Эстәлеккә күсергә

Антропология

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Антропология (от бор. грек. ἄνθρωποςкеше; λόγοςλόγος — фән) — кешене, уның сығышын, үҫешен, тәбиғи һәм мәҙәни (яһалма)  мөхиттә үҫешен, йәшәйешен барыһын бергә йыйып өйрәнеүсе фәнни дисциплина[1][2]. Антропология төрлө тәбиғи-географик мөхиттә тарихи үҫеш барышында барлыҡҡа килгән кешеләр араһындағы физик айырмалыҡтарҙы өйрәнә[3]. Советтар Союзында антропологияны кеше һәм уның расаларының сығышы һәм кеше эволюцияһы тураһындағы фән, йәғни физик антропология фәне тип ҡарағандар[4].

Расалар тураһындағы белем — антропологияның кеше расаларын  тикшереүсе төп  бүлеге (хәҙерге расаларҙың классификацияһы, уларҙың географик таралышы, тарихи формалашыуы һәм башҡа проблемаларҙы өйрәнеүсе бүлек)[5][6].

«Антропология» терминының барлыҡҡа килеүе антик философияға барып тоташа. Боронғо грек философы Аристотель (б.э. тиклемге 384-322 йылдар) антропология терминын кеше тәбиғәтен рухи яҡтан өйрәнеүсе белем өлкәһен билдәләү өсөн ҡуллана. Күп классик һәм классик булмаған аҡыл эйәләренең (Кант, Фейербах һ. б.) был терминды шул мәғәнәлә ҡулланыуына ҡарамаҫтан, махсус философик дисциплина һәм мәктәп булараҡ, антропология бары тик ХХ быуат башында ғына «фәлсәфәүи антропология» исеме аҫтында атап йөрөтөлә башлай. "Антропология" термины үҙенең үҙенсәлекле мәғәнәһендә шулай уҡ байтаҡ гуманитар фәндәрҙә (сәнғәт фәне, психология һ. б.) һәм дин фәнендә (теологияла), дини фәлсәфәлә әлегә тиклем ҡулланыла. Мәҫәлән, педагогика фәнендә тәрбиәләүҙәге антропологик ҡараш өйрәнелә. Һуңыраҡ антропологияның мәғәнәһе дифференциялана һәм ҡатмарлаша.

Рәсәйҙә антропологияны башлыса физик антропология тип йөрөтәләр, әммә 1990 йылда Рәсәй юғары уҡыу йорттарында социаль, мәҙәни, сәйәси һәм фәлсәфәүи антропология кафедралары барлыҡҡа килә башлай.

Традиция буйынса антропологияны бер-береһе менән үҙ-ара бәйле һәм шул уҡ ваҡытта бер-береһенән айырым торған дисциплиналарға бүлеп йөрөтәләр.

  • Физик антропология — кеше һәм уның расаларының физик ойошторолоу сығышын һәм эволюцияһын өйрәнә. Ул шул иҫәптән палеоантропология һәм суд антропология ғәмәли дисциплиналарын үҙ эсенә ала. Ул хәҙерге кеше һәм кеше һымаҡ приматтар  менән кешене биологик төр сифатында уның эволюция барышында үҙгәреүен яҡын туғандары менән сағыштырып өйрәнә. 
  • Философик антропология — кеше тәбиғәтенең һәм уның асылын кеше йәшәйешенең айырым бер төрө итеп ҡараусы  фәлсәфәүи тәғлимәт. Антропология кешене айырым аңлау һәм өйрәнеү предметы итеп иң беренсе булып күрһәтеүсе фәлсәфәүи тәғлимәт булып тора.
  • Дини антропология — теология һәм дини тәғлимәт  контексында ҡаралған кеше асылы тураһындағы дини йәки фәлсәфәүи тәғлимәт. Дини тәғлимәттә антропология предметының үҙбилдәләнеше — кеше тураһындағы сиркәү тәғлимәтен асып биреү.
  • Социаль һәм мәҙәни антропология — этнологияға бик яҡын торған дисциплина, ул кешелек йәмғиәтен сағыштырмаса өйрәнеү менән шөғөлләнә. Социаль-мәҙәни антропология методологияһы мәсьәләләре сиктәрендә был фән шулай уҡ үҙенсәлекле итеп лингвистик, когнитив, сәйәси, иҡтисади, тарихи антропология һәм хоҡуҡ антропологияларына бүленә.
  • Визуаль антропология — кешене фото-видеоматериалдар нигеҙендә  кинематограф, фото сәнғәте, телевидение һәм башҡалар аша тасуирлау ысулы менән өйрәнеү.
  • Этнология
  • Этнография
  • Классификация рас
  • Антропогенез
  1. Якимов В. Антропология // Философская энциклопедия. В 5-х т. — М.: Советская энциклопедия. Под редакцией Ф. В. Константинова. 1960—1970.
  2. Воронцова Л. П., Белик А. А. Антропология //«Культурология. XX век. Энциклопедия», Университетская книга, Санкт-Петербург, 1998
  3. Хомутов А. Б. Антропология. — Ростов: Феникс», изд. 3-е, 2004.
  4. [ Антропология] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
  5. Физическая антропология. Иллюстрированный толковый словарь.
  6. Большой Энциклопедический словарь

Фәлсәфәүи антропология

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Физик антропология

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Харитонов В. М., Ожигова А. П., Година Е. З. Антропология . Владос, 2004. 272 c. ISBN 5-691-01068-9
  • Петри Э. Ю. Антропология. Основы антропологии. Т. 1. — С.-Пб.: Картогр. заведение А. Ильина, 1890.
  • Петри Э. Ю. Антропология. Соматическая антропология. Т. 2. — С.-Пб.: Картогр. заведение А. Ильина, 1895.
  • Рогинский Я. Я., Левин М. Г. Основы антропологии. М.: Изд-во Московского университета, 1955. 502 с.
  • Дерягина М. А. Эволюционная антропология: Биологические и культурные аспекты. Учебное пособие. 2-е издание, исправленное. М.: Изд-во УРАО, 2003. 208 с.
  • Ископаемые гоминиды и происхождение человека. Труды ин-та Этнографии им. Н. И. Миклухо-Маклая. Нов. сер. Т. 82. М.: «Наука». 1966. 555 с.
  • Джохансон Д., Иди М. Люси: Истоки рода человеческого. М., 1984.

Социаль һәм мәҙәни антропология

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Дәреслектәр
  • Токарев С. А. История зарубежной этнографии: Учеб. пособие. М.: Высш. школа, 1978. 352 с.
  • Итс Р. Ф. Введение в этнографию: Учебное пособие. Л.: Издательство Ленинградского университета, 1991.
Антропология классиктары
  • Клакхон К. Зеркало для человека. Введение в антропологию. СПб., 1998.
  • Леви-Стросс К. Структурная антропология // Пер. с фр. Вяч. Вс. Иванова. — М., 2001. — 512 с.
  • Лич Э. Культура и Коммуникация: Логика взаимосвязи символов.
  • Максимов А. Н. Теория родового быта // Максимов А. Н. Избранные труды. М., 1997.
  • Малиновский Б. К. Научная теория культуры. М., 1999.
  • Мёрдок Дж. П. Социальная структура. М.: О. Г. И., 2003. 606 с.
  • Мосс М. Общество. Обмен. Личность. М., 1994.
  • Ольдерогге Д. А. Малайская система родства, 1951
  • Плосс Г. Женщина в естествоведении и народоведении. Антропологические исследования. Сыктывкар-Киров, «Вятка». 1995.
  • Рэдклифф-Браун А. Р. Структура и функция в примитивном обществе. М., 2001.
  • Тэйлор Э. Б. Антропология: Введение к изучению человека и цивилизации.
  • Ли, Ричард Боршей
Тәнҡит һәм күҙәтеү эштәре

Христиан антропологияһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]