Эстәлеккә күсергә

Өфө Успенье ирҙәр монастыры

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Өфө Успенье ирҙәр монастыры
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Өфө
Епархия Өфө епархияһы
Архитектура стиле Классицизм
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 2002
Мираҫ статусы Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d]
Карта
 Өфө Успенье ирҙәр монастыры Викимилектә

Успенье ирҙәр монастыры — Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһы Өфөләге элекке православие монастыры. XVI быуат аҙағында Саввин-Сторожев монастыры (Звенигород ҡалаһы) монахтары тарафынан нигеҙ һалынған. 1920-се йылдарҙа ябыла. Хәҙерге адресы: Өфө ҡалаһы, Муксинов урамы, 2-се йорт[1].

Изге монастырь тураһында тәүге мәғлүмәттәр Борис Годунов идара иткән осорҙоң башына, 1598 йылға, ҡарай, ул Өфө Успенье монастыры тураһында батша грамоталарының береһендә яҙа. Ул ваҡытта монастырь хәҙерге Сочи урамы тирәһендә[2] урынлашҡан була, хәҙерге Өфө епархияһы[3] идаралығы янында.

Тәүҙә ҙур булмаған монастырь дошман һөжүмен бер аҙ ваҡытҡа булһа ла туҡтата алырлыҡ соҡоро, үрҙәре һәм бүрәнәнән эшләнгән ҡоймаһы булған ҡәлғәғә оҡшай. Әммә, күп һанлы монголдарҙың ябырылыуын татып, сираттағы Өфө ҡамауында монастырь тулыһынса ҡыйратыла, ә уның тәүге игумены Авраамий, уҡ менән үтәнән-үтә яраланып, сиркәүҙең үҙендә һәләк була.

Монастырь ике быуатҡа яҡын ғәмәлдә була һәм 1764 йылда, Екатерина II идара иткән осорҙа, секуляризация ваҡытында ябыла. Өфө Успенье монастырының бөтә булған мөлкәте һәм элегерәк бүләк ителгән ерҙәре тартып алына.

Әммә ағастан эшләнгән элекке Успенье Божия Матерь монастырь сиркәүен Өфө алпауыты Сергей Иванович Аничковтың башланғысы менән бүрәнәләп яңы урынға ташып һаҡлап алып ҡалалар, яңы урыны — Оло Успенье (хәҙерге Коммунистик) урамының бер яҡ осо.

Сиркәү яңы урында 1798 йылдан алып 1931 йылға тиклем хеҙмәт итә. Успенье сиркәүе һәм Оло Успенье урамы тураһында хәтер махсус булдырылған топонимик реконструкцияһы — «На Успенской» Өфө тарихи кварталында һаҡланған.

Өфө. Успенье монастыры. XХ быуат башы.

1799 йылда монастыь яңынан тергеҙелә. Элекке территорияның бер өлөшөндә шәхси йорттар төҙөлгәнгә күрә, монастырға яңы урын бирелә — боронғо ҡаланан өс саҡрым алыҫлыҡта Өфө ярымутрауының иң бейек урынында (200 м) — Ағиҙел һәм Өфө йылғаларының ҡушылған урынында. Хәҙер монастырь урынында Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты урынлашҡан (Муксинов урамы, 2-се йорт).

Монастырҙың тәүге башлығы архимандрит Лаврентийҙың ойоштороу һәләте арҡаһында бик күп эштәр башҡарыла. Монастырь территорияһы таш диуар менән уратылған, уның ансамбле классицизм стилендәге ике таш сиркәүҙән тора: Успенье Божия Матерь сиркәүе (1810 йыл) һәм Митрофан Воронежский сиркәүе (1852 йыл), шулай уҡ дүрт торлаҡ корпусы, хужалыҡ ҡаралтылары. Монастырь сиркәүҙәре биналары ҡалаға ингән саҡта Ағиҙелдең һул яҡ ярынан бик һәйбәт күренеп тора.

1879—1880 йылдарҙа Өфө Успенье монастыры башлығы игумен Кирилл (донъялыҡта П. Н. Щеглов) була, ул Өфө халҡына үҙенсәлекле шифалы үләндәр комбинацияһын ҡалдыра — «Кирилл йыйылмаһы». Был йыйылма өфөлөләргә табипһыҙ ике-өс көн эсендә грипптан һәм һыуыҡ тейеүҙән булған ауырыуҙарҙан һауығырға ярҙам итә.

Монастырь биләмәләре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1621 йылда монастырға Өфө ҡалаһы эсендә — һөрөнтө һәм бесәнлек өсөн, Ағиҙел һәм Долгое күле буйҙарында балыҡ тотоу өсөн биләмәләр бирелә.

1764 йылда монастырҙың Өфө провинцияһында 2342 гектар ере, тирмәне, 2 күле, Вознесенское һәм Монастырь Дуванейҙары ауылдары була.

1799 йылда монастырға 30 дисәтинә ер, балыҡ тотоу биләмәләре, тирмән беркетелгән.

1890 йылда — монастырҙың 101 дисәтинә һөрөнтө ере, 143 дисәтинә сабынлығы (61 дисәтинаһын Өфө алпауыты К. Долженкова иғәнә итеп бүләк итә), 226 дисәтинә урман, 39 дисәтинә уңайһыҙ ерҙәре, Өфө тирәһендә балыҡ тотоу урындары, умарталары, һыйыр аҙбары, ат аҙбары, оҫтахана, быуаһы була.

1890 йылдың аҙағында монастырь эргәһендә псалм уҡыусыларҙы әҙерләү буйынса класс эшләп килә (1901 йылда 20 кеше уҡый), китапханаһы була. Монастырь хәйриә менән шөғөлләнә: 1892 йылда аслыҡтан интеккән кешеләр өсөн бушлай ашхана ойошторола, Беренсе донъя һуғышы осоронда монастырь эргәһендә лазарет ойошторола.

1764 йылда өс иеромонах һәм монастырь башлығы йәшәй.

1800 йылда — өс иеромонах, ике иеродьякон, бер монах.

XIX быуат уртаһында — алты иеромонах, ике иеродьякон, дүрт монах.

1910 йылда — ете иеромонах, ике иеродьякон, өс монах, 18 монах.

XIX быуат аҙағында архитектор һәм иконалар эшләүсе Иоиль игумены осоронда — монастырь яңыран тергеҙелә башлай. Иоиль башлыҡ булған саҡта (1897—1901) яңы биналар төҙөлә, таш диуарҙар ремонтлана, Мәскәүҙән алып киленгән 300 ботлоҡ ҡыңғырау урынлаштырыла.

Революциянан һуң Успенье монастырын башҡа сиркәүҙәр яҙмышы көтә: 1918 йылда губерна башҡарма комитетының ҡарары буйынса уның ерҙәре национализациялана, 1920 йылда монастырь ябыла. Уның территорияһында НКВД-ның мәжбүри эштәр концентрацион лагеры урынлаша, 1935 йылдан — бәлиғ булмағандар өсөн тәрбиә-хеҙмәт колонияһы, 1971 йылдан — Өфө юридик институты.

Хәҙер Юридик институттың территорияһында Митрофан Воронежский Святитель сиркәүе тергеҙелә һәм эшләй башлай. Икенсе монастырь сиркәүе — Успенье-Владимир сиркәүе, әлеге ваҡытта эшләмәй.

Күп кенә сиркәү башлыҡтарының исемдәре һаҡланып ҡалған: Антоний (1628 йылдан), Иоасаф (1643 йылдан), Герман (1648 йылдан), Феодосий (1652 йылдан), Иаков (1661 — 1670-се йылдар аҙағы), Дионисий (1680-се йылдар.), Соломон (1690-сы йй.), Вениамин (1696 йылдан), Викентий (1702—1707), Порфирий (1709 йылдан), Иоаким (?-1729), Сампсон (1746 йылдан), Глеб (1758 йылдан), Парфений (1763 йылдан); Лаврентий (1799), Тихон (1803 йылдан), Филарет (1804 йылда), Афанасий (1810), Вениамин (1818 йылдан), Платон (с 1826), Апполинарий (1827 йылдан), Феодотия (1828), Палладий (1832 йылдан), Никодим (1836 йылдан), Пантелеймон (1846 йылдан), Григорий I (1855 йылдан), Григорий II (1867 йылдан), Кирилл (1870—1880), Евгений (1893), Иоиль (1895), Гавриил (1901 йылдан), Мартиниан (1908), Павел (1911 йылдан), Трофим (1913—1920).

  1. Башкирская энциклопедия(недоступная ссылка)
  2. сайт POSREDI.RU
  3. Храм Святителя Митрофана Воронежского при Уфимском Юридическом институте МВД РФ
  4. Храмы России
  5. Сочинская улица (Большая Усольская) — Уфа от А до Я
  6. Надеждино. Церковь Димитрия Солунского.
  7. Ю. Н. Сергеев Успенский монастырь мужской 2017 йыл 15 сентябрь архивланған.. Башкирская энциклопедия.
  • А. Р. Ширгазин. Православные храмы Башкирии. История и архитектура (каталог-справочник) — Уфа: Башкортостан, 1995.
  • Уфимская епархия Русской Православной Церкви: справочник-путеводитель / (авт.-сост. Егоров П. В., Рудин Л. Г.). — М, 2005.
  • И. Е. Златоверховникова «Уфимская епархия. Географический, этнографический, административно — исторический и статистический очерк». Уфа, 1899 год.
  • Библиографический список. Уфимская епархия Русской Православной Церкви: справочник — путеводитель. — М.: Уфимская епархия РПЦ: Общество сохранения лит. наследия, 2005г.
  • Ю. Н. Сергеев. Уфимский Успенский монастырь: очерки истории (конец XVI в. — 1920 г.). Бирск, 2009.