Әғлетдинов Имаметдин Әғлетдин улы
| Әғлетдинов Имаметдин Әғлетдин улы | |
| Зат | ир-ат |
|---|---|
| Гражданлыҡ |
|
| Тыуған көнө | 1905 |
| Тыуған урыны | Боғҙан ауылы, Миәкә районы, СССР |
| Һөнәр төрө | яугир |
| Хәрби звание | рядовой һәм ҡыҙылармеец[d] |
| Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
| Ғәскәр төрө | кавалерия[d] |
Әғлетдинов Имаметдин Әғлетдин улы (рус. Аглетдинов Имаметдин Аглетдинович; 1905 — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы составындағы 60-сы гвардия кавалерия полкында хеҙмәт итә. Гвардия ҡыҙылармеецы[1].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Имаметдин Әғлетдин улы Әғлетдинов 1905 йылда Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе (хәҙер — Башҡортостан Республикаһы Миәкә районы) Боғҙан ауылында тыуған.
1941 йылда Миәкә район хәрби комиссариаты Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына саҡыра. Яңы ойошторолған 112-се Башҡорт атлы дивизияһына билдәләнә.
Гвардия ҡыҙылармеецы Әғлетдинов Имаметдин Әғлетдин улы Башҡорт кавалерия дивизияһы составындағы 60-сы гвардия кавалерия полкы яугиры була.
Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғандан һуң, тыуған колхозында бригадир, колхоз рәйесе вазифаһында хеҙмәт итә[1].
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әғлетдинов Имаметдин Әғлетдин улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[2] һәм БР-ҙың Миәкә районы Боғҙан ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.