Эстәлеккә күсергә

Өфө сәй фабрикаһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Викидатала элемент тултырылмаған

Өфө сәй фабрикаһы — Башҡортостан Республикаһының Өфө ҡалаһындағы сәй һатып алып, уны фасовкалау һәм һатыу менән шөғөлләнеүсе предприятиеһы.

Өфө сәй фабрикаһы 1942 йылда Өфөгә эвакуация менән күсеп килгән Рязань сәй фабрикаһы нигеҙендә барлыҡҡа килә. 1943 йылда беренсе тапҡыр плитәле һәм таблеткаларға пресланған сәй сығара башлай. 1974 йылда фабрика өр-яңы прдукция сығарыусы технологик ҡорамалдар һатып ала. Артабан фабрика Өфө сәй үлсәү фабрикаһына, ә 1994 йылда «Теастан» Ябыҡ типтағы акционерҙар берекмәһенә әйләнә.

Фабрика төп етештереү цехтарынан һәм Өфө ҡалаһы Дим районының Романовка ауылындағы һәм Киров районының Мокроусово ауылындағы ике базанан ғибәрәт. Фабрикала Германия, Италия, Бөйөк Британиянан һатып алынған ҡорамалдар ҡуйылған. Был ҡорамалдар сәйҙе 2,3 г, 50, 100, 125, 150 граммлап ҡаптарға үлсәп һалып сығарырға мөмкинлек бирә.

1994 йылда 7600 тонна продукция, шул иҫәптән, 60 төрҙән артыҡ ҡара, йәшел, ҡушылмалы сәй, 20 төрҙән артыҡ емештән эшләнгән хуш еҫле, төрлө дауа үләндәре ҡушылған юғары, беренсе, икенсе сортлы сәйҙәр ҡаты, ярымҡаты, йомшаҡ һәм бер тапҡыр ҡулланылыусы ҡаптарға төрөлөп сығарыла. Продукцияны Башҡортостандан тыш, Татарстан, Удмурт, Бүрәт, Ҡабарҙы-Балҡар Республикаларына, Силәбе, Төмән, Свердловск, Ульяновск, өлкәләренә, Пермь крайына, Ҡаҙағстан менән Беларусь сауҙа предприятиеларына сығаралар. Рәсәй Федерацияһында һәм БДБ -ла Башҡортостандың Өфө сәй фабрикаһы продукцияһы-арҙаҡлы продукцияларҙың береһе.

Башкортостан. Краткая энциклопедия. Уфа, 1996.