шулай уҡ Финляндия буйлап даими гастролдәрҙә йөрөй, төрлө фестивалдәрҙә, кисәләрҙә, концерттарҙа һәм ижади осрашыуҙарҙа әүҙем ҡатнашты.
Һөйләү жанры оҫтаһы, артист Әхәт Уразмәтов 2015 йылдың 2 июлендә Өфөлә вафат булды[1].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Өфө ҡалаһының почётлы гражданы
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1983)
- Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1977)
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Аралбаева Л. Өфөлә билдәле юморист Әхәт Уразмәтовтың хәтер кисәһе була. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 7 декабрь[2].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ УШЁЛ ИЗ ЖИЗНИ ЗАСЛУЖЕННЫЙ АРТИСТ РСФСР, НАРОДНЫЙ АРТИСТ БАССР, ВЕДУЩИЙ МАСТЕР ЭСТРАДЫ АХАТ САЛИХОВИЧ УРАЗМЕТОВ. Официальный сайт «Культурный мир Башкортостана». Главная→Новости. 03.07.2015 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 7 декабрь 2016)
- ↑ Өфөлә билдәле юморист Әхәт Уразмәтовтың хәтер кисәһе була. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 7 декабрь (Тикшерелеү көнө: 7 декабрь 2016)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Уразмәтов Әхәт Сәлих улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 7 декабрь 2022)
- Уразмәтов Әхәт 2016 йыл 5 март архивланған.
- Дуҫлыҡ ептәрен нығытып 2016 йыл 9 март архивланған.
- 9 декабрҙә тыуғандар
- 1931 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Шишмә районында тыуғандар
- 2 июлдә вафат булғандар
- 2015 йылда вафат булғандар
- Өфөлә вафат булғандар
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған артистары
- Башҡорт АССР-ының халыҡ артистары
- Өфө сәнғәт училищеһын тамамлаусылар
- Шәхестәр:Башҡорт дәүләт филармонияһы
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артистары