Эстәлеккә күсергә

Килмәк Нурышев

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
02:45, 28 август 2021 өлгөһө; InternetArchiveBot (фекер алышыу | өлөш) (Rescuing 1 sources and tagging 0 as dead.) #IABot (v2.0.8)
Килмәк Нурышев
Тыуған ваҡыты

XVII быуаттың икенсе яртыһы

Тыуған урыны

Бошман-Ҡыпсаҡ улусы, Нуғай даруғаһы

Үлгән ваҡыты

XVIII быуат уртаһы

Вафат урыны

билдәһеҙ

Хәрби алыш/һуғыш

Башҡорт ихтилалы (1704—1711)

Килмәк Нурышев (XVII быуаттың икенсе яртыһы — XVIII быуат уртаһы)) — Нуғай даруғаһы Юрматы улусының башҡорт феодалы, 1735-1740 йылдарҙағы башҡорт ихтилалы етәкселәренең береһе. Халыҡ араһында Килмәк батыр һәм мөғәллим-абыҙ сифатында танылыу ала.

Башҡорт ихтилалдарында ҡатнашыуы

Килмәк Нурышев 1704-1711 йылдарҙағы ихтилалда ҡатнашыусы башҡорттарҙың илселеге составында Ҡырым ханлығына һәм 1706—1707 йылдарҙа Ғосман империяһына барған.

1734 йылда башҡорттар, шул мәлдә Петербургта булыусы старшина һәм мулла Туҡсура Алмаҡовтан Ырымбур экспедицияһы әҙерләнеүе тураһында хәбәр алалар. Хат Килмәк Нурышевҡа төбәлгән була[1]. Килмәк Нурышев 1734 йылдың декабрь айында Ҡазый мәсетендә бөтә башҡорт ҡоролтайын ойоштороусыларҙың береһе була. Ошо ҡоролтайҙа, батша хөкүмәтенең башҡорттарҙың аҫабалыҡ хоҡуғын, шулай уҡ дини һ.б. традицияларын боҙоу, һалым түләүҙе арттырыу, һалым йыйыусы рус чиновниктарының һалымды үҙ файҙаһына ҡулланыу һ.б. сәбәпле, ихтилал башларға ҡарар ҡабул ителә. Шулай ҙа төп сәбәп Ырымбур экспедицияһы эшмәкәрлегендә була.

Килмәк Нурышев Нуғай даруғаһы башҡорттарынан өс мең кешелек отряд йыя, 1735 йылдың июнендә отряд ихтилалға күтәрелә.[2] П. И. Рычковтың[3] раҫлауы буйынса,

«…бөтә көс менән Ырымбур (хәҙерге Орск ҡалаһы) ҡалаһын төҙөүгә ҡаршылашырға, сөнки унан башҡорттарға бер төрлө лә ирек булмаясаҡ».

Аңлашылыуынса, баш күтәреүселәрҙең төп маҡсаты — Ырымбур экспедицияһының эшмәкәрлеген туҡтатыу була. Экспедиция рәйесе И. К. Кирилов ставкаһына Килмәк Нурышевтан ике илсе килә һәм, башҡорттар бөтә көс менән экспедицияның план үтәлешенә ҡамасаулаясаҡтарын хәбәр итеп, был проектты туҡтатыуҙы талап итәләр[4]. Әммә улар икеһе лә ҡаты һорау алыуға һәм язалауға дусар ителәләр, һөҙөмтәлә бер илсе вафат була. Кириллов өҫтәмә көстө көтмәҫкә һәм Орь йылғаһына юлланырға ҡарар итә. Ихтилал етәкселәренең ниәте буйынса, улар ҙур көс менән Кириловҡа һөжүм яһап, уның Орь йылғаһына хәрәкәтен туҡтатырға тейеш булалар. Әммә баш күтәреүселәр отрядтары бергә тупланып өлгөрмәү сәбәпле, план ғәмәлгә ашырылмай.

1736 йылдың 1 июлендә Зиргән тауы (хәҙерге Башҡортостан республикаһының Мәләүез районы) янында Килмәк Нурышев үҙенең төркөмө менән Өфөнән Ырымбур экспедицияһына ҡушылыу өсөн ебәрелгән 5 драгун ротаһының хәрәкәтенең туҡталыуға өлгәшәләр[5]. Ошо уҡ йылдың 6 июлендә, Кириллов драгундар ротаһына ярҙамға көслө команда оҙата. Килмәк етәкселеге аҫтындағы ихтилалсылар, ике фронтҡа һуғыша алмайынса, сигенергә мәжбүр булалар. Һөҙөмтәлә драгундар ротаһы Кириловтың төп көстәренә ҡушыла.

1737 йылдың февраль башында Килмәк Нурышев Табын ҡаласығында ҡулға алына һәм башта Өфөгә, һуңынан Минзәләгә, 1738 йылда Санкт-Петербургҡа оҙатыла[6]. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

Иҫкәрмәләр

  1. БАШКИРСКОЕ ВОССТАНИЕ 1735 — Энциклопедия «Челябинск»
  2. Кильмяк Нурушев в энциклопедии Челябинска
  3. Жуковский П. В. Дополнения к «Истории Оренбургской» П. И. Рычкова //Труды Оренбургской ученой архивной комиссии. Вып.33. Оренбург.1916. С.102-103; РГАДА. Ф.248. Кн.1236. Л.34-35.
  4. Алтон С. Доннелли. Завоевание Башкирии Россией. Перевод с английского Л. Р. Бикбаевой. Уфа, 1995 г. С.122
  5. Вожди восстаний XVII—XVIII вв. 2016 йыл 4 март архивланған.
  6. Статья в Башкортостан: краткая энциклопедия(недоступная ссылка)

Әҙәбиәт

  • Рычков П. И. История Оренбургская. Оренбург, 1896.
  • Акманов И.Г. Башкирские восстания XVII — нач. XVIII вв. Уфа, 1993.
  • Алтон С. Доннелли. Завоевание Башкирии Россией. Перевод с английского Л. Р. Бикбаевой. Уфа, 1995.
  • Камал Р. Килмәк абыҙ // Ватандаш. — 2011. — № 2. — Б. 113—148.

Һылтанмалар