Danone Ecosystem Fund

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Danone Ecosystem Fund
Нигеҙләү йылы

2009

Нигеҙләүселәр

Danone

Урыны

Франция

Эшмәкәрлек өлкәһе

ауыл хужалыы лкенд социаль эшҡыуарлыҡ

Веб-сайт

ecosysteme.danone.com

Danone Ecosystem Fund — 2009 йылда Danone франция аҙыҡ-түлек корпорацияһы ойошторған иғәнәләр фонды һәм шхси коммерциялы булмаған ойошма. Фондтың төп маҡсаты — экологик таҙа продукты эшкәрткән, һаҡлаған һәм етештергән, заманса эш ысулдарына өйрәткән, социаль тотороҡлоҡто һәм бәләкәй менән урта бизнеста эш менән булышыуҙы үҫтергән ваҡ фермерҙарҙан, кооперативтарҙан һәм дистнибьютерҙарҙан торған партнер селтәрен үҫтереү. Danone Ecosystem Fund төрлө социаль проектарҙы финанслай: ваҡ ғаилә фермаларын һәм ҙур булмаған аҙыҡ-түлек ритейлерҙар төҙөү, инновацион экологик ысулдарҙы һәм Danone предприятиеһы тирәһендәге ерҙәрҙе үҫтереү, тренинг фермаларын һәм уҡыу йорттарын төҙөү. Шулай уҡ фонд әсә компанияһының социаль стандарттарына тура килгән тәьмин итеүселәргә ярҙам итә.

Фонд коммерциялы булмаған ойошмалар, микрофинанслау һәм консалитинг учреждениялар, Мөхәммәт Юныс һәм Ашока фонды структуралары менән тығыҙ бәйләнештә эшләй. 2013 йылға ҡарата Danone Ecosystem Fund 30-ҙан артыҡ партнер менән бергә 50 мең кешегә тормошон яҡшыртырға ярҙам иткән 50 социаль-экономик программаны башлап ебәрә[1][2][3][4][5].

Эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Danone Ecosystem Fund фондының тәүге социаль-экономик проекты ваҡ фермерҙар араһында ярлылыҡ кимәлен әҙәйтергә һәм эшкәртә торған предприятиеларға тапшырылған һөттөң сифатын күтәрергә мөмкинлек биргән Украинала һөт кооперативтарын һәм ғаилә фермаларын үҫтереү программаһы була. 2011 йылда Danone һәм уның партнерҙары ярҙамында Днепропетровск өлкәһендә 60 һыйыр башына уҡыу фермаһы төҙөлә. Шунда бөтәһе, кем ғаилә фермаһын эшләргә теләй, өсөн тренингтар эшләнгән. 2013 йылда фонд Тернополь өлкәһендә ер еләге кооперативтары селтәрен эшләтеп ебәрә. Кооперативтар эшләгән ауылдарҙа фонд балалар майҙансыҡтарын төҙөй[6][7][8][9][10].

2011 йылдың көҙ миҙгелендә Danone Ecosystem Fund икенсе партнерҙары менән бергә Испанияла гендер көсләүенән зыян күргән ҡатын-ҡыҙҙар өсөн социаль мәктәп аса. Мәктәп зыян күргәндәргә мөмкинлектәрен киңәйтергә, йәмәғәт эсенә керергә һәм Danone Spain компанияның структураһында эшкә урынлашырға ярҙам итә[1].

2013 йылда Липецк өлкәһендә йәшәү урыны һәм 90 һыйыр башлы уҡыу фермаһы менән булған коммерциялы булмаған «Һөтлө Бизнес Академияһы» сей һөтө етештереүен үҫтергән ойошмаһын аса[11]. 2014 йылда Danone Ecosystem Fund балалар гематологияһы, онкологияһы һәм имуннологияһы федераль фән-клиник үҙәге, ҡандың ҡаты ауырыуҙары менән булған балаларға ярҙам иткән региональ йәмғиәт хәйриә фонды һәм Nutricia Advance компанияһы менән бергә ауырыу балаларҙың ризығын оптимизациялау буйынса проект тәҡдим итә[12].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 Co-Creation: Moving Beyond CSR (ингл.). Forbes. Дата обращения: 1 июнь 2015.
  2. Danone Ecosystem Fund nurturing Social Innovation (ингл.). CSR Europe. Дата обращения: 1 июнь 2015.(недоступная ссылка)
  3. Danone - Ecosystem Fund (ингл.). Business in the Community. Дата обращения: 1 июнь 2015. 2015 йыл 25 март архивланған.
  4. Danone: funding social change around the world (ингл.). The Guardian. Дата обращения: 1 июнь 2015.
  5. Danone's Recipe for Sustainable Innovation (ингл.). GreenBiz Group. Дата обращения: 1 июнь 2015.
  6. Кооперативы и семейные фермы. Danone Ukraine. Дата обращения: 1 июнь 2015. 2015 йыл 2 июнь архивланған.
  7. "Данон" профинансирует клубничные кооперативы Украины. AgroDovidka. Дата обращения: 1 июнь 2015. 2016 йыл 5 март архивланған.
  8. Данон приступает ко второй фазе проекта по созданию молочных кооперативов. Интернет Медиа Группа. Дата обращения: 1 июнь 2015.(недоступная ссылка)
  9. Danone запустил проект по производству клубники. RetailStudio. Дата обращения: 1 июнь 2015.(недоступная ссылка)
  10. Почему "Данон Украина" инвестирует в создание семейных ферм. Дело. Дата обращения: 1 июнь 2015.
  11. Об академии. Молочная Бизнес Академия. Дата обращения: 1 июнь 2015.(недоступная ссылка)
  12. Детский онкоцентр имени Димы Рогачева представил уникальный проект по оптимизации питания больных дете. Nutricia Advance. Дата обращения: 1 июнь 2015. 2015 йыл 18 март архивланған.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]