Әҡлимә
Әҡлимә |
Әҡлимә — башҡорт, татар һәм башҡа төрки халыҡтарында, шул иҫәптән башҡорттарҙа исем.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҡлимә исеме башҡорт теленә ғәрәп теленән килеп ингән. Мәғәнәһе һүҙ оҫтаһы[1], икенсе сығанаҡтар буйынса аҡыл (Жанузаков), ил, ғәләм тигәнде аңлата[2].
Билдәле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Садиҡова Әҡлимә Ғариф ҡыҙы (7 ноябрь 1908 йыл — 18 июнь 1993 йыл) — Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының 1933—1983 йылдарҙағы актёры. РСФСР‑ҙың атҡаҙанған (1972), Башҡорт АССР‑ының халыҡ (1955) артисы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1955).
Сафина Әҡлимә Ғәзи ҡыҙы (29 май 1948 йыл) — совет, партия һәм йәмәғәт хеҙмәткәре, шағир һәм прозаик. 2013 йылдан Учалы яҙыусылар ойошмаһының яуаплы секретары. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союзы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Журналистар союзы ағзаһы.
Шәрипова Әҡлимә Мансур ҡыҙы(1 ғинуар, 1927 йыл — ?) — БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
Әҡлимә (ислам) — Әҙәм пәйғәмбәрҙең ҡыҙы. Һауа 20 тапҡыр бала таба, шул уҡ ваҡытта, һуңғы улынан башҡа, гел игеҙәк балалар тыуа. Шулай итеп Һауа бөтә ғүмере буйына 39 балаға ғүмер бирә. Ике йыл аша бала таба. Иң билдәле балалары — улдары Шис, Ҡабил һәм Һабил, ҡыҙҙары Ләбүдә һәм Әҡлимә.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҡлимә (йыр) — Рим Хәсәнов музыкаһына яҙылған йыр.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. 2018 йыл 16 май архивланған. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |