Алһыу
Алһыу | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ[1] |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй Бөйөк Британия |
Тыуған ваҡыттағы исеме | татар. Алсу Ралиф кызы Сафина |
Тыуған көнө | 27 июнь 1983[2] (41 йәш) |
Тыуған урыны | Бөгөлмә ҡалаһы, Татар Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы[d], РСФСР, СССР |
Атаһы | Сафин Рәлиф Рәфил улы |
Хәләл ефете | Ян Рафаэльевич Абрамов[d] |
Балалары | Микелла Абрамова[d] |
Һөнәр төрө | йырсы, модель, актёр, алып барыусы, телетапшырыуҙар алып барыусы |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Берҙәм Рәсәй |
Масса | 52 килограмм |
Ҡатнашыусы | Евровидение-2000[d] |
Музыка ҡоралы | фортепиано һәм вокал[d] |
Дискография | дискография Алсу[d] |
Жанр | поп-музыка[d], заманса ритм-н-блюз[d] һәм синти-поп[d] |
Тауыш яҙҙырыу лейблы | Universal Music Group[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Бейеклеге/буйы | 173 сантиметр |
Рәсми сайт | alsou.ru |
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр | 217 000 ± 999[3] |
Алһыу Викимилектә |
Алһыу, Абрамова Алһыу Рәлиф ҡыҙы (27 июнь 1983 йыл) — йырсы, телевизион тапшырыуҙар алып барыусы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (2018), Башҡортостан Республикаһының халыҡ (2019), Татарстан Республикаһының атҡаҙанған (2000) һәм халыҡ (2010) артисы, ЮНЕСКО-ның тыныслыҡ өсөн артисы (2011). Бөгөлмә ҡалаһының почётлы гражданы (2000).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Алһыу Рәлиф ҡыҙы Абрамова (ҡыҙ фамилияһы Сафина) 1983 йылдың 27 июнендә Татар АССР-ының Бөгөлмә ҡалаһында тыуған.
Атаһы — Сафин Рәлиф Рәфил улы (6.01.1954) — нефтсе, эшҡыуар һәм сәйәсмән. 2002—2014 йылдарҙа Алтай Республикаһы закондар сығарыу власынан Рәсәй Федерацияһының Федераль Йыйылышы Федерация Советы ағзаһы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Илеш районы Уяндыҡ ауылынан. Милләте башҡорт[4].
Әсәһе — Разия Исхаҡ ҡыҙы Сафина, һөнәре буйынса архитектор.
2018 йылда Алһыу «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды[5][6].
2019 йылдың июнендә Алһыуға Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы тигән маҡтаулы исем бирелде[7].
Йырсының дискографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Альбомдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1999 — Алсу
- 2001 — Alsou (album) (инглиз телендә)
- 2002 — Мне приснилась осень
- 2003 — 19
- 2008 — Самое главное
- 2008 — Туган Тел (татар телендә һәм бер йыры башҡорт телендә)
- 2011 — Фея добрых снов (Колыбельные песни)
- 2013 — Inspired (инглиз телендә, 2004 йылда яҙҙырылған)
- 2014 — Ты — Это свет
Башҡорт телендәге ижады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Алһыу башҡорт телендә «Гөлнәзирә»[8] (башҡорт халыҡ йыры), «Бер алманы бишкә бүләйек»[9], «Ҡыр ҡаҙҙары»[8], «Шәл бәйләнем»[8] һәм «Өфө йүкәләре»[10] йырҙарын башҡара.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йыл | Бүләк исеме | Номинация | Тәҡдим ителгән йыр | Һөҙөмтә |
---|---|---|---|---|
2002 йыл | «Песня года» телевизион конкурсы |
Фестиваль лауреаты | «Всё равно» | Еңеү |
2003 йыл | «Вчера» | Еңеү | ||
«Первый раз» | Еңеү | |||
2004 йыл | «Сон» | Еңеү | ||
2005 йыл | «Небо» | Еңеү | ||
2006 йыл | «Самое главное» | Еңеү | ||
2007 йыл | «А у моей любви» | Еңеү | ||
2008 йыл | «Я любила» | Еңеү | ||
2009 йыл | «Первый час января» | Еңеү | ||
2010 йыл | «Йылдың иң яҡшы йырсыһы» | Алсу | Еңеү | |
Фестиваль лауреаты | «Я тебя не придумала» | Еңеү | ||
2011 йыл | «Иногда» (новая версия) | Еңеү | ||
2012 йыл | «Я к тебе не подойду» | Еңеү | ||
2013 йыл | «Нет тебя дороже» | Еңеү | ||
2014 йыл | «Счастье ты моё» | Еңеү | ||
2015 йыл | «Разлюбить не в силах» | Еңеү |
- 1999 йыл — «Иногда» йыры өсөн IV «Золотой Граммофон»
- 2000 йыл — «Eurovision» («Евровидение») халыҡ-ара йыр бәйгеһендә 2-се урын
- 2000 — Татарстан Республикаһының атҡаҙанған артисы
- 2000 — Бөгөлмә ҡалаһының почётлы гражданы[11]
- 2002 йыл — «Всё равно» йыры өсөн VII «Золотой Граммофон»
- 2003 йыл — «Вчера» йыры өсөн VIII «Золотой Граммофон»
- 2010 — Татарстан Республикаһының атҡаҙанған артисы
- 2011 йыл — «Я тебя не придумала» йыры өсөн XVI «Золотой Граммофон»
- 2011 — ЮНЕСКО-ның тыныслыҡ өсөн артисы
- 2018 йыл — Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы
- 2019 йыл — Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Deutsche Nationalbibliothek Record #135228921 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ Alsou // Discogs (ингл.) — 2000.
- ↑ Интерфейс программирования приложения YouTube
- ↑ Коммерсантъ.ру «Башкир по паспорту и крови»
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 30 мая 2018 года № 281 «О награждении государственными наградами Российской Федерации» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 октябрь 2018)
- ↑ Алһыу – Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2018 йыл 26 октябрь (Тикшерелеү көнө: 26 октябрь 2018)
- ↑ «Сердце Евразии»: Радий Хабиров присвоил почетные звания Алсу и солисту группы «Пицца». ИА «Башинформ», 2019, 14 июня (рус.) (Тикшерелеү көнө: 15 июнь 2019)
- ↑ 8,0 8,1 8,2 Алһыуҙың башҡортса йырҙары
- ↑ Бер алманы бишкә бүләйек, видео яҙма
- ↑ Өфө йүкәләре, видео яҙма
- ↑ Решение V сессии Бугульминского объединенного Совета народных депутатов от 01.12.2000г. 2018 йыл 30 октябрь архивланған.